Уэбер Мэри Эллен (ингл. Mary Ellen Weber; тыуған 1962) — НАСА космонавты. STS-70 (1995, «Дискавери») һәм STS-101 (2000, «Атлантис») шаттлдарында ике тапҡыр йыһанға оса, ғалим.

Уэбер Мэри Эллен
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Америка Ҡушма Штаттары
Тыуған көнө 24 август 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (61 йәш)
Тыуған урыны Кливленд, Огайо, Америка Ҡушма Штаттары
Һөнәр төрө Космонавт, инженер, химик, университет уҡытыусыһы, лётчик
Эш урыны НАСА[d]
Уҡыу йорто Калифорнийский университет в Беркли[d]
Южный методистский университет[d]
Университет Пердью[d]
Bedford High School[d]
Летал на STS-101[d][1] һәм STS-70[d][1]
Время в космосе 27 030 Минут
 Уэбер Мэри Эллен Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

 
STS-70 монтажлау корпусында.
 
STS-70: TDRS-G юлдашы йыйыу цехында.

Мэри Уэбер 1962 йылдың 24 авгусында Огайо штатының Кливленд ҡалаһында тыуған, әммә шул уҡ штаттағы Бэдфорд-Хайтсты үҙенең тыуған ҡалаһы тип һанай, унда 1980 йылда урта мәктәпте тамамлай. 1984 йылда Индиана штатының Пердью исемендәге университетында химия өлкәһендә бакалавр дәрәжәһе ала. 1988 йылда Беркли ҡалаһындағы Калифорния университетында химия инженерияһы өлкәһендә магистр дәрәжәһе ала.

Ире Джером Л. Элькинд, ул Нью-Джерси штатының Байон ҡалаһынан. Мэри Уэбер парашюттан һикереү менән мауыға, шулай уҡ һыу аҫтында йөҙөргә һәм осорға ярата. Уның әсәһе, Джоан Уэбер, Огайо штатының Мэнтор ҡалаһында йәшәй, ә атаһы, Эндрю Уэбер вафат булған[2]

НАСА-ға тиклем үҙгәртергә

Студент сағында Уэбер Мэри Эллен Огайо штатында «Delco Electronics» ("Дженерал Моторс"тың бүлендек фирмаһы) һәм «3M» компанияларында химик машиналар эшләү өлкәһендә стажер була. Беркли ҡалаһында үҙенең докторлыҡ диссертацияһында кремний ҡатнашлығында химик реакциялар физикаһын тикшерә. "Texas Instruments"та яңы материалдарҙы һәм Sematech консорциумында һәм "Applied Materials"та компьютер чиптары әҙерләү ҡорамалдарын тикшерә. Ул бер патент алған һәм фәнни журналдарҙа туғыҙ баҫмаһы бар.

Йыһанға осоуға әҙерлек үҙгәртергә

1992 йылдың 31 мартында НАСА отрядына ун дүртенсе йыйылма составында астронавтҡа кандидат итеп алына. Дөйөм космос әҙерлек курстары (ОКП) буйынса уҡый башлай. Курсты тамамлап, 1993 йылдың июлендә «осоштар белгесе» квалификацияһы ала һәм НАСА астронавтар Офисына тәғәйенләнә. Уның космонавтҡа кандидаттар төркөмөндә эштәр сиктәрендә техник бурыстары: Флорида штатында Кеннеди исемендәге космос тикшеренеүҙәр үҙәгендә шаттлдарҙы осорор алдынан медицина эшкәртеүендә ярҙам күрһәтеү, робототехника һәм файҙалы йөкләнеш менән эштәр. Административ эш өлкәһендә: биотехнологик контракттар сиктәрендә һатып алыуҙар буйынса Совет рәйесе була.

Йыһанға осоу үҙгәртергә

  • Беренсе осоу — STS-70[3], шаттл «Дискавери». 1995 йылдың 13 июленән 22 июленә тиклем «осоу белгесе» сифатында. Экипаж, төрлө эксперименттар яһау һәм күҙәтеү, мәғлүмәтте ретрансляциялау өсөн, НАСА-ның һуңғы алтынсы юлдашын орбитаға сығара. Осоу оҙайлығы 8 тәүлек 22 сәғәт 21 минут тәшкил итә[4].
  • Икенсе осоу — STS-101[5], шаттл «Атлантис». 2000 йылдың 19 майынан 29 майына тиклем «осоу белгесе» сифатында. Миссияһының төп бурысы булып Халыҡ-ара йыһан станцияһына (МКС) ҡулланыу материалдарын һәм ҡорамалдарҙы илтеү һәм «Заря» модулле электр ҡорамалдарын ремонтлау. Станцияға алып барылыусы ҡорамалдар һәм материалдар, ике ҡатланған «Спейсхэб» транспорт модулендә урынлаштырыла, ул шаттлдың йөк бүлегендә урынлашҡан була. Осош ваҡытында астронавтар бер асыҡ космосҡа сығыу башҡаралар. Осоу оҙайлығы 9 тәүлек 20 сәғәт 21 минут тәшкил итә[6].

Йыһанға осоуҙың дөйөм оҙайлылығы — 18 көн 18 сәғәт 30 минут.

Осоштан һуң үҙгәртергә

НАСА-нан 2002 йылдың декабрь айында китә[2].

2002 йылдың декабрь айында Көньяҡ методистик университетта эшлекле етәкселек итеү өлкәһендә магистр дәрәжәһе ала. НАСА штаб-фатирында, АҠШ Конгрессы менән бәйләүсе звено сифатында, закондар сығарыу мәсьәләһе менән шөғөлләнә. 2014 йылдың ғинуарына ҡарата Уэбер STELLAR Strategies, LLC — альтернатив энергия сығанағы өлкәһендәге компания — менән консультант һәм спикер сифатында хеҙмәттәшлек итә[7].

Бүләктәре үҙгәртергә

«Космосҡа осҡан өсөн» миҙалы (1995 һәм 2000) һәм башҡалар.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Список космонавтов и астронавтов (и кандидатов).
  • Список астронавтов США — участников орбитальных космических полётов.
  • Хронология пилотируемых космических полётов.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 http://www.spacefacts.de/english/e_first.htm
  2. 2,0 2,1 Weber, Mary (ингл.). astronautix.com. Дата обращения: 3 март 2019.
  3. NASA - NSSDCA - Spacecraft - Details (ингл.). nssdc.gsfc.nasa.gov. Дата обращения: 3 март 2019.
  4. Lynda Warnock: KSC. NASA - STS-70 (ингл.). nasa.gov. Дата обращения: 3 март 2019.
  5. NASA - NSSDCA - Spacecraft - Details (ингл.). nssdc.gsfc.nasa.gov. Дата обращения: 3 март 2019.
  6. Lynda Warnock: KSC. NASA - STS-101 (ингл.). nasa.gov. Дата обращения: 3 март 2019.
  7. Stellar Keynotes - HOME (22 август 2012).

Һылтанмалар үҙгәртергә