Уҫман торамалары

Ауырғазы районы

Уҫман торамалары (рус. Усмановские поселения) — Башҡортостандың Ауырғазы районы Төрөмбәт ауыл Советы Уҫман (Ҡаҙморон) ауылы биләмәләрендәге Бура мәҙәниәте археологик ҡомартҡылары булып торған ике тораманан ғибәрәт[1][2]

Уҫман торамалары
Дәүләт  Башҡортостан Республикаhы
Административ-территориаль берәмек Ауырғазы районы

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Уҫман торамаларының беренсеһе Ауырғазы районы биләмәләрендә Уҫман ауылынан төньяҡтараҡ, Өршәк йылғаһының уң ярында, үҙәненән ҡалҡыуыраҡ урында урынлашҡан. Беҙҙең эраға тиклем 14—13 быуаттарға ҡарай.

Табылдыҡтар

үҙгәртергә

Был тораманы 1970 йылда археолог, тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Пшеничнюк Анатолий Харитонович асҡан, археолог, тарих фәндәре кандидаты, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы Морозов Юрий Алексеевич өйрәнгән.

Тораманы тикшереүселәр тарафынан 1000 м2 ашыу ер ҡаҙылған. Был майҙанда 2 хужалыҡ ҡаралтыһы һәм 2 торлаҡ табылған. Бер торлаҡтың нигеҙе ергә ҡаҙып ултыртылған. Көнбайыш тарафында — 2 көлдөксә, үҙәк өлөштә — 5 сүп-сар соҡоро булған. Көньяҡ-көнбайыш ҡабырғаһында һикегә оҡшаған сығынтылар асыҡланған.

Икенсе торлаҡ уртаға ҡарай ауыш иҙәнле, ишеге йылғаға ҡараған, төньяҡ-көнбайыш ҡабырғала уйылған. Төньяғынан ҡаҙылған сүп-сар соҡоронда хайуан һөйәктәре, ярсыҡтар, көл һәм күмер ҡалдыҡтары табылған.

Ғилми тикшеренеү алып барыусылар 18 меңгә яҡын әйбер тапҡан. Банка кеүек балсыҡ һауыттарға төрлөсә биҙәктәр төшөрөлгән [3]. Шлак киҫәктәре, һөйәк һәм бронза эш ҡоралдары килеп сыҡҡан.

II торама

үҙгәртергә

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Беҙҙең эраға тиклем 15—14 быуаттарға ҡараған икенсе тораманы 19941995 йылдарҙа Ю. А. Морозов тапҡан һәм өйрәнгән. Был ҡомартҡы элгәре Ҡаҙморон тип йөрөтөлгән шул уҡ Уҫман ауылынан көньяҡҡа табан 2 км алыҫлыҡта, Өршәк йылғаһының уң ярында урынлашҡан.

Табылдыҡтар

үҙгәртергә

Бында эҙләнеүселәр 340 м2 самаһы майҙанды ҡаҙып тикшергән. Торлаҡ ҡалдығы һәм унда усаҡлыҡ эҙе табылған. Табылған балсыҡ һауыттар Бура, Алакүл, Фёдоровка, Межа мәҙәниәттәренә ҡарай тип билдәләнгән[3]. Һөйәктән яһалған 3 тишкес, орсоҡбаш, хайуан тештәренән теҙелгән сулпылар килеп сыҡҡан

Уҫман торамалары материалдары материалдары Башҡортостан Республикаһының Археология һәм этнография музейында һаҡлана[4]. Музей архитектура ҡомартҡыһы булып иҫәпләнгән Е. А. Поносова-Молло йортонда урынлашҡан[5].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Поволжская археология. — 2018 № 3 (25). — e-ISSN 2500—2856

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
  • Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
  • Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
  • Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.