Урал батырҙың алтын билбауы
«Урал батырҙың алтын билбауы» — Башҡортостандың Өфө ҡалаһынан башланып, тарихи тәбиғәт һәйкәлдәре, иҫтәлекле, «Урал батыр» эпосына бәйле урындар, халыҡ кәсепселеге һаҡланған Учалы, Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Күгәрсен, Мәләүез, Ишембай, Стәрлетамаҡ райондары аша үткән туристик маршрут[1].
Маршрут программаһы
үҙгәртергәБелорет районы
үҙгәртергәАссы шифаханаһына экскурсия. Уҫманғәле мәсете, Заһир Исмәғилев музейы, үҙенсәлекле легендалар — дейеүҙәр, аждаһалар менән бәйле Көньяҡ Урал ҡурсаулығы башланған Ямантау менән танышыу.
Учалы районы
үҙгәртергәАзия-Европа сигендәге стела янында туҡталыш. Ҡашҡар ауылында Шакирйән Мөхәмәтйәновтың (Александр Матросов) музейына экскурсия. «Урал батыр» стелаһы менән танышыу. Учалы ҡалаһы буйлап экскурсия: райондың этнография музейында булыу, Ахун мәнгирҙәренә барыу. «Абҙаҡ» тау саңғыһы үҙәгенә сәйәхәт.
Әбйәлил районы
үҙгәртергә«Яҡтыкүл» тау саңғыһы үҙәгенең канат юлы менән 450 метр бейеклектәге тауға менеү. Яҡтыкүл күленә сәйәхәт. Советтар Союзы Геройы, генерал Таһир Күсимовтың музейына экскурсия.
Баймаҡ районы
үҙгәртергәБашҡортостандың беренсе баш ҡалаһы булған Темәс ауылында «Темәс» тарихи-мәҙәни үҙәктә башҡорт милли йолаларын менән танышыу. Этнография музейына сәйәхәт.
Бөрйән районы
үҙгәртергәМәндәғол ауылындағы «КаповоТур» турбазаһында урынлашыу. Ағиҙел буйлап ағыу, Аҡбулат ауылындағы мәсет менән танышыу, Бабсаҡ бей ҡәберенә зыярат ҡылыу. Шүлгәнташ мәмерйәһенә экскурсия.
Күгәрсен районы
үҙгәртергәЙомағужа һыуһаҡлағысына сәйәхәт. «Башҡорт ауылы» туристик базаһы менән танышыу.
Мәләүез районы
үҙгәртергәНөгөш һыуһаҡлағысына экскурсия. Воскресенск картиналар галереяһы менән танышыу.
Ишембай районы
үҙгәртергәСкварчиха ауылында изге сығанаҡта булыу.
Стәрлетамаҡ районы
үҙгәртергәҠаланың "Таштар музейы"на сәйәхәт. «Юрматы ере» мемориаль комплексы менән танышыу.
Перспективаһы
үҙгәртергәМаршрутҡа Ирәмәл тауын һәм Ғафури районының Сәйетбаба ауылындағы Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәген, башҡа райондарҙы ла индереү күҙаллана.
|
|
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- https://resbash.ru/stat/2/6768(недоступная ссылка)