Ниғмәтуллин Урал Миңлебай улы
Ниғмәтуллин Урал Миңлебай улы (8 март 1961 йыл) — «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәре, йырсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2008).
Биографияһы
үҙгәртергәУрал Миңлебай улы Ниғмәтуллин 1961 йылдың 8 мартында Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Сәйетбаба ауылында тыуған. Урындағы мәктәптән һуң 1979 йылда үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай, артабан Совет Армияһы сафында хәрби хеҙмәттә була.
1985 йылда Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу училищеһының (хәҙер мәҙәниәт техникумы) хор-дирижер бүлеген тамамлай һәм 1986 йылдан Ғафури район мәҙәниәт йортонда эшләй.
Төп хеҙмәтенән айырылмай 1994 йылда ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филология һәм журналистика факультетын тамамлай[1].
1995 йылда «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы үткәргән ижади конкурста ҡатнаша һәм уның һөҙөмтәһендә радио тапшырыуҙары студияһына музыкаль мөхәррир итеп эшкә ҡабул ителә. Бер ни тиклем ваҡыттан «Ижад» әҙәби-музыкаль берекмәһе етәксеһе итеп тәғәйенләнә. 2010 йылдан «Ашҡаҙар» радиоһы комментаторы һәм мөхәррире[2].
Урал Ниғмәтуллин шулай уҡ башҡорт халыҡ йырҙарын һәм төрлө осор композиторҙары әҙәрҙәрен оҫтә башҡарыусы булараҡ та республикала танылыу алған[1].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергә- «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының профсоюз комитеты ағзаһы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2009)
- Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау грамоталары
- Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһы Маҡтау грамоталары
Репертуары
үҙгәртергәХалыҡ йырҙары
үҙгәртергә- Уйыл
- Ильяс
- Ҡырҡты тау
- Асыуланма
- Бөрлөгән
- Гармун
- Йәнем, бәғрем
- Наласа
- Таң йыры
- Ырымбур-Силәбе
- Яратҡан йәремә
Композиторҙар әҫәрҙәре
үҙгәртергә- Нишләйем (Фәсил Әхмәтов музыкаһы, Әхмәт Йәркәй һүҙҙәре)
- Һиңә Риф Арыҫлан музыкаһы, Радик Хәкимйән һүҙҙәре)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Сайт «Единый портал башкирской культуры и произведений искусства». Исполнители: Нигматуллин Урал Минибаевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 апрель 2021)
- ↑ «Ашҡаҙар» радиоһы сайты. Мөхәрририәт: Урал Ниғмәтуллин, мөхәррир 2020 йыл 21 май архивланған. (Тикшерелеү көнө: 8 апрель 2021)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Сайт «Единый портал башкирской культуры и произведений искусства». Исполнители: Нигматуллин Урал Минибаевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 апрель 2021)
- «Ашҡаҙар» радиоһы сайты. Мөхәрририәт: Урал Ниғмәтуллин, мөхәррир 2020 йыл 21 май архивланған. (Тикшерелеү көнө: 8 апрель 2021)