Аслаев Төхвәт Хәлим улы

(Төхвәт Аслаев битенән йүнәлтелде)

Аслаев Төхвәт Хәлим улы (15 июнь 1922 йыл — 28 октябрь 1995 йыл) — педагог-методист, башҡорт теле белгесе, профессор, педагогия фәндәре кандидаты (1969), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт билдәһе» ордендары кавалеры, РСФСР (1957) һәм БАССР (1955) мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре.

Аслаев Төхвәт Хәлим улы
Тыуған көнө

15 июнь 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡортостан АССР-ы, Бөрйән-Түңгәүер кантоны (хәҙер Баймаҡ районы) Иҫән ауылы

Вафат көнө

28 октябрь 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (73 йәш)

Вафат урыны

Өфө ҡалаһы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

педагогия, тел һәм әҙәбиәт уҡытыу методикаһы

Альма-матер

К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты (1944)

Ғилми дәрәжәһе

педагогия фәндәре кандидаты (1969)

Ғилми исеме

профессор (1995)

Награда һәм премиялары
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1966 «Почёт Билдәһе» ордены  — 1976
К. Д. Ушинский миҙалы
К. Д. Ушинский миҙалы

Хата: беренсе юлда рәсем күрһәтелгән булырға тейеш.

Биографияһы

үҙгәртергә

Төхвәт Хәлим улы Аслаев 1922 йылдың 15 июнендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән-Түңгәүер кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Баймаҡ районы Иҫән ауылында тыуған.

Башланғыс белемде үҙ ауылында ала, артабан Түбә ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай. 1936—1939 йылдарҙа Темәс педагогия училищеһында уҡый. Хеҙмәт эшмәкәрлеген шул уҡ йылда бирелгән йүнәлтмәгә ярашлы Салауат районы Арҡауыл ауылы мәктәбендә башлай, бында 1941 йылға тиклем уҡытыусы була. 1941—1944 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтында башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегендә уҡый һәм, юғары белем алғас, БАССР Мәғариф министрлығы уны Темәс педагогия училищеһына уҡытыусы-методист итеп ебәрә. 1952 йылға тиклем ул педучилищелә уҡытыусы, артабан уҡытыу эштәре мөдире булып эшләй.

Баймаҡта күрһәткән педагогик уңыштары өсөн РСФСР һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы исемдәренә, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ булды, республика һәм РСФСР уҡытыусылары съездарында делегат булараҡ ҡатнашып, эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Ә инде район Советы рәйесе урынбаҫары булып эшләгән осоронда район иҡтисадын күтәреүгә, социаль тармаҡтарҙы үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе.

Артабан ул 1960—1990 йылдарҙа республиканың мәғариф органдарында етәксе-методист, ғилми хеҙмәткәр булып эшләне. 1960—1969 йылдарҙа Өфөләге 1-се республика мәктәп-интернаты директоры булып эшләй. Уның хәстәрлеге менән бик күп ауыл балалары, бигерәк тә малайҙар ошо мәктәп-интернатта уҡып, билдәле шәхестәр, абруйлы етәкселәр булып китте.

1969 йылда Т. Х. Аслаев кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм РСФСР Фәндәр академияһының милли мәктәптәр институтының Башҡортостан филиалында ғилми хеҙмәткәр, Башҡортостан уҡытыусыларының белемен камиллаштырыу институтында башҡорт теле кафедраһы мөдире булып эшләй.

Төхвәт Аслаев — 50-нән ашыу китап һәм методик ҡулланмалар авторы. Бында Аслаев башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙы үҫтереүгә, милли кадрҙар әҙерләүгә тос өлөш индереүсе ғалимдарҙың береһе булып таныла. Төхвәт Хәлим улының фиҙакәр хеҙмәте лайыҡлы баһалана, ул педагогик новаторлығы өсөн Ушинский миҙалына, республиканың атҡаҙанған фән эшмәкәре тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.

1995 йылдың 28 октябрендә вафат була, тыуған ауылы Иҫәндә ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Аслаев Төхвәт Хәлим улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.