Урта быуат фәлсәфәһе

V б. алып XV б. саҡлы арауыҡты биләгән көнбайыш фәлсәфәһе үҫешенең тарихи этабы. Ҡараштары теоүҙәкле.

Урта быуат фәлсәфәһе, урта быуаттар философияһы — V б. алып XV б. саҡлы арауыҡты биләгән көнбайыш фәлсәфәһе үҫешенең тарихи этабы. Ҡараштарҙың теоүҙәклеге менән ҡылыҡһырлана.

Урта быуат фәлсәфәһе
 Урта быуат фәлсәфәһе Викимилектә

Дөйөм характеристикаһы

үҙгәртергә

Урта быуат — дини тәғлимәттә сағылыш тапҡан донъяға дини ҡараш хакимлығы. Фәлсәфә теологияның хеҙмәтсеһе була. Уның төп функцияһы — Изге яҙманы аңлатыу, Сиркәү догматтарына аныҡлама биреү һәм Хоҙай йәшәйешен раҫлау. Бер ыңғай логика үҫеш алған, шәхес төшөнсәһе тейешенсә эшләнгән  (ипостась һәм асыл айырмаһы тураһында бәхәс) һәм берлек йәки дөйөмлөк өҫтөнлөгө тураһында бәхәс (реалистар һәм номиналистар) барған.

Патристика — II—VII быуаттар

үҙгәртергә
  • Алксандрийский теологияһы 
    • Тит Флавий Климент (Климент Александрийский)
    • Ориген
    • Бөйөк Афанасий
    • Кирилл Алксандрийский
  • Каппадокийский түңәрәге
    • Бөйөк Василий
    • Дин Белгесе Григорий
    • Григорий Нисский
  • Латин патристикаһы 
  • Христиандарҙа кешеләрҙән ситләшеп йәшәүселәрҙең дини тәғлимәте
  • Бөйөк Антоний
  • Евагрий
  • Ефрем Сирин
  • Иоанн Кассиан Римле
  • Исаак Сирин
  • Византия философияһы
    • Иоанн Златоуст
    • Дионисий Ареопагит
    • Максим Тәүбәгә килтереүсе
    • Иоанн Дамаскин
    • Григорий Палама — исихазм тәжрибәһен фәлсәфәүи нигеҙләүҙе булдырыусы.

Схоластика — VIII—XV быуаттар

үҙгәртергә
    • Боэций Северин
    • Пётр Дамиани
    • Ансельм Кентерберийский
    • Пьер Абеляр
    • Пётр Ломбардский
    • Раймунд Луллий
    • Бөйөк Альберт
    • Бонавентура
    • Фома Аквинский
    • Дунс Скот
    • Жан Буридан
    • Уильям Оккам
  • Гностицизм
  • Исихазм
  • Бернар Клервоский (Сен-Бернар)
  • Гуго Сен-Викторский
  • Майстер Экхарт

Байғош Августин

үҙгәртергә

Байғош Августин Аврелий (354-430 йыл) иртә урта быуат фәлсәфәһе вәкилдәренең береһе булып тора — гиппонский епискобы (Төньяҡ Африкала), патристиканың абруйлы вәкиле. Был фәйләсуфтың хеҙмәттәре урта быуат йәмғиәтендә христиан дини тәғлимәтенең аяҡҡа баҫыуына ҙур йоғонто яһаған.

Августиндың  йәшәйеш тураһындағы тәғлимәте неоплатонизмға яҡын булған. Бөтә тереклек, фәҡәт ул бар булғанлыҡтан, бәрәкәт (яҡшылыҡ, изгелек) тип иҫәпләнә. Яуызлыҡ — ул матди объект түгел, ә яҡшылыҡтың юҡлығы. Бар тереклек Хоҙай тарафынан бар ителгән һәм уның ярҙамы менән тора. Әгәр Хоҙай «нимәләрҙән үҙенең, әйтер кәрәк, етештереүсе көсөн алһа, элек, барлыҡҡа килер алдынан, булмаған кеүек, ул әйберҙәр шулай уҡ булмаясаҡ». Августин йәнде һәм Хоҙайҙы танып белерлек, тип иҫәпләй. Хоҙай идеяһын ул кеше менән, кешене Хоҙай менән үҙ-ара бәйләнештә ҡарай. Августин фекеренсә, Йән  — матди булмаған объект һәм мәңге йәшәй. Йәндең барлыҡҡа килеүе тураһындағы хеҙмәттәрендә  Августин кеше тыуғанда (йән) әсәнән балаға күсә  тигән һәм йәнде Хоҙай (креационизм) булдырған тигән идеялар араһында икеләнә.

Августин фәлсәфәһе үтә теоүҙәкле: уның үҙәгендә үҙе яралтҡан донъя менән үҙ-ара бәйләнештә торған Хоҙай. Хоҙайҙың тән ҡиәфәте юҡ тип һанап, үҙенең тәғлимәтен ул пантеизмға ҡаршы ҡуя, әммә шул уҡ ваҡытта уны айырым шәхес тип һанай. Шуға бәйле илаһи башланғыстың сикһеҙлек тураһындағы идеяны алға ҡуя. «Әсәйем дә түгел, имеҙеүселәр үҙ имсәктәре менән мине ризыҡландырманы, әммә Һин улар аша миңә, сабыйға, тәбиғәт законы буйынса, бала ризығы бирҙең».

Августин ваҡытты хәрәкәт һәм үҙгәрештәр ҡылыҡһырламаһы тип һанай. Алла донъяны яралтҡан мәлгә тиклем бер ниндәй ҙә ваҡыт булмаған. Һәм, ғөмүмән, бер ниндәй ҙә «тегенән алда» һәм бер ниндәй ҙә «һуңынан» юҡ. Үткән үҙенең йәшәүен хәтергә, киләсәк — беҙҙең өмөтөбөҙгә таянып дауам итә. Уның был йәһәттән фекерләүендә икеләнеү бар. Атап әйткәндә, киләсәкте күрә алған бәйғәмбәрҙәр миҫалы килтерелә, тимәк ҡайҙалыр ул бар. Ул дини фатализм яҡлы, тип иҫәпләнә.

Танып белеү теорияһында неоплатонизмға яҡын. Үҙ тойғоларыңа ышанырға саҡыра, скептицизмды тәнҡитләй. Әгәр хәҡиҡәтте танып белеү мөмкин булмаһа, сағыштырмаса хәҡиҡәт билдәле лә булмаҫ ине. Һәр кешенең үҙенең эске аңы өйрәнеү өсөн асыҡ тип һанай. Тимәк, танып-белеү мөмкин. Социаль тигеҙһеҙлек объектив факт, уның менән көрәштең мәғәнәһе юҡ, тип һанай. Йыуатҡандай, «ярлы яланғас, әммә бәхетле, бай үҙенең нәфсеһенең ҡоло» тип әйткән. Сиркәүҙе  («ерҙәге алла батшалығы») һәм дәүләтте(«иблес йорто») айыра. Параллель рәүештә йәшәп һәм үҫешеп, Әҙәм һәм Һауанан башлап, Ҡурҡыныс хөкөм менән тамамланғансы, улар алты стадия үтәсәк, бынан һуң «Алла ҡалаһы» граждандары йәннәткә эләгер, ә  «ер ҡалаһы» граждандары мәңге ғазапҡа дусар ителер.

Фома Аквинский

үҙгәртергә

Фома Аквинский (Фәрештә Табибы) (1225 йәки 1226-1274) йй. — урта быуаттың күренекле фәйләсуфы һәм дин белгесе, систематизатор ортодоксаль схоластиканы систематизациялаусы, 1323 йылда изгеләр рәтенә беркетелгән (Неаполь янындағы тыуған урыны Аквино буйынса Аквинат тип аталған). Уның фәлсәфәһенең төп ҡағиҙәләр йыйылмаһы положениеһы булып, ҡотолоу өсөн, кеше үҙ аҡылынан тайпылыу һәм Аллаһ сағыштырыу маҡсатында бар иткән илаһи рухтың асылына төшөнгән юл менән генә танып беленәсәк. Ләззәт, рәхәтлек теоретик танып белеүҙең, абсолют хәҡиҡәттең, йәғни Аллаһтың ахырғы маҡсаты булып тора, өҫтәүенә, Быларҙың барыһының да илаһи бәрәкәтһеҙ булыуы мөмкин түгел. Дәүләт власының төп маҡсаты дөйөм байлыҡҡа ярҙам итеү тип һанаған.Тиранияға түгел, монархияға өҫтөнлөк биргән. Эвдемонизм вәкиле.

Григорий Палама

үҙгәртергә

Григорий Палама (Тынлыҡ Уҡытыусыһы) (1296-1359) — Палеолог Византияһының иң ҙур аҡыл эйәһе, үҙенең хеҙмәттәрендә исихазм көнсығыш мистик тәжрибәһенә фәлсәфәүи нигеҙ биреүсе. Палама фәлсәфәһенең сығанаҡ пункты булып (асылы) буйынса аңлап булмаған Алланың танып белеү тәжрибәһен аңлау кәрәклеге тора. Уның фәлсәфәүи хәл ителеүе ул тыуҙырған асыл һәм энергияны айырыуҙа. Теләһә ниндәй асыл да ниндәй ҙә булһа асыҡланыуға, эш-хәрәкәткә йәки энергияға эйә булырға тейеш, шулай булмаһа, был асыл булмаған абстракцияға әйләнә. Әммә энергия, Плотин эманацияларына оҡшатып, яйлап ҡата барып, мәхлүк донъяһына түгелмәй, ә тулы көйө һаҡлана, һәм Алланың донъяға мөнәсәбәтенең трансцендентлығын боҙмай. Мәхлүк булмаған энергия - ул Үҙе тышҡа мөрәжәғәт иткән Хоҙайҙың үҙе.

|автор = Штёкль, Альберт. |часть = |заглавие = История средневековой философии |оригинал = |ссылка = |ответственный = |издание = Репринтное издание |место = СПб. |издательство = Алетейя |год = 1996 |страницы = |страниц = 320 |серия = Университетская книга |isbn = |тираж = 2000 }}

  • Лурье В. М. История византийской философии. — СПб.: Axioma, 2006. — 553 с.[1]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Урта быуат фәйләсуфтары текстары китапханалары

үҙгәртергә

Русском телендә

үҙгәртергә

Латин һәм инглиз телендә

үҙгәртергә

Уртаҡ ресурстар

үҙгәртергә

Урта быуат фәлсәфәһе тарихының методологияһы 

үҙгәртергә