Уйылдан (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Уйылдан — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарында да ҡулланыла.
Этимологияһы
үҙгәртергәУйылдан — төрки сығанаҡлы башҡорт исеме.Ҡаҙағстандың Аҡтүбә далаларынан башланған Уйыл йылғаһы атамаһынан, Башҡортостандың Рәсәй ғәскәрҙәре сафында был йылға буйында хәрби походтарҙа һәм хәрби хеҙмәттә булыуҙары иҫтәлегенә ҡушылған исем.[1]. Уйылдан ғәрәпсәнән бала, улан, ожмах хеҙмәтсеһе тигән мәғәнәләргә эйә[2].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәСәйетов Уйылдан Ғилман улы (17 ноябрь 1951 йыл) — комсомол, партия, матбуғат һәм дәүләт эшмәкәре, ғалим. Философия фәндәре кандидаты (1991). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2011), Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2015). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).
Уйылдан Нурғәли улы Ғәлин — Бөтә Рәсәй теле-радиотапшырыуҙар кампанияһының «Башҡортостан» ДТРК филиалында генераль директоры урынбаҫары.
Топонимдар
үҙгәртергәУйылды (күл) — Рәсәйҙәге Силәбе өлкәһе Арғаяш районы, Ҡарабаш, Ҡыштым ҡала округтарындағы күл.
Уйылды (Ҡыштым ҡала округы) — (рус. Увильды Рәсәйҙең Силәбе өлкәһе Ҡыштым ҡала округындағы ҡасаба.
Халыҡ ижадында
үҙгәртергә«Уйыл» — башҡорт халыҡ йыры
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ «Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре» Ф.Хисамитдинова 2021 йыл 5 октябрь архивланған.
- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |