Уйылды (Ҡыштым ҡала округы)
Уйылды (рус. Увильды Рәсәйҙең Силәбе өлкәһе Ҡыштым ҡала округындағы ҡасаба.
Уйылды | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡыштым ҡала округы[1] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны |
470 кеше (2002)[2], 385 кеше (2010)[3] |
Почта индексы | 456867 |
Уйылды Викимилектә |
Географияһы
үҙгәртергәУйылды ҡасабаһы шул уҡ исемле күлдең төньяҡ -көнсығыш яры буйында, Ҡыштым ҡала окургының үҙәгенән 15 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Уйылды менән йәнәш Кәзә ҡултығы, шулай уҡ Вязовый ярымутрауы ята[4].
Исеме
үҙгәртергәУйылды ауылының исеме Уйылды күле исеменән сыҡҡан. Этимологияһы буйынса күлдең Уелдекуль, Уелдекул исемдәре лә килтерелә. Бынан топонимдың ике башҡорт һүҙенән: «уйылды» һәм «күл» һүҙҙәренән тороуы күренә. Топоним «уйпаттағы күл» йәки «убылған (уйылған) күл» тигәнде аңлатыуы ихтимал.
Тарихы
үҙгәртергәУйылды ауылына 1932 йылда нигеҙ һалынған. Тәүҙә урындағы халыҡ Уйылды күле ярында балык кәсептәре менән шөғөлләнгән. Һуғыштан һуң, 1949 йылдарҙа, ҡасабала «Вязовый утрауы» ял йорто асыла[5]. 1977 йылда асылған СССР Эске Эштәр министрлығының, ә аҙаҡ Рәсәйҙең «Урман Күле» шифаханаһы асыла[6]. 2014 йылда шифаханала һуңғы күләмле ремонт башҡарыла
Хәҙер ҡасаба туризм иҫәбенә йәшәй.
Халҡы
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбе | |
---|---|
2002[7] | 2010[8] |
470 | ↘385 |
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ҡасабала халыҡ һаны 2010 йылда 385 кеше тәшкил иткән (176 ир-егет һәм 209 ҡатын-ҡыҙ).
Иҫтәлекле урындары
үҙгәртергәУйылды күле — Урал тауы итәгендә ҡарағайлыҡ араһындағы уникаль тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора.
Ҡасабала хәрби шәфҡәт туташы Плужник Клавдия Алексеевнаға һәйкәл ҡуйылған[9].
Инфраструктураһы
үҙгәртергә«Урман Күле» шифаханаһы бар[10]. Ҡасабанан алыҫ түгел «Бунчук» ял базаһы урынлашҡан[11]. Уйылды ҡасабаһы территорияһында бер нисә туҡталыштан торған автобус селтәре үҫешкән. Ҡасабала бер нисә магазин эшләй. Ҡасабаның яры буйында кәмәләр өсөн бер нисә пристань урынлашҡан.
Урам селтәрҙәре
үҙгәртергәУйылды ҡасабаһы урам селтәре 11 урамдан тора[12].
Галерея
үҙгәртергә-
Ҡасабаға күренеш
-
Уйылды күле
-
«Бунчук» ял йорто
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года (урыҫ)
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
- ↑ Wikimapia - Let's describe the whole world! wikimapia.org. Дата обращения: 13 ғинуар 2020.
- ↑ Санаторий МВД "Лесное озеро" на берегах чудотворного озера Увильды: расположение, официальный сайт, отзывы . Санатории МВД (26 июнь 2018). Дата обращения: 16 май 2020.
- ↑ Санаторий Лесное Озеро . Санаторий Лесное Озеро. Дата обращения: 16 май 2020.
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года . Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ Военное медсестре установили новый памятник . www.1obl.ru. Дата обращения: 15 май 2020.
- ↑ Главная. Дата обращения: 30 ноября 2019.
- ↑ База отдыха «Бунчук» располагается на берегу жемчужины Урала – Озере Увильды. У нас вам понравится проводить время!. bunchuk.aorz.ru. Дата обращения: 30 ноября 2019.
- ↑ Регионы России → Челябинская обл. → Кыштым г. → Увильды п.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Увильды (озеро)(недоступная ссылка)
- Кыштымский городской округ