Түргеяҡ
Түргеяҡ (рус. Тургояк) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең күле, Мейәс янында урынлашҡан.
Озеро | |
Түргеяҡ | |
---|---|
Морфометрия | |
Абсолют бейеклеге | 320 м |
Үлсәме | 6,9 × 6,3 км |
Майҙаны | 26,4 км² |
Яр һыҙаты | 27 км |
Иң тәрән урыны | 34 м |
Уртаса тәрәнләк | 19,2 м |
Гидрология | |
Үтә күренеүсәнлеге | 17,5 м |
Бассейн | |
Площадь бассейна | 76 км² |
Урынлашыуы | |
55°09′ с. ш. 60°04′ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Силәбе өлкәһе |
Идентификаторы | |
Код в ГВР: 14010500811111200008486 | |
Регистрационный номер в ГКГН: 0324930 | |
Түргеяҡ Викимилектә |
Этимологияһы
үҙгәртергәБашҡорт теленән «түрге яҡ» һүҙбәйләнешенән килгән тип аңлата географ, топонимдар белгесе Шувалов Николай Иванович [1].[2]
Шулай уҡ "тургай аяҡ", "түр ҡояҡ" тигән варианттар ҙа осрай, әммә улары аныҡ ҡына аңлатма түгел [3].
Тасуирлама
үҙгәртергәТәбиғәт ҡомартҡыһы.
Акватория майҙаны 2638 гектар. Күл грунт һыуҙары менән, атмосфера яуым-төшөмдәренең бөтә инфильтрацияһы менән, шулай уҡ ҙур булмаған йылғалар, шишмәләр иҫәбенә туҡлана.
Түргәяҡтың һыуйыйғыс майҙаны 476 квадрат километр, уның төньяҡтан көньяҡҡа оҙонлоғо 12,5 километр, көнбайыштан көнсығышҡа — 11,0 километр[4].
Күл көҙгөһө майҙаны — 26,4 квадрат километр. Уртаса тәрәнлеге — 19,1 м, максималь тәрәнлеге — 36,5 метр. Үтәҙеклеге 10 метрҙан 17,5-кә тиклем тәшкил итә [4], был күрһәткес буйынса күл Рәсәйҙә икенсе урында[5].
Түргеяҡ күленән 3 км төньяҡ-көнбайышта, уның үҙәгенән 7,2 км алыҫлыҡта Варган тауы түбәһе урынлашҡан.
Утрауҙары
үҙгәртергәКүл кимәленән 10-12 утрау иҫәпләп була. Уларҙың иң ҙуры — Вера (Пинаев) утрауы (һыу ҡайтҡанда - ярымутрау), Крестовый ярымутрауы (һыу ташҡанда утрауға әйләнә).
Күл буйында йәшәгән боронғо кешеләрҙең эҙҙәре табылған. Иң билдәлеләре Вера утрауындағы мегалиттар. Бында археологик ҡомартҡылар тотош комплекс (бер нисә тиҫтә) тәшкил итә. Бында боронғо дольмен, кәшәнә, таш онтағыстар табылған. Уларҙың йәше — яҡынса 6 мең йыл [6].
Галерея
үҙгәртергә-
Пугачёв мәмерйәһе
-
Түргеяҡта ҡар бураны
-
Түргеяҡ тулҡындары
-
Түргеяҡ елкәндәре
Видео
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Фотографии Тургояка и окрестностей 2020 йыл 3 июль архивланған.
- Карта озера 2013 йыл 2 июнь архивланған. (базы отдыха, достопримечательности, фотографии) + схема 2013 йыл 2 июнь архивланған.
- Положение о памятнике природы озеро Тургояк 2016 йыл 13 май архивланған.
- Границы памятника природы озеро Тургояк 2016 йыл 4 март архивланған.
- Состояние экосистем озера Тургояк 2016 йыл 8 ноябрь архивланған.
- 75 фото озера 2011 йыл 3 ноябрь архивланған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
- ↑ Тургояк (озеро) 2019 йыл 29 март архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 Тургояк күле тәбиғәт ҡомартҡыһы тураһында положение. Г 23.03.2007 менән силәбе өлкәһе хөкүмәте ҡарары № 62-п 2016 йыл 13 май архивланған.
- ↑ «Уральская Швейцария»: фотовыставка в Пущинском музее
- ↑ Озеро Тургояк 2019 йыл 24 март архивланған.