Урыҫ-сәғүд хаҡтар һуғышы
2020 йылдың 8 мартында Сәғүд Ғәрәбстаны Рәсәй менән хаҡтар һуғышын башлай, был хәл нефткә хаҡтарҙың байтаҡҡа арзанайыуына килтерә: АҠШ-та нефткә хаҡтар 34 процентҡа түбәнәйә, сей нефть уртаса 26 процентҡа арзаная [ҡайҙа?], ә Brent маркалы нефть хаҡы 24 процентҡа түбәнәйә.[1] 2019-20 йылдарҙағы коронавирус пандемияһы киң таралған мәлдә нефть сығарыуҙы кәметеүҙе күҙаллау буйынса нефть экспортлаусы илдәр ойошмаһы һәм Рәсәй араһындағы даилогтың өҙөлөүе арҡаһында, хаҡтар һуғышы килеп тыуа. Йыл башынан алып, ихтыяж түбәнәйеү сәбәпле, нефткә хаҡтар 30 прорцентҡа төшә.[2] Әлеге ваҡытта фонд баҙарының глобаль һәләкәтенең дауам итеүе[<span style="" title="не указан источник на утверждение (9 февраля 2021)">көнө лә 88</span>] хаҡтар һуғышының төп сәбәптәренең береһе булып тора.
Урыҫ-сәғүд хаҡтар һуғышы | |
Ваҡиға ваҡыты | 8 март 2020 |
---|---|
Ҡатнашыусылар һаны | 2 |
Башы
үҙгәртергә2014 йылдан алып АҠШ-та һәүерташ нефтен сығарыу баҙарҙа үҙ өлөшөн арттыра; башҡа етештереүселәр ҙә нефть сығарыуҙы дауам итеү сәбәпле, нефттең бер барреленә хаҡ 2014 йылда 114 доллар булһа, 2016 йылда уның хаҡы 27 долларға тиклем төшә. 2016 йылдың сентябрендә Сәғүд Ғәрәбстаны һәм Рәсәй, етештереүселәр һәм ОПЕК-ҡа инмәй ҡалған илдәрҙең («ОПЕК+») формаль булмаған ОПЕК альянсын булдырып, нефть хаҡтарына идара итеүҙә хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешә. 2020 йылдың ғинуарына ҡарата ОПЕК+, тәүлегенә нефть сығарыуҙы 2,1 миллион баррелгә ҡыҫҡарта, ә Сәғүд Ғәрәбстаны нефть сығарыуҙы иң күп кимәлдә ҡыҫҡартыуға өлгәшә[3].
Коронавирус пандемияһы һөҙөмтәһендә 2019—2020 йылдарҙа сәнәғәт етештереүе күләме һәм нефть ташыуға ихтыяж кәмей, был хәл нефткә дөйөм ихтыяждың һәм нефткә хаҡтарҙың түбәнәйеүенә килтерә. 2020 йылдың 15 февралендә Халыҡ-ара энергетика агентлығы түбәндәге хәбәрҙе еткерә: нефткә ихтыяж 2011 йылдағы кеүек иң түбән кимәлгә тиклем төшәсәк, шул уҡ ваҡытта үҫеш көнөнә 365 000 000 барелгә, ә ҡулланыу көнөнә 435 000 баррелгә тиклем кәмейәсәк.
2020 йылдың февралендә трамп администрацияһы Рәсәйҙең иң эре нефть компаниеһы «Роснефткә»[4] ҡаршы санкциялар индерә. Ҡайһы бер киң мәғлүмәт саралары раҫлауынса, Рәсәй, бәлки, нефткә ҡағылышлы низағта АҠШ санкцияларына ҡаршы яуап һөжүмен яһауға иҫәп тотҡандыр[5].
Хаҡтар һуғышына баһалар
үҙгәртергәРәсәй һәм Сәғүд Ғәрәбстанының рәсми даирәләре бер-береһенә ҡаршы һәм башҡа ниндәй ҙә булһа илгә ҡаршы хаҡтар һуғышының барлығын инҡар итә. Рәсәй Президентының матбуғат-секретары Дмитрий Песков, әгәр был кәрәк булһа, яңы планлаштырылған контракттар кисекмәҫтән тормошҡа ашырыласаҡ, тип белдерә.[6] Һөйләшеүҙәр барышында Рәсәйҙең рәсми даирәләре, вирустың көсәйеүе нефть хаҡтарына нисек йоғонто яһаясағын өйрәнмәй тороп, нефть сығарыуҙы кәметергә ярамай, тип белдерә.
Ваҡиғалар
үҙгәртергә2020 йылдың 8 мартында Сәғүд Ғәрәбстаны Европа, Азия һәм Ҡушма Штаттарҙағы ҡулланыусылар өсөн баррель хаҡтарына 6 долларҙан 8 долларға тиклем ташлама яһауы тураһында иғлан итә. Был иғлан нефткә хаҡтарҙың ҡапыл төшөүенә һәм башҡа төрлө эҙемтәләргә килтерә, шул көндө Brent маркалы нефть хаҡы 30 процентҡа төшә, шулай итеп, Фарсы ҡултығындағы һуғыштан һуңғы осорҙа тәүге тапҡыр нефть хаҡтары шулай түбәнәйә. Нефткә хаҡ ҡуйғанда төп ориентир сифатында файҙаланылған West Texas Intermediate (WTI), сей нефть сорты, 20 процентҡа арзаная. 2020 йылдың 9 мартында донъя фонд баҙарҙары ҙур юғалтыуҙар кисереүе тураһында хәбәр итә, Сәбәбе — өлөшләтә хаҡтар һуғышы менән коронавирус сире тоҡаныу ҡурҡынысының үҙ-ара ҡушылып китеүе. Был эффект нефткә хаҡтар һәм фонд баҙарҙарында ла тойола: иғлан ителгәндән һуң Рәсәй һумы АҠШ долларына ҡарата 4 йыл элек булған торошҡа тиклем 7 процентҡа түбәнәйә. Иғландан һуң бер нисә көн үткәс, нефть баҙары бер аҙ тотороҡлана, нефткә хаҡ 10 процентҡа күтәрелә, ә фонд баҙарҙарының күбеһе ҡара дүшәмбенән һуң икенсе көнөнә үк элекке хәленә ҡайта[7] 10 мартта Сәғүд Ғәрәбстаны нефть сығарыуҙы тәүлегенә 9,7 миллион баррелдән тәүлегенә 12,3 млн баррелгә тиклем арттырасағы тураһында иғлан итә, ә Рәсәй нефть сығарыуҙы тәүлегенә 300 000 баррелгә арттырыуҙы планлаштыра.[8] Aramco-ның етештереү ҡеүәте тәүлегенә барлығы 12 миллион баррель тәшкил итә, компаниеға нефть сығарыуҙы тәүлегенә 13 миллион баррелгә тиклем артыу тураһында күрһәтмә бирелә[9].
Ихтыяждың артабан да ҡырҡа кәмеү сәбәпле, нефть хаҡы түбәнәйеүен дауам итә, 18 мартта 18 йыл элек булған кимәлгә етә, ул мәлдә Brent маркалы баррель өсөн нефть хаҡы 24,72 доллар тәшкил итә, ә WTI хаҡы баррель өсөн 20,48 доллар була.[10]
Йоғонтоһо
үҙгәртергәСәғүд Ғәрәбстанында
үҙгәртергәAramco Saudi капиталь сығымдарҙы ҡыҫҡартыу тураһында иғлан итә.[11] Хөкүмәт үҙ бурысының ҙурлығын эске тауар продуктының 30 процентнан 50 процентҡа тиклем күтәрә, быға нефткә хаҡтарҙың түбәнәйеүе лә, шулай уҡ пандемия эҙемтәләре лә йоғонто яһай.[12]
Рәсәйҙә
үҙгәртергәРәсәй хөкүмәте тәүҙә үк , 2020 йылда был сумма бюджет профициты 930 миллиард һум (11,4 миллиард доллар) буласаҡ, тип күҙаллай, әммә хаҡтар һуғышы башланғас, ул, бюджет дефициты көтөлә, тип белдерә. 2020 йылдың 18 мартынан алып һумдың ҡиммәте 30 проценттан ашыуға түбәнәйә.[10]
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- ↑ Business. Oil crashes by most since 1991 as Saudi Arabia launches price war . Дата обращения: 10 март 2020.
- ↑ Oil Prices, Stocks Plunge After Saudi Arabia Stuns World With Massive Discounts . Дата обращения: 10 март 2020.
- ↑ OPEC and how it has dealt with oil price crashes (12 март 2020). Дата обращения: 12 март 2020.
- ↑ Russia Takes Aim at U.S. Shale Oil Producers, The Wall Street Journal (13 март 2020).
- ↑ What's behind Saudi Arabia's oil price war with Russia?, Al-Jazeera (15 март 2020). 2020 йыл 8 июль архивланған.
- ↑ Russia says there is no oil price war with Saudi Arabia . Дата обращения: 19 март 2020.
- ↑ Markets start to bounce back after steep losses (инг.), BBC News (10 March 2020). 10 март 2020 тикшерелгән.
- ↑ Ambrose. Saudi Arabia steps up oil price war with big production increase, The Guardian (11 март 2020). 12 март 2020 тикшерелгән.
- ↑ Raval. Saudi Aramco doubles down on output hike as price war intensifies, Financial Times (16 март 2020). 22 март 2020 тикшерелгән.
- ↑ 10,0 10,1 Sheppard. Oil prices hit lowest level in 17 years as demand plunges, Financial Times (18 март 2020). 22 март 2020 тикшерелгән.
- ↑ Gosden. Saudi Aramco cuts spending as oil price war rages on (инг.), The Times (16 March 2020). 16 март 2020 тикшерелгән.
- ↑ Al Omran. Saudi Arabia to double debt in virus and low oil price fight, Financial Times (20 март 2020). 22 март 2020 тикшерелгән.