Урал (гәзит, 1907)

«Урал»Рәсәй империяһының Урал буйында йәшәгән урыҫ булмаған халыҡтар өсөн беренсе социаль-демократик гәзит. Баҫманың тәүге һаны 1907 йылдың 4 ғинуарында Ырымбурҙа татар телендә донъя күрә.

«Урал» гәзите. 1907 й.

Гәзит Ырымбурҙа баҫылһа ла, тарихы Өфө менән бәйле. 1906 йылда күренекле татар революционеры Хөсәйен Ямашев ялған паспорт менән Ҡазандан Өфөгә килә. Ул Өфө РСДРП комитеты менән бәйләнеш булдыра. Уға башҡорт һәм татарҙар араһында эш алып барырға ҡушылған була. Шул ваҡытта социаль-демократик гәзит сығарыу уйы килә. Өфөлә полиция күҙәтеүе көслө булғанлыҡтан ғәзитте Ырымбурҙа баҫтырырға ҡарар итәләр.

Хөсәйен Ямашев полиция күҙәтеүе аҫтында тоорғанлыҡтан, баҫма мөхәррире итеп уның ҡатыны Бибихәҙисә, гәзитте ооштороусы итеп партияһыҙ Тимурша Соловьев күрһәтелә. Шуға күрә Ырымбур губернаторы гәзитте баҫтырырға рөхсәт бирә.

«Урал»дың партияныҡы икәнлеген йәшереү маҡсатында уны «әҙәби һәм тарихи-иҡтисади баҫма» тип атайҙар.

Гәзит Ырымбур, Өфө губерналары, Силәбе, Мәскәү, Ҡазан, Әстрәхән ҡалаларында таратыла.

Гәзиттең һүңғы һаны дүрт айҙан, 1907 йылдың апрелендә сыға. Барлығы 31 һан баҫыла.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә