Усманов Хәйрулла Абдрахман улы

мулла, Рәсәй империяһының Икенсе Дәүләт Думаһында Ырымбур губернаһынан депутат (1907).

Усманов Хәйрулла Абдрахман улы (16 декабрь 1866 йыл, Ырымбур губернаһы — 14 июнь 1915 йыл, Ырымбур) — мулла, Ырымбур губернаһынан Рәсәй империяһының 2-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы ағзаһы (1907).

Усманов Хәйрулла Абдрахман улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 16 декабрь 1866({{padleft:1866|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны Ырымбур өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Оренбургское генерал-губернаторство[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 14 июнь 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (48 йәш)
Вафат булған урыны Ырымбур, Рәсәй империяһы
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы Рәсәй империяһының Дәүләт думаһы ағзаһы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Иттифак аль-Муслимин[d] һәм Конституционно-демократическая партия[d]
 Усманов Хәйрулла Абдрахман улы Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Тәүге аҙымдары. Мулла һәм сауҙагәр

үҙгәртергә

Хәйрулла Абдрахман улы Усманов 1866 йылдың 16 декабрендә Ҡарғалы сауҙагәре ғаиләһендә тыуа[1]. Хәйрулла Ҡаҙан губернаһы Малмыш өйәҙе мәҙрәсәһендә классик мосолман белемен ала (түбәнге дини белем[2]), уны тамамлағас, бер нисә йыл шул уҡ мәҙрәсәлә хәлфә була (мөҙәрристең ярҙамсыһы)[3].

1893 йылдың 10 октябрендә Усманов Сәйет ауылының (Татар Ҡарғалыһының) 1-се мәркәз мәсетенә икенсе мулла вазифаһына һайлана, артабан Ырымбур губерна идаралығының 13 ноябрҙәге указы менән имам-хатиб һәм мөҙәррис вазифаларына раҫлана[1] (указлы мулла[3]).

XIX һәм XX быуаттар сиктәрендә Ҡарғалыла Усманов етәкләгән мәҙрәсә яҡшы белем биреүсе уҡыу йорттарының береһе була[1] (йәдидселек ҡулланыла): «Ҡарғалылығы мәҙрәсә Рәсәйҙә татарса ғилемлелекте үҫтереүсе төп уҡыу йорттарының береһе» тип раҫлай 1904 йылда йәшерен кәңәшсе А. С. Будилович (ул заманда урыҫ булмаған бөтә милләттәр тип әйтерлек татар тип атала)[4].

1895 йылдың 26 авгусында Х. Усманов ағза булып торған Хәйриә фонды Сейет ауылында яңы мәктәп аса[4]. Усманов дини белем һәм уҡытыу менән бер рәттән сауҙа эше менән дә шөғөлләнә.[1].

Сауҙагәр һәм меценат Әбделғәни Ғәли улы Хөсәйенов инициативаһы менән Ҡарғалыла Рәсәйҙең татар мәктәптәре өсөн уҡытыусылар әҙерләү буйынса Бөтә Рәсәй йәйге педагогия курстары ойошторола (1898—1902). Усманов был курстарҙың эшмәкәрлегенә лә ылыҡтырыла[4].

1907 йылда Эске эштәр министрлығы раҫлауы буйынса вафатынан һуң «мосолман динен үҫтереүгә» тип 500 мең һум аҡса ҡалдырған сауҙагәр Әхмәт бай Хөсәйеновтың васыятнамәһенә ярашлы мәҙрәсәлә «Айырым Попечителдәр Советы» булдырыла. Советҡа Хәйрулла Усманов һәм халыҡ араһында ихтирам яулаған 9 кеше һайлана. Совет васыятнамә буйынса ҡалдырылған аҡсаны мәсеттәр һәм мәҙрәсәләр төҙөүгә, ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар мәктәптәрен асыуға, «Хөсәиниә» мәҫрәсәһен тотоуға тотона[4].

1907 йылда Хәйрулла Усманов Көньяҡ Уралдың мәҙәни үҙәктәренең береһе булған — Ырымбур ғилми архив комиссияһы ағзаһы була (Ырымбур академияһы, 1887—1918)[4].

1907 йыл. 2-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы ағзаһы

үҙгәртергә

1917 йылдың 7 (йәки 6[1]) февралендә крәҫтиән Х. Усманов Рәсәй империяһының 2-се саҡырылыш Дәүләт Думаһына Ырымбур губерна һайлау йыйылышы һайлаусыларының дөйөм составынан ағза итеп һайлана. Был осорҙа ул «Иттифак әл-мөслимен» партияһында тора (мосолман халыҡ партияһы[5]) һәм үҙенә беркетелгән 8 дисәтина ерҙе эшкәртеүсе крәҫтиән дә була[3].

 
2-се саҡырылыш Дәүләт Думаһының Мосолман депутаттарынан бер төркөм. Баҫып торалар: Мәхмүтов М., Тевкелев К., Зәйналов З., Баҙамшин Г.; ултыралар: Ҡошеғолов Ш., Хәсәнов М., Усманов Х., Атласов Х., Мусин Г.

Думала эшләгәнендә Усманов мосолман фракцияһының сәркәтибе итеп ҡуйыла, һәм кадеттар менән яҡыная[5][6]. Ул шулай уҡ «Ниндәй дин тотоуға һәм ниндәй милләт кешеһе булыуына ҡарамайынса сәйәси һәм гражданлыҡ хоҡуҡтарын сикләүҙе ғәмәлдән сығарыу тураһындағы төп положениелар» закон проекты инициаторҙарының береһе була һәм «Урыҫ милләтенән булмағандар өсөн башланғыс училищелар тураһындағы 1906 йылдың 31 мартында ҡабул ителгән ҡағиҙәләрҙе ғәмәлдән сығарыу тураһындағы» белдереүҙе хуплап та өлгөрә. Бынан тыш Усманов Өфө губернаһы Бөрө өйәҙендә батша полиция чиндарының башҡорттарға ҡарата көс ҡулланыуы тураһындағы бик күп факттар буйынса парламент запросына ла ҡағылышы бар [1]. Ләкин Х. Хөсәйенов парламент трибунаһынан бер тапҡыр ҙа сығыш яһамай.[3].

Һуңғы йылдары

үҙгәртергә

Дәүләт Думаһын таратҡандан һуң Сәйет ауылына ҡайтып, ахун вазифаһын башҡара.[4]. 1909 йылдың 23 июнендә, Ырымбур һайлаусыларының депутаттар К.-М. Б. Тевкелев һәм А.-М. А. Топчибашев менән осрашыуҙа, Дәүләт Думаһының мосолман фракцияһына финанс ярҙамы ойоштороу өсөн булдырылған комиссия составына Усманов та һайлана[1].

 
Х. Усманов (1907)

1910 йылда имам-хатиб Усманов аҡсаһына аҙаҡ амбулатория һәм дарыухана — Ҡарғалылығы тәүге медицина учреждениеһы урынлашасаҡ йорт төҙөлә. 1912 йылда Мәккә менән Мәҙинәгә хаж ҡыла, бер нисә ғәрәп илендә була, тыуған иленә ҡайтышлай Төркиәгә инә, унда министр һәм профессор Мәхмүт Асад менән осраша. Профессорға Ырымбур һәм Ҡарғалыға саҡырыу хатын тапшыра, һәм профессор был саҡырыуҙы ҡабул итә [4]. 1914 йылдың 15 июненән 25 июненә тиклем Усманов мосолмандарҙың Санкт-Петербургта үткән IV Бөтә Рәсәй съезында ҡатнаша, унда дини эштәргә идара итеү реформалары тикшерелә[3].

Хәйрулла Абдрахман улы Усманов Ырымбур мосолман йәмғиәтенең ғәмәлдәге ағзаһы һәм Сәйет ауылы Мосолман йәмғиәтенең рәйесе була(1915). Ырымбурҙа 1915 йылдың 14 июнендә вафат була[1].

  • Усманов Х. Шакирды и медресе // Вакт (Время). — 1906. Мәҡәләлә: «…шуны аңлатығыҙ: яңы ысулдағы мәғариф атеизмға ла, наҙанлыҡҡа ла өйрәтмәй…», «мәҙрәсәләр университеттар кеүек эшләргә тейеш», дин әһелдәре «кәнән дә, төнөн дә халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыуға ынтылырға тейеш»[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
китаптар
  • Усманов Хайрулла Абдрахманович // Государственная дума Российской империи: 1906-1917 / Б. Ю. Иванов, А. А. Комзолова, И. С. Ряховская. — М.: РОССПЭН, 2008. — 735 с. — ISBN 978-5-8243-1031-3.
  • Члены Государственной Думы (портреты и биографии). Второй созыв. 1907‑1912 гг. / Сост. М. М. Боиович. — М., 1907. — С. 217.
  • Усманов Хайрулла // Энциклопедический словарь Гранат: В 58 т. — М.: Изд. тов. А. Гранат и К°, 1913. — Т. 17. — 372 с.
  • Мусульманские депутаты Государственной думы России 1906-1917 годов: Сборник документов и материалов / сост. Л.А. Ямаева. — Уфа, 1998. — С. 307.
  • Усманова Д. М. Мусульманские представители в Российском парламенте. 1906-1917. — Казань, 2005.
  • Денисов Д. Н. Усманов Хайрулла Абдрахманович // Ислам на Урале: энциклопедический словарь / Коллект. автор. Сост. и отв. редактор – Д. З. Хайретдинов. — М.: Издательский дом «Медина», 2009. — 404 с. — ISBN 978-5-9756-0054-7.
  • Медресе «Усмания» // Башкортостан : крат. энцикл. / гл. ред. Р. Э. Шакуров. — Уфа: Баш. энцикл., 1996. — С. 391—392.
Мәҡәләләре
Архивтар
  • РГИА [Российский государственный исторический архив]. Фонд 1278. Опись 1 (2-й созыв). Дело 449; Дело 578. Лист 30.
  • ГАОО [Государственный архив Оренбургской области], Ф. 11, Оп. 3, Д. 4211, Л. 201—01 об.
  • ГАОО. Ф. 10. Оп. 1. Д. 267/2. Л. 487; Л. 661, 727—729об., 730.