Убанги
Уба́нги — Үҙәк Африкала Конго йылғаһының төп ҡушылдығы.
Убанги | |
---|---|
Убанги бассейны | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 2272 км |
Һыу сығымы | 4000 м³/с |
Һыу ағымы | |
Инеше | ҡушылған йылғалар: Мбому менән Уэле |
· Координаталар | 4°07′23″ с. ш. 22°26′07″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Конго |
· Координаталар | 0°30′39″ ю. ш. 17°42′30″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Конго → Атлантик океан |
Ил | Үҙәк Африка Республикаһы, Конго Демократик Республикаһы, Конго Республикаһы |
Убанги Викимилектә |
География
үҙгәртергәЙылғаның башы Үҙәк Африка Республикаһы һәм Конго Демократик Республикаһы сигендә Джакома ҡалаһы янында Мбому һәм Уэле йылғалары ҡушылған ерҙә урынлашҡан.
Үҙенең тәүге 370 км оҙонлоғонда йылға көнбайыш йүнәлешендә аға, артабан киң элмәк яһап көньяҡ-көнсығышҡа табан борола һәм һуңынан Үҙәк Африка Республикаһының баш ҡалаһы Банги аша үтә. Банги ҡалаһынан 100 км-ҙан һуң һәм үҙенең тамағына тиклем Конго Демократик Республикаһы һәм Конго Республикаһы араһында тәбиғи сик барлыҡҡа килтерә. Банги ҡалаһынан 550 км аҫтараҡ һәм Мбандака ҡалаһынан 90 км көньяҡ-ҡөнбайыштараҡ Убанги Конго йылғаһына ҡоя.
Һул ҡушылдығы Уеле менән бергә Убанги йылғаһының оҙонлоғо 2 272 км тәшкил итә. Уртаса һыу сығымы 4000 м³/с, миҙгеленә ҡарап ул 800-ҙән 11000 м³/с ҡәҙәр үҙгәрә[1].
Үҙәк Африка Республикаһында, бигерәктә Банги ҡалаһынан түбәнерәк ағымында суднолар йөрөшлө һәм илдең иң мөһим транспорт артерияларының береһе булып тора, сөнки ямғырҙар осоронда күп юлдарҙы һыу баҫа.
1960-сы йылдарҙан, кибеп барыусы Чад күлен тулытырыу маҡсатында, Убанги һыуҙарын Шари йылғаһы үҙәненә бороу проекттары буйынса фекер алышыуҙар бара.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Bossche J.P. vanden. Source Book for the Inland Fishery Resources of Africa, Volume 1. — Food and Agriculture Organization of the United Nations, 1990. — P. 338. — ISBN 9789251029831.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Убанги — Хәҙерге заман географик атамалар һүҙлеге / Акад. В. М. Котляков редакцияһы. — Электрон баҫма. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006 (рус.)