Иҙелбаев Урал Мирас улы

(Урал Иҙелбаев битенән йүнәлтелде)

Иҙелбаев Урал Мирас улы (15 декабрь 1972 йыл) — композитор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2014) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2000).

Иҙелбаев Урал Мирас улы
Тыуған көнө 15 декабрь 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (51 йәш)
Тыуған урыны Сибай, Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө композитор

Биографияһы

үҙгәртергә

Урал Мирас улы Иҙелбаев 1972 йылдың 15 декабрендә Башҡорт АССР-ының Сибай ҡалаһында ғалим Мирас Иҙелбаев һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова ғаиләһендә тыуған.

1987—1990 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында уҡый, артабан — Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай (1997; З. Ғ. Исмәғилев һәм Р. Р. Йыһанов класы).

1991 йылдан алып Башҡортостан телевидениеһы эргәһендәге «Аманат» музыкаль төркөмө артисы. ХХ быуаттың 90-сы йылдарында Урал Иҙелбаевтың «Аҡ йондоҙ» төркөмө ҙур популярлыҡ яулай. 1992 йылда — «Аҡ йондоҙ» ижад фирмаһы директоры, 2001—2007 йылдарҙа һәм 2014 йылдан башлап Башҡорт академия дәүләт драма театры нда музыка бүлеге мөдире булып эшләй.

2010—2012 йылдарҙа Стәрлетамаҡ башҡорт драма театр-студияһы етәксеһе.

Урал Иҙелбаев ижадына тәрән лириклыҡ, нескә хислелек, тулҡынландырғыс иманлылыҡ хас. Уның музыкаһы милли үҙенсәлекле, бер үк ваҡытта унда рок музыкаһына хас стилистик һыҙаттар бар. Композиторҙың ижадында вокаль музыка, драма спектаклдәренә музыка (150 нән ашыу) төп урынды алып тора: И. Х. Йомағоловтың «Нәркәс», М. Кәримдең «Салауат. Өн аралаш ете төш»,М. Кәримдең «Оҙон оҙаҡ бала саҡ» повесы буйынса Р. В. Исрафиловтың шул уҡ исемле спектакле, Т. Ғ.Миңнуллиндың «Яратыу гонаһмы?» спектакле, Т. Х. Ғариповаың «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» мюзиклы (бөтәһе лә — Башҡорт драма театры сәхнәһендә), М. Кәримдең «Тоҡ эсендәге бесәй или башкирская пленница» (Милли йәштәр театры һәм башҡа спектаклдәр.

Спектаклдәргә музыка

үҙгәртергә

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендәге спектаклдәрҙең музыкаль биҙәлеше һәм музыкаһы авторы[1]

«Нәркәс» ( И. Йомағолов, реж. И.Ғиләжев, мелоромантик трагедия) «Оҙон-оҙон баласаҡ» (М.Кәрим, режиссёр Ф.Биксәнтаев, комедия) «Коҙаса» ( Б.Бикбай, З.Исмәғилев, режиссёр А. Абушахманов, музыкаль комедия) «Пролетая над гнездом кукушки» (К.Кизи, режиссёр А. Абушахманов, психологический триллер) «Снежная королева» (Г.-Х.Андерсен, режиссёр А. Абушахманов, сказка) «Грешно ли любить?» (Т.Миңнуллин, режиссёр А. Абушахманов, драма) «Маугли» (Р.Киплинг, режиссёр И.Ҡазаҡбаев, книга джунглей) «Буратино — remake» (А.Толстой, режиссёр А. Абушахманов, музыкальное приключение) «Ул бит кисә ине» (Н.Ғәйетбаев, режиссёр И.Валеев, комедия) «Аҡ пароход» (С.Айытматов, режиссёр Линас Мариус Зайкаускас, драма) «Мактымһылыу, Әбләй һәм Ҡара Юрга» (Т.Ғәрипова, режиссёр О.Ханов, мюзикл) «Камень одиночества» (А.Ғаязов, режиссёр О.Ханов, драма) «Каһым түрә» (Б.Бикбай, Х.Ирғәлин, режиссёр О.Ханов, драма) «Йүгер, Харис, йүгер» Э.Яһүҙин, режиссёр А.Амиров, комедия/ «Волшебник Изумрудного города» А.Волков, режиссёр Ильсур Ҡазаҡбаев, сказка «Йософ һәм Зөләйха» (Ҡолғәли, Ю.Сәфиуллин инсц., режиссёр Олег Ханов, музыкаль легенда)

Фильмдарға музыка[1]

үҙгәртергә
  • Ике лә генә егет (2015)
  • Етегән (2014)
  • Урал-батыр (2013)
  • Әсе бал (2013)
  • Елғыуар (Ловец ветра, 2008)
  • Рәхмәт (2007)
  • Птичья нога (Ҡыҫҡа метражлы фильм, 2005)
  • Сөмбөлдөң етенсе йәйе (2002)

Урал Иҙелбаев — башҡорт шағирҙары шиғырҙарына вокаль симфоник циклы (1997), С. Т. Аксаковтың «Ал сәскә» («Аленький цветочек») әкиәте буйынса шул уҡ исемле мюзикл (2015), 30 ҙан ашыу нәфис, документаль һәм анимация фильмына, шул иҫәптән «Ауыл өҫтөндә йәйғор» (2000), «Сөмбөлдөң етенсе йәйе» (2002), «Рәхмәт» (2007), «Елғыуар» («Ловец ветра»; 2010), «Ике лә генә егет…» (2015), «Аҡһаҡалдар менән әңгәмә: Мостай Кәрим» («Беседы с мудрецами: Мустай Карим»; 2004), «Ут һәм нур ҡалдырҙы…» («Огонь и свет оставил он…»; 2009) музыка авторы.

2018 йылдың 2 февралендә «Башкортостан» Дәүләт концерт залында композиторҙың юбилейы сиктәрендә «Урал легендалары» этник музыкаһы концерты булды. Программала Урал Иҙелбаевтың эшкәртеүендә иң билдәле башҡорт халыҡ йырҙары һәм бейеү композициялары башҡарылды, шулай уҡ авторҙың оригиналь музыкаһы[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Видеояҙмалар

үҙгәртергә