Төркөстан менән административ идара итеү системаһы
Стратегик мөһим булған территорияларҙы (Ташкент, 1865 йыл; Ходжент, 1866 йыл; Сәмәрҡәнд, 1868 йыл) Рәсәй империяһы составына индергәндән һуң Көнбайыш Төркөстанда край менән урыҫ идара итеү системаһы барлыҡҡа килә. Әлеге системаның төп үҙенсәлеге властың, Рәсәйҙең башҡа губерналарындағы кеүек, Эске эштәр министрлығы ҡарамағында түгел, ә хәрбиҙәр ҡарамағында булыуы. Башлыса был Төркөстан сиктәренә бик яҡын булған Иран, Афғанстан, Ҡытай, шулай уҡ Рәсәйҙән яртылаш бойондороҡло булған Бохара һәм Хиуа ханлыҡтары сиктәре менән бәйле була. Ханлыҡтар менән ҡатмарлы ғына хәрби-дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыла, шулай уҡ край территорияһында төрлө урындарҙа әленән-әле урындағы ҡораллы ҡәбиләләр менән хәрби бәрелештәр булып тора. Урыҫ администрацияһы демонстратив рәүештә урындағы халыҡтың эске тормошона ҡыҫылмай, ҡайһы бер үтә насар йолаларҙы бөтөрөү менән генә сикләнә, мәҫәлән, быға тиклем ғәмәлдә булған ҡолдар менән һатыу итеүҙе юҡҡа сығара. Улай ғына ла түгел, Урта Азияның урындағы халҡы 1917 йылға тиклем хәрби хеҙмәткә саҡырылыуҙан азат ителә.
Төркөстан менән административ идара итеү системаһы |
1865 йылда крайҙа административ идаралыҡтың нигеҙе булып Төркөстан өлкәһе менән идара итеү тураһындағы Положение тора.
1867 йылдан Һырдаръя һәм Етеһыу (Семиреченск) өлкәләрен үҙ эсенә алған Төркөстан генерал-губернаторлығы барлыҡҡа килә. 1868 йылда Төркөстан генерал-губернаторлығына 1887 йылда Сәмәрҡәнд өлкәһе тип үҙгәртелгән Зәрәвшан округы ҡушыла. 1874 йылда Амударъя округы булдырыла. 1876 йылда Коканд ханлығы территорияһы яулап алынғандан һуң Фирғәнә үҙәнендә Фирғәнә өлкәһе булдырыла. 1881 йылда Иран сиге буйындағы урыҫ Каспий аръяғы биләмәләре (Ашһабад үҙәге менән бергә) административ рәүештә Каспий аръяғы өлкәһе тип нығытылып ҡуя, элегерәк был өлкә Кавказ наместниклығының административ ҡарамағында була. 1897 йылда был биләмә Төркөстан генерал-губернаторлығы составына индерелә.
Батша хәҙрәттәре фарманы менән 1867 йылда Төркөстан крайы идаралығы буйынса яңы Положение раҫлана. Положениеға ярашлы, батша Төркөстан крайының башлығы итеп генерал-губернаторҙы тәғәйенләй. Генерал-губернаторҙың ҡул аҫтында административ, граждан, шулай уҡ хәрби власы туплана. XIX быуат аҙағында Төркөстан генерал-губернаторлығы биш өлкәнән торған: Һырдаръя (үҙәге — Ташкент, бер үк ваҡытта бөтә Төркөстан генерал-губернаторлыҡ үҙәге булып тора), Фирғәнә (үҙәге — Скобелев, хәҙер Фирғәнә), Сәмәрҡәнд (үҙәге — Сәмәрҡәнд), Етеһыу (үҙәге — Верный, хәҙер Алматы) һәм Каспий аръяғы (үҙәге — Ашгабад (хәҙер Ашһабад).
Өлкәләрҙең төп власть органдары, крайҙың генерал-губернаторы менән килешеү буйынса хәрби министр тәғәйенләгән һәм вазифанан бушата алған, хәрби губернаторҙар һәм өлкә идаралыҡтары була, идаралыҡтар хоҡуҡтары буйынса Рәсәй империяһының башҡа губерналарҙың өлкәләре хоҡуҡтарына тиңләшкән була, башҡа өлкәләрҙәге кеүек өйәҙҙәргә һәи улустарға бүленәләр. Өйәҙ һәс улус начальниктары хәрбиләрҙән тәғәйенләнәләр.
1884 йылдан һуң край менән идара итеү системаһын дөйөм Рәсәй административ идара итеү моделенә яҡынайтырға ҡарар ителә, шул уҡ ваҡытта крайҙың ерле халҡының ҡайһы бер традицион учреждениеларын һаҡлап алып ҡалалар, шулай уҡ Рәсәй губерналарының идара итеү системаһында планлаштырылған ҡайһы бер идара итеү элементтарҙы индереү күҙ уңында тотола. 1886 йылда Төркөстан крайы менән идара итеү тураһында яңы Положение ҡабул ителә.
Положениеға ярашлы, төп административ, суд һәм хужалыҡ мөнәсәбәттәре билдәләнә. Төркөстан генерал-губернаторлығы Советы булдырыла. Совет край менән идара итеүгә, ер мәсәьәләләре буйынса хоҡуҡ инициативаһы хоҡуғына эйә була. Положениеға ярашлы крайҙың генерал-губернаторының власы күпкә сикләтелә, власть баш штабының Азия өлөшө контроле аҫтына күсә. Төркөстан крайының башҡарма органы - Төркөстан генерал-губернаторының канцелярияһы. Генерал-губернатор ҡарамағында дөйөм етәкселек һәм бөтә идара итеү органдары була. Дәүләт контроле һәм суд органдары бойондороҡһоҙ ҡала һәм Төркөстан генерал-губернаторының ҡарамағында булмай. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, крайҙа хәрби-халыҡ идара итеү системаһы булдырылған, ҡайһы бер яҡтан ул Рәсәй империяһының ҡалған территорияһындағы системаһынан күпкә алдынғыраҡ була[1].
Административ идара итеү системаһын индереү мөмкинлеге тураһында мәсьәләләр ҡуйыла. 1908 йылда Төркөстанда дөйөм импер административ системаһын индереү мәсьәләһе ҡарала. Крайҙың генерал-губернаторына наместник вәкәләттәрен биреү тәҡдиме лә ҡарала. 1911 йылда Төркөстан крайы менән идара итеүҙе үҙгәртеп ҡороу буйынса эштәр башлана, әммә реформалау килеп сыҡмай һәм Төркөстан крайында власть элеккесә Хәрби министрлығы аҫтында ҡала. 1913 йылдың башында император Төркөстан крайының үҙгәртеп ҡороу буйынса принциптарын хуплай, әммә әлеге принциптар Дәүләт Советына һәм Дәүләт думаһына ҡарау өсөн әҙерләнмәй ҡала.
Беренсе донъя һуғышы башланғандан һуң Төркөстан крайы менән административ идара итеүҙә ниндәй ҙә булһа төплө үҙгәрештәр ҡаралмай, ә 1917 йылдан һуң был үҙгәрештәр революцион үҙгәрештәр төҫөн ала.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Так например Ташкентская городская дума была к началу XX века единственная на всю Российскую империю городская дума, которая была сформировалась и действовала на основании либерального «городового положения» 1870 г., в то время как другие местные органы самоуправления опирались на «городовое положение» 1890 года
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Пален К. К. Отчет по ревизии Туркестанского края: Краевое управление. СПб., 1910.
- Васильев Д. В., Нефляшева Н. А. Конструируя империю: исламские периферии России //Научные труды Института бизнеса и политики. Вып. 1.Москва, 2006 год.
- Бахтурина А. Ю. Окраины Российской империи: государственное управление и национальная политика в годы Первой мировой войны (1914—1917 гг.). М., 2004.
- (недоступная ссылка) Котюкова Т. В. Эволюция системы колониального управления в России на примере Туркестанского края. 22.06.2006