Төпһөҙ һаҙлыҡ
Төпһөҙ һаҙлыҡ (рус. Болото Бездонный ключ) — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы биләмәһендәге комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы. Һаҙлыҡ майҙаны — 5,86 гектар, һаҡ зонаһының майҙаны — 8,10 гектар[1].
Төпһөҙ һаҙлыҡ | |
---|---|
урыҫ : комплексный памятник природы Болото Бездонный ключ | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 8,10 гектар |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 26 сентябрь 2018 йыл |
Урынлашыуы | |
53°44′00″ с. ш. 53°53′42″ в. д.HGЯO | |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәТәбиғәт ҡомартҡыһы Башҡортостан Республикаһы Бишбүләк районының Мораҙым ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 600 метр алыҫлыҡта урынлашҡан. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2018 йылдың 26 сентябрендәге «Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил, Ауырғазы, Бишбүләк, Бөрө, Илеш, Ишембай, Кушнаренко, Миәкә һәм Учалы райондарында Башҡортостан Республикаһының тәбиғәт объекттарын тәбиғәт ҡомартҡылары тип иғлан итеү тураһында» 474-се ҡарары менән Төпһөҙ һаҙлыҡ комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы статусына эйә була[2]. Тәбиғәт ҡомартҡыһы урман баҫҡан минералотроф урман һаҙлығы. Һаҙлыҡтың үҙәк өлөшөндә ҡеүәтле һыу дебиты булған сығанаҡ урынлашҡан. «Төпһөҙ» сығанағы диаметры яҡынса 8-10 метр, тәрәнлеге 2,5-3 метр булған ҙур булмаған күлгә оҡшаш. Сығанаҡтан ағып сыҡҡан шишмә 150 метрҙан һуң Ыҡ йылғаһына ҡоя. Шишмә һыуы көкөртлө водород еҫе сыҡҡан юғары минераллы. Урыны менән үҙәнендә эзбизле туф һәм саф көкөрт ултырмалары бар. Һаҙлыҡта Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына (2011) ингән, һирәк осраған һәм һаҡлауға мохтаж үҫемлек төрҙәре — ысын кәкүк ситеге, серүлән осрай. Был төрҙәр Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында ғәҙәттән тыш һирәк, Башҡортостан Республикаһының көнбайыш өлөшөндә серүлән тик Төпһөҙ һаҙлыҡта ғына осрай. Кәкүк ситеге шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына (2008) индерелгән[1].
Әһәмиәте
үҙгәртергәҺаҙлыҡ был район өсөн ҙур һыу һаҡлау әһәмиәтенә, шулай уҡ үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәрен йөрөтөүсе булараҡ ҙур әһәмиәткә эйә. Бынан тыш, ул юғары минераллы һыуҙар сыҡҡан районда торф тупланыу һәм эзбизле туфтар ултырыу процестарын өйрәнеү өсөн мөһим фәнни әһәмиәткә эйә[1].
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Бездонный ключ Болото Бездонный ключ . — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).
- Постановление правительства Республики Башкортостан от 26.09.2018 №474 «Об объявлении природных объектов и комплексов памятниками природы Республики Башкортостан в Абзелиловском, Аургазинском, Бижбулякском, Бирском, Илишевском, Ишимбайском, Кушнаренковском, Миякинском и Учалинском районах Республики Башкортостан» .
- Һаҙлыҡтар һаҡҡа алынды (26 февраль 2019).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Болото Бездонный ключ . — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).
- ↑ Постановление правительства Республики Башкортостан от 26.09.2018 №474 «Об объявлении природных объектов и комплексов памятниками природы Республики Башкортостан в Абзелиловском, Аургазинском, Бижбулякском, Бирском, Илишевском, Ишимбайском, Кушнаренковском, Миякинском и Учалинском районах Республики Башкортостан» .