Усолка геологик киҫелеше

Геологик тәбиғәт ҡомартҡыһы

Усолка геологик киҫелеше — геологик тәбиғәт ҡомартҡыһы. Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы «Красноусол» шифаханаһы янында урынлашҡан. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2007 йылдың 5 октябрендәге 1115-р бойороғо менән ойошторола. Халыҡ-ара статусы: Усолка геологик киҫелеше — халыҡ-ара стратиграфик шкаланың пермь системаһындағы һаҡмар ярусы эталоны («алтын ҡаҙаҡ»), пермь ярусының өҫтәмә эталоны (паралимитотибы), Гжель ярусының «алтын ҡаҙағына» кандидат һәм карбондың Ҡасимов ярусы аҫҡы сигендә донъялағы иң яҡшы киҫелештәрҙең береһе[1].

Усолка геологик киҫелеше
урыҫ Геологический памятник природы "Геологический разрез Усолка"
Төп мәғлүмәт
Нигеҙләнгән ваҡыты5 октябрь 2007 йыл 
Урынлашыуы
53°53′40″ с. ш. 56°28′07″ в. д.HGЯO
Рәсәй
Точка
Усолка геологик киҫелеше
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Усолка геологик киҫелеше

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Үҙенсәлекле геологик объект, Усолка геологик киҫелеше, «Красноусол» шифаханаһында урынлашҡан. Бында күптән түгел боронғо замандарҙағы билдәле бер ваҡыт арауығынан сығып һаналған нөктәне символлаштырған Рәсәйҙәге тәүге «алтын ҡаҙаҡ» ҡағыла. Алтын ҡаҙаҡ - аныҡ киҫелештә һайланған һәм Халыҡ-ара геологик ваҡыт шкалаһы ярусының аҫҡы сиге эталоны булып торған нөктә. Ғалимдар тау тоҡомдарының 250 миллион йыл элек барлыҡҡа килеүен иҫбатланы[2]. Усолка геологик киҫелеше вулкан туфтары ҡатламы менән терриген-карбонат тоҡомдары һәм төрлө хайуандарҙың: конодонттар, аммоноидеялар, радиолярийҙар, фораминиферҙар, брахиоподтар, балыҡтар, гастроподтар, диңгеҙ лиялары, мәрйендәр, трилобиттарҙың бик күп һөлдә ҡалдыҡтарнан ғибәрәт[1].

Барлыҡҡа килеү шарттары

үҙгәртергә

Ултырмалар 290 миллион йыл элек тәрән диңгеҙ бассейны - Урал алды бөгөлө төбөндә барлыҡҡа килгән. Унан көнсығышҡа табан тыныс булмаған тектоник шарттарҙа йәш Урал тауҙары күтәрелә, уларҙың емерелеү продукттары күп осраҡта диңгеҙ бассейнына килтерелә. Быларҙың барыһы ла төбәктәге әүҙем вулкан эшмәкәрлеге фонында була, был турала күп һанлы туф ҡатламдары һөйләй. Айырым осорҙарҙа сағыштырмаса тыныс диңгеҙ шарттары урынлаша һәм төрлө ташлы эзбизташтар туплана. Урал алды бөгөлөнөң йылы һыуында күп һанлы конодонт хайуандар, төрлө балыҡтар һәм аммоноидеялар йөҙгәндәр. Һыу ҡатламында бер күҙәнәкле микроскопик радиолярийҙар кәйелгәндәр. Башҡа иң ябайҙар - фораминиферҙар - һирәкләп диңгеҙ лилиәләренең ҡуйы ҡыуаҡлыҡтары, брахиопод, яңғыҙ мәрйендәр осраған, ҡайһы берҙә шыуышыусы гастропод һәм трилобиттарҙы күрергә мөмкин булған диңгеҙ төбөндә йәшәйҙәр. Тоҡомдары Урал алды бөгөлөнөң һоҡланғыс тарихын ҡәҙерләп һаҡлаған Усолка геологик киҫелеше ҡатламын ҡарап, ошо ваҡиғаларҙың барыһын да тергеҙергә мөмкин[1].

Әһәмиәте

үҙгәртергә

Усолка геологик киҫелеше планетаның башҡа төбәктәрендә оҡшаш киҫелештәрҙе тасуирлаусы белгестәр өсөн эталон булып хеҙмәт итә. Бынан тыш, һәйкәл фәнни, эстетик һәм рекреацион ҡиммәткә эйә[2].

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә