Уржум минераль һыу сығанаҡтары
Уржум минераль һыу сығанаҡтары (рус. Уржумские минеральные источники) — төбәк әһәмиәтендәге гидрология тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965)
Уржум минераль һыу сығанаҡтары | |
---|---|
урыҫ Уржумские минеральные источники | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 0,2 га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 17 август 1965 йыл |
Урынлашыуы | |
55°22′57″ с. ш. 55°54′28″ в. д.HGЯO | |
Яҡындағы ҡала | Бирск |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәБөрө районы Бәләкәй Соҡаяҙ ауылынан көнсығышҡа табан 4 саҡрым алыҫлыҡта Сөгәҙе йылғаһы[1] үҙәнендә урынлашҡан. 2 тоҙло сығанаҡ тураһында мәғлүмәт әҙәбиәттә XIX быуаттан уҡ билдәле була. Беренсе шишмә Сөғәҙенең уң ярында, уның тамағы менән Уржумовка[2] ауылы араһында урынлашҡан. Икенсе сығанаҡ беренсеһенән 0,5 км түбәнерәк булған Сөғәҙе йылғаһының икенсе, һул яҡ ярында, урынлашҡан. Сығанаҡтар аҫҡы пермдең көңгөр ярусының гипс-доломит тоҡомдары үҫешендә барлыҡҡа килә. Ошонда уҡ, төп битләү итәгендә, бер нисә гипс ҡатламдарынан сыҡҡан тағы бер нисә ҙур булмаған сығанаҡ билдәләнә, улар бер-береһенән 0,3 км аралыҡта ята. Шишмәләр ул ваҡытта булмаған аш тоҙо сығанағы булараҡ иғтибарҙы йәлеп итә. Шишмә дебиты (күләме) һәр төркөмдә яҡынса 300 л/с, минераллашыу — 11,9 г/л. Температураһы йыл әйләнәһенә яҡынса +6 °C тәшкил итә.
Тәүге тапҡыр 1919 йылда уҡ уларҙан аш тоҙо алыу өсөн файҙаланыу мөмкинлеге тикшерелә. Һыуҙы парға әйләндергәндә тоҙҙоң сығышы 80 %-ҡа тиклем тәшкил итә. Бынан тыш, сығанаҡта кальций һәм магний тоҙҙары билдәләнә, уларҙың һуңғыһы һыуға әсе тәм бирә. Сығанаҡтарҙы болондар һәм һыубаҫар талдар, киң япраҡлы урмандар уратып алған[3][4].
Һыу сығанаҡтары фәнни, ғәмәли һәм һауыҡтырыу әһәмиәтенә эйә.
Тәғәйенләнеше: химик составы буйынса уникаль минераль һыу сығанаҡтарын һаҡлау.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Бөрө йылғаһының уң ҡушылдығы
- ↑ хәҙер бөткән ауыл
- ↑ Э. Г. Гареев. Геологические памятники природы РБ стр.138
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы /Уржум минераль һыу сығанаҡтары
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Уржум минераль һыу сығанаҡтары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Уржумские минеральные источники/ . — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).
- Э. Г. Гареев. Геологические памятники природы РБ . — Уфа: Тау, 2004. — 296 с. — ISBN 5-93578-028-3.