Тәрәнкүл (Ҡурған өлкәһе)

Тәрәнкүл (рус. Теренколь) — Рәсәй, Ҡурған өлкәһе Макушин районындағы күл.

Тәрәнкүл
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡурған өлкәһе
Карта

Географияһы

үҙгәртергә

Ҡурған өлкәһе Макушин районындағы хәҙер инде бөтөрөлгән Оло Курейный ауыл Советындағы күл. Яҡындағы ауылдар — Оло Курейный, Клюквенный. Элгәре уның ярында ауыл Советы үҙәге дәрәжәһендәге Оло Курейный ауылы булған. Төньяғынан һәм көньяғынан Тәрәнкүлде йәнә ике һыу ятҡылығы — Курейный һәм Әсе Тәрәнкүл аймаған. Балыҡ тотоу — түләүле.

Күл сик янында урынлашҡан, шуға күрә унда үтергә сик хеҙмәтенән махсус рөхсәт талап ителә. Рөхсәтте Ҡурған-паркта урынлашҡан күҙәтеү пунктынан алырға мөмкин.

Координаттары 54°55’33.5"N 66°56’42.3"E [1].

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Тәрәнкүл күленең майҙаны 2 квадратных километр тәшкил итә. Иң тәрән урыны 3,5 метр. Оҙонса түңәрәк һыҙатланышлы, көнсығыштан көнбайышҡа һуҙылған. Күл бейек ҡырластар менән уратып алынған.

Флораһы һәм фаунаһы

үҙгәртергә

Күлде ярайһы киң генә итеп ҡамышлыҡтар уратып алған.

Тәрәнкүлдә ҡорман, һаҙан, һыла, алабуға,аҡ сабаҡ тереклек итә. Балыҡсыларға 2,5 килограмға еткән ҡорман, 3 килограмлыҡ — һыла, 12 килограмға еткән карп эләккеләй.

Балыҡсылар ярыштары

үҙгәртергә

Тәрәнкүлдә балыҡсылар араһында ярыштар ҙа үткәрелә. Ҡурған өлкәһенең 2016 йылда балыҡсылар араһында үткәрелгән асыҡ спорт чемпионаты тап ошо күлдә булған.

Өс көн дауамында йәки 72 сәғәт эсендә ике спортсы составындағы ун команда үҙҙәренең балыҡ ҡармаҡлау оҫталығын күрһәтергә һәм тотолған балыҡтың дөйөм ауырлығы буйынса ярышташтарын уҙып китергә тырыша. Иҫәп башланһын өсөн тотолған бер дан абалыҡтың ауырлығы 1,5 килограмдан кәм булмаҫҡа тейеш тигән шарт ҡуйыла. Табыш үлсәнгәндән һуң, ярыш ҡағиҙәләренә ярашлы, кире күлгә ебәреләнан башлана һәм күлгә сығарыла. Мәгәр, тейешле ауырлыҡҡа етмәгән балыҡтар йышыраҡ ҡаба.

Шул уҡ регламент буйынса, ярыш процесында ике кешелек командаға балыҡ емен 200 килограмдан ашыу ҡулланырға рөхсәт ителмәй. Әүәләнгән ем ҙурлығына ла талап көслө — диаметры 70 миллиметрҙан артмаҫҡа тейеш.

Дөйөм алғанда, чемпионатта ҡатнашыусылар тейешле ауырлыҡтағы 76 зачет карп алған. Иң ауыры 6 килограмм 450 г тартҡан. Тотолған балыҡтың дөйөм ауырлығы 156 килограмм тәшкил иткән[2].

Этимологияһы

үҙгәртергә

Күлдең атамаһы башҡорт телендәге тәрән һәм күл тигән һүҙҙәрҙән барлыҡҡа килгән[3]. Тәрәнкүл атамаһын йөрөткән күлдәр һәм улар янында урынлашҡан ауылдар байтаҡ.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Тәрәнкүл (Ҡоншаҡ районы)
  • Тәрәнкүл (Силәбе өлкәһе)
  • Оло Тәрәнкүл
  • Тәрәнкүл (Ҡыҙыл Армия районы)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. теренколь
  2. Теренкольские страсти… по карпу 2020 йыл 28 ғинуар архивланған.
  3. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 450-се бит
  • Светлана Кулешова, Николай Рундквист. Рыбные озера Курганской области и Северного Казахстана. — 2-е изд.. — Екатеринбург: Азимут, 2007. — С. 55. — 76 с. — (Рыбалка на Урале). — 5000 экз.
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 861 бит.