Уплисцихе (мәмерйә ҡала)

Уплисцихе (груз. უფლისციხე «господский ҡәлғәһе») — боронғо мәмерйә ҡала, Грузия территорияһында тәүге ҡалаларының береһе. Уплисцихе Кура йылғаһының һул ярындағы Гори ҡалаһынан көнсығышҡа табан 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан соҡоп яһалған ҡала. Ҡала б. э. т. II меңйыллыҡ аҙағында — б. э. т. I мең йыллыҡ башында барлыҡҡа килгән, бер нисә күтәрелеш һәм түбәнәйеү кисергән, XIX быуатта тулыһынса ташлап кителгән һәм, шулай итеп, күп ҡатлы археологик объект, грузин мәҙәниәтенең мөһим ҡомартҡыһы булып тора. Үҙенең ҡоролошо яғынан, бер нисә мең йыл дауамында төҙөлгән архитектура һәм дин культы ҡоролмалары ҡалдыҡтарын һаҡлап ҡалған үҙенсәлекле һәйкәл булып тора[1]. Уплисцихе сәскә атҡан осоронда 700-ҙән ашыу мәмерйә һәм мәмерйә ҡоролмаларынан торған объектты үҙ эсенә алған, әлеге ваҡытта шуларҙың 150-һе генә һаҡланған[2].

Уплисцихе
груз. უფლისციხე
Нигеҙләү датаһы 2 б.э.т. мең йыллыҡ
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Урын Шида-Картли[d]
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d] һәм Объект из предварительного списка Всемирного наследия[d]
Панорамный вид
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы (ii)[d], (iii)[d], (iv)[d] һәм (v)[d]
Карта
 Уплисцихе Викимилектә

Ҡаласыҡтың көньяҡ-көнсығыштан дөйөм күренеше

Тикшереүҙәр тарихы

үҙгәртергә
 
Рус кенәзе Григорий Гагарин башҡарған Уплисцихе рәсеме. 1847 йыл


Уплисцихе урта быуаттар грузин тарихсылары хеҙмәттәрендә күп тапҡырҙар телгә алынған, шулай итеп, боронғо ҡаланы тарих бер ваҡытта ла онотмаған. Мәҫәлән, XVIII быуат тарихсыһы һәм географы Вахушти Багратиони нимә ти:

Уплисцихе монголдар баҫҡынсылығына тиклем үк ҡала булған, әммә … әммә әлеге көндә емерек хәлдә. Бында ғәҙәти булмаған, ҡаяны соҡоп эшләнгән ҡоролмалар бар, ҙур залдар ҙа шулай уҡ ҡаяға соҡоп эшләнгән, Кура йылғаһына тиклем алып сыҡҡан ҙур туннель булған. Көнбайышта — аҫылынып торған ҡаяла хәҙерге көндә инерлек булмаған мәмерйәләр. Мәмерйәләрҙән уҡ һәм һөңгөләр менән ҡоралланған яугирҙар, һыбайлылар походҡа сыҡҡаны күҙ алдына баҫа, һәм был күрәҙәселек менән бәйле тип һаналған ер Уплисцихе тип атала.

XX быуат урталарына Уплисцихе ҡайһы бер тасуирламаларҙа ғына иҫкә алынһа, 1957 йылдан ҡомартҡыны системалы фәнни өйрәнеү башлана. Шул ваҡыттан башлап, ҡаласыҡты Ш. Амиранашвили һәм Т. Саникидзе етәкселегендәге Грузия Дәүләт сәнғәт музейының комплекслы архитектура-археологик экспедицияһы өйрәнә. Тикшеренеүҙәр башланғас, ҡаласыҡ таҙартылған, ҡайһы бер ҡоролмалар өҫтәлмә тимер-бетон конструкциялар ярҙамында нығытылған, ә ҡайһы берҙәре йәшерелгән һәм тикшеренеүҙәр туҡтатылған. 19771978 йылдарҙа экспедиция һәйкәлдең көньяғындағы йырында ҡаланың иртә тормошонда уҡ йәшертелгән хазина — иң мөһим асыш табылған, ундағы предметтар грузин музейҙарына тапшырылған. Табыш ҡала тормошоноң ҡайһы бер билдәһеҙ яҡтарын аңларға һәм Уплисцихеның культ объекттары тәғәйенләнеше тураһында әйтелгән фараздарҙы раҫларға ярҙам иткән[1].

Ҡаласыҡтың көнсығыш өлөшөндәге ҡайһы бер участкалары ҡаҙылмаған көйө ҡалдырылған һәм, киләсәк тикшеренеүҙәре өсөн, туҡтатылған килеш ҡала.

Иң боронғо осор

үҙгәртергә

Археологик мәғлүмәттәргә ярашлы, б. э. т. II—I меңйыллыҡтар башында Уплисцихе дини культ үҙәге булып киткән. Уплисцихеҙа һәм уның тирә-яғында алып барылған ҡаҙыныу эштәре һөҙөмтәһенедә ғалимдар ваҡиғалар үҫешен шулай фаразлай. Кеше бронза осоронда был төбәктең уңдырышлы ерҙәрен үҙләштергәндән һуң, был урындағы культ үҙәге Уплисцихеҙан өс километрға көнбайышта Катланисхеви ҡалҡыулығында урынлашҡан. Был ҡалҡыулыҡта бер нисә быуат дауамында бронза осоро торағы йәшәгән. Б. э. т. II һәм I меңйыллыҡтар сигендә Катланисхевиҙа ҙур янғын сыҡҡан, бынан һуң тимер быуат башланған дәүерҙә мәжүсилек культ үҙәге унан Уплисцихеға күскән. Кеше үҙ торағы өсөн тап ҡая йәки ҡалҡыулыҡты һайлай икән, был тәбиғи, сөнки, бер яҡтан, ҡаялар һәм тауҙар элек-электән ҡөҙрәт һәм мәңгелек билдәһе, ә икенсе яҡтан, текә ҡая битләүҙәре ипкене тәбиғи нығытма булып та тора[1].

Бик күп боронғо ҡоролмалар һуңғараҡ яңынан үҙгәртеп ҡоролғанлыҡтан, Уплисцихеҙа бөтөнләйе менән был осорҙоҡо тип әйтерлек мәмерйәләр юҡ, әммә археологик материал культ йолаларын үтәү маҡсатында ҡайһы бер биналарҙың даими файҙаланылғанын раҫлай. Уплисцихеҙа һуңғараҡ символы тәгәрмәс булған ҡатын-ҡыҙ ҡояш алиһәһе был осорҙа ла булғаны билдәле. Был алиһәнең берҙән-бер һыны (балсыҡ статуэтка) фәҡәт Катланисхеви ҡалҡыулығында табылған[1].

Был осорҙа Уплисцихеның Урарту һәм Мидия менән сауҙа бәйләнештәре булыуы тураһында археологик мәғлүмәт бар [1]. Икенсе яҡтан, Уплисцихеның ниндәй ҙә булһа бер дәүләт берләшмәһенә ҡарағанлығы тураһында мәғлүмәт юҡ. Күрәһең, ул бойондороҡһоҙ культ үҙәге булған.

Атаманың килеп сығышы

үҙгәртергә

Тораҡ бик боронғо замандан «Уплисцихе» тип аталған. Урта быуат грузин тарихсыларының иҫкә алыуҙарынса, тораҡҡа нигеҙ һалыуҙы мифологик «Уплос, Мцхетос улы» менән бәйләйҙәр, һәм был сығанаҡтарҙың дөрөҫлөгө, дөйөм алғанда, археологик материалдар менән дәлилләнә. Шул нигеҙҙә фәнни әҙәбиәттә «Уплисцихе» атамаһы Уплос исеме менән бәйләнә[3]. Шуға ҡарамаҫтан, киң таралған сығанаҡтарҙың күбеһендә хәҙерге заман грузин телендә Уплисцихе «Уплос»: «хаким» (груз. უფლისციხე) — «хаким ҡәлғәһе» уртаҡлыҡ исеме менән бәйләнгән тип раҫлана.

Эллинистик осор

үҙгәртергә

Уплисцихеҙағы культ объекттарына табыныусылар һаны үҫә барыу менән уның танылыуы артҡан, һәм б. э. т. IV быуатҡа Уплисцихе ҡалаға әйләнә. Б. э. т. IV быуаттың икенсе яртыһында халыҡ тауҙың дөйөм майҙаны 9,5 гектар тәшкил иткән көньяҡ битләүенең бөтә территорияһын үҙләштергән. Артабанғы осорҙа (моғайын, быуат ахыры — II быуат башында[3]), ҡорамдарҙы, йәмәғәт биналарын һәм тораҡ йорттарҙы индереп, ҡаяларҙы соҡоп бер нисә йөҙ төрлө ҡоролмалар эшләнгән. Бынан тыш ҡалала ҡоҙоҡтар һәм һыу ағыҙғыс торбаларр, ҡала ҡапҡалары, урамдар һәм нығытмалар рәтләнгән. Археологтар фекеренсә, бындай ҙур үҙгәрештәр бер нисә тиҫтә йыл эсендә атҡарылған.

Уплисцихеҙың үҫеше баш ҡалаһы Мцхета булған Иберия — Көнсығыш-грузин батшалығы осоронда формалашҡан. Уплисцихе Иберияның башҡа ҡалалары араһында башлыса үҙенең дини яҡтан әһәмиәте менән айырылған. Уның ҡоролмаларының күбеһе фәҡәт дини әһәмиәткә эйә булғанлыҡтан, Уплисцихе ғибәҙәтхана ҡалаһы, Иберияның төп дини үҙәге булған тигән һығымта яһарға була[3]. Шулай итеп, Уплисцихеҙың ролен Боронғо Греция Дельфаһы йәки Колхиданың Ваниһы менән сағыштырып була.

Ҡаланың үҫешенә уның Европа һәм Яҡын Көнсығышты тоташтырыусы Ҡара диңгеҙ һәм Каспий диңгеҙҙәре араһында ятҡан сауҙа юлында урынлашыуы ла өҫтәлмә булышлыҡ иткән[1]. Ҡайһы бер танылған баҫмаларҙың[4] Уплисцихе Бөйөк ебәк юлында урынлашҡан тип тылҡыуы географик һәм хронологик дәлилдәр менән тап килмәй. Иң уңайлыһы — «сауҙа юлында» тип кенә сикләнеүҙә[1].

Ҡаланың эллинистик осорҙағы ҡоролошо

үҙгәртергә

Был осорҙағы Уплисцихеның ҡоролошонда эллинистик осор ҡалаһының үҙенсәлекле һыҙаттары: тәбиғи ҡаршылыҡтары булмаған участкаларында ҡаланы һаҡлаусы тотҡарлаусы ур һәм диуарҙар; һалынған юлдар; йылғаға төшкән тоннель; һыу менән тәьмин итеү һәм ағып төшкән һыуҙар өсөн тәғәйенләнгән һыулыҡ торбалар системаһы күҙәтелә[3]. Боронғо традиция буйынса, ҡалала йәшерен тоннель генә түгел, шулай уҡ ер йөҙө яҡтарына йүнәлеш биргән дүрт инеү урыны ла булған. Ҡаланың төп ҡапҡаһы ҡаяның көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә булып, уның аша көнсығыштан ҡалаға төп (изге) юл алып барған. Ҡаланың көньяҡ-көнсығыш ҡапҡаһынан ҡаяны соҡоп эшләнгән тар ғына юл Кура йылғаһына илткән. Был фәҡәт йәйәүлеләр ғына үтерлек юл булған. Уплисцихены төньяҡтан һаҡлаған аҫылмалы ҡаяларға алып сыҡҡан төньяҡ-көнбайыш һәм төньяҡ-көнсығыш ҡапҡа бөтөнләй сығырлыҡ булмаған һәм күрәләтә символ ғына булған. Көньяҡтан ҡала ташты эшкәрткәндән һуң ҡаяла барлыҡҡа килгән диуар һәм ҡаҙылған тотҡарлаусы ур менән һаҡланған. Көньяҡ-көнсығыш төп ҡапҡа алдында ҡайтармалы күпер булған.

Ҡалаға инеү юлдары һәм нығытмалар
     
Көньяҡ-көнсығыштан ҡалаға илткән изге юл Төп юлға кңсеүсе изге юл. Ҡаланан күренеш. Ҡаланы төньяҡ-көнсығыштан һаҡлаусы текә ҡаялар. Хәҙерге ваҡытта инеү мөмкин булмаған мәмерйәләәргә элекке инеү урыны.
 
 
 
 
Йылғаға алып сығыусы йәшерен тоннель Көньяҡ-көнбайыш ҡапҡаға илтеүсе ҡаяға соҡоп эшләнгән йәйәүлеләр юлы Ҡаланың көньяҡ ситендәге һаҡлаусы диуар

Ҡаланы һыу менән тәьмин итеү ике ысул менән тормошҡа ашырылған. Бер яҡтан, ҡаланың төньяҡ өлөшөн дауам итеүсе ҡаялы тау теҙемендәге тәбиғи шишмә 5 километрға яҡын оҙонлоҡтағы таш торбалар системаһы ярҙамында ҡала үҙәгенә тоташтырылған. Икенсе яҡтан, Кура йылғаһының һыуы килгән тәрән ҡоҙоҡ булған. Белгестәр, ҡоҙоҡ изге тип һаналған, һәм уның һыуы көнкүрештә түгел, ә сакраль маҡсатта ҡулланылған, тип иҫәпләйҙәр[1].

Был осорҙағы Уплисцихе архитектураһы ҡая биналарға бай, һәм был күренеш Грузияға ғына түгел, хатта кавказ аръяғы төбәгенә лә хас булмаған. Төҙөүселәр ҡая ҡатламында традицион таш йә ағас архитектураһына хас һыҙаттарҙы ҡабатларға ынтылған. Ҡаяла соҡоп яһалған күп биналар ағас һәм таш өрлөктәр, колонналар һ. б. архитектура элементтарына оҡшатып биҙәлгән. Был йәһәттән Уплисцихе эллинистик осорҙа һалынған набатей батшалығы Петраға ла, һәм ҡайһы бер Пафлагония төҙөлмәләренә лә оҡшаған[3]. Парфия архитектураһы йоғонтоһо ла тойомлана[3][5].

Особенности архитектуры Уплисцихе
Башҡа архитектура материалдарын һәм алымдарын имитациялау маҡсатында ҡаяны эшкәртеү
     
"Батшабикә Тамара залы"ның эске биҙәлеше "Матур ғибәҙәтхана"ның биҙәлеше Кессонлы ғибәҙәтхана"ның түшәме]]

Уплисцихе биналарын ҡороу ике этаптан: башта ҡая тоҡомон тупаҫ уйыуҙан, артабан (стена һыҙатына яҡынайған һайын) ташты талап ителгән формаға нескә ышҡып ярыштырыу — скульпторҙың эшен хәтерләткән процестан торған. Ышҡып ярыштырғанда һыу һәм абразив ташты эшкәртеү ҡулланылған, процесс ҡая тоҡомға талап ителгән форманы ғына биреп ҡалмаған, тоҡомдоң (ҡомташ) өҫкө өлөшөнә ышаныслы һаҡлау ҡатламы һөрткән. Был ҡатлам конструкцияларҙы емерелеүҙән һаҡларға тейеш булған.

Эллинистик осорҙа Уплисцихеҙа дин

үҙгәртергә

Уплисцихеҙа дин үҙ заманының үҙенә бер төрлө политеистик ышаныуҙарының йыйылмаһын тәшкил иткән. Эллинистик осорҙа Уплисцихеҙа Ҡояш аллаһына табыныу кеүек бик боронғо культтан башҡа башҡа күк есемдәренә һәм, ер, ер аҫты, һыу һәм башҡа бөтә грузин мәжүси хоҙайҙарының пантеонына табынғанда. Әйтер кәрәк, хоҙайҙарҙың һәр береһе үҙенә тап килгән культ ҡоролмалары менән бәйле булған. 337 йылда Грузияны христианлаштырғандан һуң беренсе христиандар тарафынан емерелгән Ҡояш ғибәҙәтханаһы, моғайын, иң төп урын бюиләгәндер[1]. Бынан тыш Уплисцихеҙа шул осорҙа әүҙем файҙаланылған тиҫтәләгән башҡа культ ҡоролмаһы һаҡланған.

Ер аҫты хоҙайҙарына табыныу маҡсатында бер метрҙан алып дүрт метрға тиклемге ҙур соҡорҙар ҡулланылған, һәм уларҙың ҡайһы берҙәренең тәрәнлеге 12 метрға еткән. Соҡорҙар ер аҫты батшалығы хоҙайҙарына йола ҡорбан килтереү өсөн файҙаланылған. Ентекле ҡаҙыныу эштәрен алып барыу һәм соҡор төбөндәге материал ҡалдыҡтарын анализлағанға тиклем уларҙың тәғәйенләнеше асыҡланмаған ине. Бер фараз сифатында ҙур соҡорҙар төрмә функцияһын үтәгән тигән күҙаллау килтерелә. Был фараз дөрөҫ булмай сыҡҡан[1], әммә ҡайһы бер танылған сығанаҡтар[4] һаманға тиклем Уплисцихеҙа «ер аҫты төрмәләр» булған тип бәхәс сығаралар.

Тикшеренеүселәр араһында барса культ ҡоролмалары классик мәғәнәләге ғибәҙәтханалар тигән бер төрлө фекер булмаһа ла, ғалимдарҙың күбеһе был ҡорамдар тап дини тәғәйенләнешле тип һанай[5].

Уплисцихеҙың эллинистик осорҙағы дини объекттары
     
Ҡаланың көньяҡ-көнбайыш ҡырыйында урынлашҡан иң боронғо ҡорбан салыу урындарының ҡалдыҡтары. Археологтар уларҙа хайуандарҙы ҡорбан салыуҙың күп ҡатламлы эҙҙәрен тапҡан. Хәҙерге заман кәртәһе менән уратылған ер аҫты хоҙайҙарына табыныу өсөн тәғәйенләнгән ҡорбан салыу соҡорҙарының береһе. Соҡор һуңғараҡ христиан базиликаһы итеп яңынан ҡоролған боронғо ғибәҙәтхана өлөшө булған. Маквлиани ҡорамы — эллинистик осорҙан һаҡланған иң эре ғибәҙәтханаларҙың (дөйөм майҙаны яҡынса 300 м²) береһе. Иң ҙур мәжүси ҡорамдар христиан сиркәүҙәре итеп яңынан үҙгәртеп ҡоролған.

Томаз Саникидзе, ҡаласыҡтың әйҙәүсе археологтарының береһе, ҡаҙыныуҙар һөҙөмтәһенә нигеҙләнеп, эллинистик Уплисцихеҙағы дини байрамдың барышын тергеҙә:

Ҡанбабалар почётлы урында алиһә һынын ҡуйған …, ҡыңғыраусыҡтар һәм шылтыраҡтар шалтырата, тәгәрмәс сығынтылары синәлгеләргә тейеп, ҡурҡыныс гөрһөлдәү тауышы сығара, балсыҡ мисәттәр баҫылмалары ҡуйылған изге икмәк бешергән, ҡорбанлыҡ хайуандарҙы салған һәм, иткә изге һыу бөркөп изге утта бешергән, хоҙайҙы хөрмәтләп ҙур мөгәрәптән килтерелгән изге шарапты эскәндәр, хакимды маҡтап, биргән ғүмер һәм именлек өсөн аллаһы тәғәләгә рәхмәт уҡып, гимндар башҡарғандар, эңер төшөүгә ғибәҙәтханаларҙың береһендә мистерия күрһәтелгән[1].

Ҡояш символы булараҡ, тәгәрмәс Уплисцихеҙа киң ҡулланылған. Биҙәү өсөн һигеҙ энәле тәгәрмәстәр файҙаланылған, дини байрамдарҙа улар төрлө хөрәфәти мәғәнәгә эйә булған, шулай уҡ ҡорбан салыу соҡорҙарын йола яғынан да, ғәмәли яҡтан да уйлап япҡан.

Ҡаланың хужалыҡ тормошо

үҙгәртергә

Эллинистик осоро Уплисцихеһы дини характерҙағы төрлө ҡорбан килтереүҙәр, бүләктәр һәм ҡорбан салыуҙар иҫәбенә йәшәгән. Ҡаланың төп өлөшө культ ҡоролмаларына бирелгән, торлаҡ биналары күп булмаған, уларға ҙур әһәмиәт бирелмәгән. Ҡала эсендә ғәмәли нигеҙгә таянған түгел, ә культ талабына ярашлы, шарап эшләнгән. Күрәһең, бында эшләнгән шарап изге һаналған. Эллинистик осорҙағы Уплисцихены урмандар уратып алған булған, һәм ҡалағы йөҙөмдө алыҫтан килтергәндәр, махсус рәүештә төп һығыу ҡоролмаһы урынлашҡан көньяҡ-көнбайыш битләүгә күтәргәндәр. Ҡаланың төьяҡ өлөшөндә 58 ҙур карасҡа иҫәпләнгән ҙур шарап һаҡлағысы («Ҙур марани») урынлашҡан булған. Бер нисә ҙур булмаған шарап һаҡлағыс шулай уҡ ҡаланың үҙәк өлөшөндәге ҙур культ ҡороллмаларына йәнәш торған [1].

Эллинистик осорҙа Уплисцихеның
хужалыҡ тормошо
     
«Батшабикә Тамараның Залы»на тоташҡан ҙур булмаған шарап һаҡлағысы («марани») Һут ағыу канауҙары һәм йомшаҡ итсәләр тороп ҡалырлыҡ соҡораҡлы йөҙөм һығыу ҡоролмаһы Ҡаласыҡтың төньяҡ өлөшөндәге тораҡ бина

Ҡалала металл эшкәртеү йәки көршәк етештереү эҙҙәре табылмаған. Был материалдар, шулай уҡ ауыл хужалығы продукцияһы, моғайын, ҡалаға бүләк сифатында килтерелгәндер.

Уплисцихе иртә христианлыҡ осоронда

үҙгәртергә

337 йылда, Грузияла христианлыҡ дәүләт дине тип иғлан ителгәндән һуң, мәжүси Уплисцихе һәм тәүге христиандар араһында ҡапма-ҡаршылыҡ килеп тыуған, һәм был ҡанбабалар менән Уплисцихе халҡы араһында эҙәрлекләүҙәр менән тамамланған, ҡала биналарының бер өлөшө емерелгән һәм яндырылған, ике төп мәжүси ҡорам урынында христиан сиркәүҙәре ҡалҡып сыҡҡан. Уплисцихе мәжүсиҙәрен үлем язаһына тарттырырға саҡырған иртә христиан сиркәү документы табылған, һәм, бәлки, күп ҡанбабалар, шулай уҡ ҡаланың ҡайһы бер халҡы был осорҙа язаға тарттырылған[1].

Сиркәү ҡаланың иң үрге өлөшөндә урынлашҡан ҡояш ғибәҙәтханаһы итеп яңынан ҡоролған. Тағы ла бер, «Үҙәк майҙан»ға сыҡҡан ҙур мәжүси ҡорам, VI быуатта өс нефлы майҙаны 400 кв. м. тәшкил иткән христиан базиликаһы итеп үҙгәртелгән. Был ике ҡоролма башҡаларға ҡарағанда алдараҡ емерелгән, һәм Уплисцихеның төп урынында иртә урта быуатта бөтөнләй яңы сиркәү төҙөлгән, уны «Уплисцули сиркәүе» (Принц сиркәүе) тип атағандар. Был XXI быуаттар ҡоролмаһын, Өс нефлы базиликаны, тергеҙеп тормағандар, һәм иртә урта быуатта ул икмәк бешереү урынына әүерелгән.

Ҙур шарап һаҡлағысты тәүге христиандар юҡ иткән. Археологтар асыҡлауынса, уның эсендәге карастарҙы (балсыҡ кувшин) сығарғандар, ағас конструкцияларҙы йығытҡандар, һуңынан яндырғандар.

Уплисцихеҙағы христиан сиркәүҙәре
   
 
 
Өс нефлы христиан базиликаһы ҡалдыҡтары «Уплисцули сиркәүе» Уплисцули сиркәүе интерьерҙары

Уплисцихеҙа оҙаҡ ваҡыт дауамында мәжүси хоҙайҙарға йәшерен табыныу дауам иткән. Археологтар, христианлыҡты ҡабул иткәндән һуң да ҙур булмаған культ йолаларын, хайуандарҙы ҡорбан итеүҙе башҡарған йәшерен бүлмәләр тапҡан[1]. Дөйөм алғанда, христианлыҡты индереү менән Уплисцихеҙың мөһимлеге кинәт түбәнәйгән, иғәнә ағымы туҡтаған, табыныусылар паломники кинәт түбәнәйгән. Ҡала әһәмиәте буйынса ғәҙәттәге ҡәлғә булып кесерәйгән.

Уплисцихе урта быуаттар осоронда

үҙгәртергә
 
Уплисцихеҙың төньяҡ-көнбайыш ҡырында урта быуаттар торағы ҡалдыҡтары

IX быуатта Уплисцихе тормошонда киҫкен үҙгәреш булған, һәм ул Грузия тормошонда тағы ла ҙур роль уйнай башлаған. Хәлдәр шулай үҙгәргән, IX быуаттан Грузия баш ҡалаһы һәм Картлиҙың төп үҙәге Тбилиси (Тбилиси әмирлеге ғәрәптәр ҡулында) Уплисцихе абруй һәм тәхет өсөн көрәш предметы булған. IX—X бб. Уплисцихе ысынында Картлиҙың төп ҡалаһы булған, уның халҡы был осорҙа 20 мең кешегә еткән[2]. Был осорҙа тарихтың иң боронғо заманынан ҡаяны төньяҡ-көнбайыштан йыуған Кура йылғаһы йырҙаһын үҙгәрткән, һәм төньяҡ-көнбайыш яҡтан ҙур уңдырышлы участкаһы барлыҡҡа килгән, бында шулай уҡ тораҡ ер ҙә барлыҡҡа килгән. (Был ауыл 1968 йылға, археологтарҙың талабы буйынса урындағы властар халыҡты тирә-яҡ ауылдарға күсергәнгә тиклем, йәшәгән[4].)

Был осор Уплисцихеһының тарихы, уның йыш ҡына ҡулдан ҡулға күсеүе, йылъяҙма хәбәрҙәренән билдәле. Уплисцихеҙың стратегик хәле Картлиҙы баҫып алыу маҡсатын ҡуйған бөтә хакимдарҙы йәлеп иткән. Тәү әҙер (IX быуаттың 840-сы йылдарынан) Уплисцихеҙа грузин батшаһы Бөйөк Баграт I Куропалат хакимлыҡ иткән, һуңынан оҙаҡ ғәрәп баҫҡынсылығы килгән, 904 йылда Уплисцихе менән Картлиҙы Эгрис-Абхазети (Абхазия/Көнбайыш Грузия) Константи III яулаған. Бер ни тиклем ваҡыт Уплисцихе әрмәндәр (Сумбат Тиезерекала) һәм ғәрәптәр: 914 йылда Картли Әмир Садж Абулҡасим ҡулында булған. Ғәрәптәр киткәндән һуң, Уплисцихе яңынан Көнбайыш Грузия (Абхазия) батшаларына күскән. 975 йылда данлыҡлы Баграт III, Давид III Куропалаттың аҫрауға алған улы, Уплисцихены яулаған, 978 йылда тәхеткә ултыра, Грузияны тәүге тапҡыр берләштерә. Бынан һуң Баграт III-нөң әсәһе Гурандухт оҙаҡ йылдар Уплисцихе хөкөмдары булған. Артабанғы осор йылъяҙмаларҙа аҙ яҡтыртылған. 1080 йылда Уплисцихе сәлжүктәр баҫҡынсылығынан зыян күргән. 1122 йылда грузин батшаһы Давид Төҙөүсе Грузины ғәрәптәрҙән азат иткән, дәүләт үҙәге Тбилисиға күскән, һәм Уплисцихеҙың әһәмиәте түбәнәйгән. XII—XIII быуат сигендә Уплисцихеҙа грузин батшабикәһе Тамара туҡталып китергә тейеш булған, әммә был мәсьәләлә ғалимдарҙың фекере айырыла[1]. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, X быуатта уҡ батша палаталары итеп үҙгәртелгән элекке мәжүси ҡорамдарҙың береһе урындағы халыҡ риүәйәттәрендә XIX быуатҡа тиклем «Батшабикә Тамара залы» булараҡ һаҡланған.

«Батшабикә Тамара Залы»
Эллинистик осорҙа төҙөлгән, урта быуаттарҙа резиденцияһы итеп үҙгәртелгән.
       
Залдың эргә биналары Залдағы шарап һаҡлағысы («марани») Залдың дөйөм күренеше Яҡтылыҡ өсөн түңәрәк ярыҡ

XIII—XIV быуаттарҙа Уплисцихе монгол походтары серияһы тарафынан емерелгән һәм бынан һуң дәүләт тормошонда ниндәй ҙә булһа әһәмиәтле роль уйнауҙан туҡтаған.

Ҡаланың иртә урта быуат осорондағы ҡоролошо

үҙгәртергә

Урта быуат осоро ҡалаһын төҙөгәндә, эллинистик осор Уплисцихеның культ ҡоролмалары файҙаланылған. Уларҙың ҡайһы берҙәре һарай биналары итеп үҙгәртеп ҡоролған, ә күбеһе хужалыҡ ғәмәлдәрендә файҙаланылған. Урта быуаттар ҡалаһы (элгәрге осорҙоң культ Уплисцихеһынан айырмалы) тораҡ һәм хужалыҡ төҙөлмәләре булған ғәҙәти типик ҡала-ҡәлғә булған. Шулай итеп, элекке мәжүси ҡорамдар икмәк бешереү урындарына, тимерлектәргә, келәт һәм торлаҡ йорттарына әүерелгән. Был осор урта быуат ҡалаһы буталсыҡ урынлашҡан, күп кенә үткәүелдәр нигеҙһеҙ ябылған. Тәүге христиан ҡорамдары кеүек үк, урта быуат осоро архитектура ҡоролмалары ла элеккеләренә ҡарағанда әллә ни ныҡ йә оҙон ғүмерле булмаған. Уларҙы ҡорғанда урта быуат оҫталарының төп отолоуы шунда булған: оҫталар төҙөгән Уплисцихе ҡая ҡомташы күп кимәлле конструкцияларҙы күтәрә алмаған. Бынан тыш, урта быуаттарҙа эллинистик осорҙағы ҡоролмаларға ныҡлыҡ өҫтәгән кеүек ҡаяны ентекле абразив эшкәртеү инде ҡулланылмаған[1].

Уплисцихе «Аптека»һы
     
Уплисцихеның иң ҡыҙыҡлы объекттарының береһе булып «Аптека» (һулда) тора. Кирбестәрҙән һалынған күҙәнәктәрҙә (үҙәк буйынса) археологтар, күрәһең, медицина йә косметик маҡсаттарҙа ҡулланылған төрлө тиҫтәләгән дарыу үләндәренең эҙен тапҡан. Күҙәнәктәр йәнәшәһендә ҡаяны соҡоп ванна (уңда) яһалған. "Аптека"ның урта быуаттарҙа ысынлап эшләүе эшләгәне билдәле, әммә Уплисцихеҙа ул эллинистик осорҙа ла, моғайын, булғандыр.

Уплисцихеның бөлгөнлөккә төшөүе

үҙгәртергә

XIII—XIV быуаттарҙа монгол баҫҡынсылығынан һуң Уплисцихе ҡала булыуҙан туҡтай, үҙенең әһәмиәтен юғалта. Монголдар көньяҡ ситке Уплисцихе нығытмаларын емергән, һәм ҡала башҡа бер ваҡытта ла үҙенең ҡәлғә диуарҙарын тергеҙә алмаған. 5 меңдән артыҡ монах — Уплисцихе халҡы XIII быуаттағы Сыңғыҙхандың ейәне Хулагу походы барышында һәләк ителгән[4]. Бынан тыш, монгол яулауҙары тирә-йүндең ландшафтын үҙгәрткән: Уплисцихеҙы уратып алған урмандар яндырылған. XIV быуаттан Уплисцихе ваҡытлыса тораҡ булараҡ файҙаланылған — баҫҡынсылыҡ йылдарында урындағы халыҡ уның мәмерйәләрендә йәшеренгән. Шулай булһа ла, Уплисцули сиркәүе, өҙөклөктәр менән булһа ла, эшләүен дауам иткән һәм беҙҙең заманда ла эшләй. XVIII быуатта уға яңы ҡыңғыраулыҡ төҙөлгән, диуарҙары тирәләй яңы кирбес ҡатламы һалынған. Уның тәүге интерьеры һәм диуарҙы биҙәгән һүрәт XIX быуатта юҡ ителгән[4], хәҙерге ваҡытта сиркәү стеналары 1848—1849 йй. Уплисцихе тирәһендә фатирға төшкән рус армияһы һалдаттары һәм офицерҙары автографтары менән сыбарланған.

Уплисцихе в XIX веке
     
Инглиз сәйәхәтсеһенең 1876 йылғы Уплисцихе һүрәтләмәһе Уплисцули сиркәүе стеналарында рус һалдаттары һәм офицерҙары автографтары

Ҡайһы бер XIX быуат сәйәхәтселәре Уплисцихеҙа авторҙар троглодиттар тип атаған кешеләр йфәшәгәнен һүрәтләгән. Моғайын, улар үтә ябай тормош көткәнгә һәм ысынлап та ер баҫып бөткән мәмерйәләрҙә йәшәгәнгә шулай атағандарҙыр[6].

1920 йылда Уплисцихеҙың күп төҙөлмәләре көслө ер тетрәүҙәрҙән зыян күргән. Был осорҙан ҡаласыҡта бер кем дә йәшәмәгән.

Уплисцихе хәҙерге заманда

үҙгәртергә
Общая схема городища и сохранившиеся до настоящего времени сооружения.
Кликнув на объекты схемы, можно перейти к месту упоминания их в статье.
 аптекадвухколонный храм (зал царицы Тамары)трёхнефная базиликахрам с кессонамибольшое винохранилищекрепостная оградацерковь Уплисцулитоннельнераскопанная частькомплекс Маквлианикрасивый храмглавная улицанедоступные пещеры

XX быуаттың илленсе йылдарынан Уплисцихе туристик үҙәккә әйләнгән. 1957 йылдан археологик экспедициялар ҡаласыҡты таҙартыу һәм өйрәнеү эштәрен алып барғандан башлап, ҡомартҡының туристик баһаһы артҡан: күп кенә боронғо биналар инерлек хәлгә килгән. Ҡаланың 700 ҡоролмаһының 150-гә яҡыны хәҙерге көнгә тиклем һаҡланған. Һаҡланып ҡалған ҡоролмалар туристарға асыҡ[2].

XX быуат аҙағына күп ҡоролмаларҙың ҡомташ эрозияһы арҡаһында зарар күреү хәүефе килеп сыҡҡан. Грузия хөкүмәте Уплисцихе мәмерйәләрен яңынан тергеҙеүгә етерлек аҡса бүлә алмаған, һәм 2000 йылғы ҙур булмаған ер тетрәү ҡайһы бер төҙөлмәләргә зыян килтергән[7].

2000 йылда Бөтә донъя банкыһы Грузия хөкүмәте менән ҡомартҡының бер өлөшөн яңынан тергеҙеүгә, шулай уҡ Уплисцихе эргәһендә төрлө телдәрҙә мәғлүмәт бирерлек туристик үҙәкте ҡороу өсөн аҡса бүлгән. Был аҡсалар нисек файҙаланылған — туристик үҙәк ғәмәлдә ябыҡ булғаны асыҡ түгел[4], ә грузин яғы яңынан ҡороу өсөн бүленгән аҡсалар етерлек түгел тип раҫлай[7]. Белгестәр артабанғы 30 йылда, әгәр ҙә барлыҡҡа килгән ярыҡтарҙы консервация буйынса хәҙерге заман сараларын ҡулланмағанда, ҡомартҡының етди емерелеүен күҙаллайҙар[4]. Уплисцихе сейсмик әүҙем районда урынлашҡан, һәм шулай уҡ артабанғы ер тетрәүҙәр, әгәр ҙә уны консервациялау буйынса саралар күрелмәһә, ҡомартҡыға зыян килтереүе мөмкин.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 1,12 1,13 1,14 1,15 T. Саникидзе Уплисцихе, издательство Тбилисского государственного университета культуры и искусства им. Е. Такаишвили, Тбилиси, 2005
  2. 2,0 2,1 2,2 Plunkett R., Masters T. Georgia, Armenia & Azerbaijan, Lonely Planet Publications, Footscray, 2004 ISBN 1-74059-138-0
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; Khimshiashvili1999 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 Tim Burford Georgia, Globe Pequot Press, New York, 2007 ISBN 1-84162-190-0
  5. 5,0 5,1 Какна Khimshiashvili Function of Some Uphlistsikhe Cave Complexes, неопубликованная работа (Электронная версия 2004 йыл 4 август архивланған.)
  6. Telfer J. B. The Crimea and Transcaucasia; being the narrative of a journey in the Kouban, in Gouria, Georgia, Armenia, Ossety, Imeritia, Swannety, and Mingrelia, and in the Tauric range, H.S. King & co., London, 1876
  7. 7,0 7,1 Georgia — World Report on Monuments and Sites in Danger 2001. Проверено 4 ноября, 2008.
  • Очерки истории Грузии, в восьми томах, издательство АН ГССР, Тбилиси, 1988—1990 т.т. 1 — 2, 5 ISBN 5-520-00498-6 (Электронная версия)
  • T. Саникидзе Уплисцихе, издательство Тбилисского государственного университета культуры и искусства им. Е. Такаишвили, Тбилиси, 2005

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Хорошая статья