Түбәнге Әтлән (Силәбе өлкәһе)

Түбәнге Әтлән (рус. Нижний Атлян) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡала округы составындағы ҡасаба. Атлян йылғаһында урынлашҡан.

Ҡасаба
Нижний Атлян
Түбәнге Әтлән
Флаг[d] Герб
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Силәбе өлкәһе

Ҡала округы

Мейәс

Координаталар

54°59′32″ с. ш. 59°52′31″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

26 ноября 1924

Элекке исеме

Шиферный

Халҡы

1271[1] кеше (2010)

Телефон коды

+7 3513

Почта индексы

456382

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

74, 174

ОКАТО коды

75 442 000 011

ОКТМО коды

75 742 000 156

Нижний Атлян (Рәсәй)
Нижний Атлян
Нижний Атлян
Түбәнге Әтлән (Силәбе өлкәһе) (Силәбе өлкәһе)
Нижний Атлян

Тарихы үҙгәртергә

1823 йылдың мартында Мейәс йылғаһы буйында тәүге һибелмә алтын табылған. Яҡын-тирәләге йылғаларҙа, шул иҫәптән Атлян йылғаһында ла һибелмә алтын барлығы асыҡланған. 1823 йылда Әтлән прииссы асыла.

1838 йылда Әтлән руднигында П. Аносовтың «Самоходка» тигән тәүге алтын йыуыу станогы төҙөлгән[2].

Ҡасабаға тәүҙә Шиферный тигән исем беркетелә. Әтлән сланецы ятҡылығы Атлян йылғаһы үҙәгендә Сыростан станцияһынан ун өс километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Разведка эштәре профессор В. В. Аршинов башланғысы буйынса 1928 йылдан алып минералогия институты тарафынан үткәрелә башлай, әммә аҡса һәм ваҡыт етмәй, шуға күрә эш тулы күләмдә 1929 йылда ла дауам итә.

Бер аҙ ваҡыт үткәс, Шиферный ҡасабаһы Түбәнге Әтлән тип үҙгәртелә. Был исем күршеһендә урынлашҡан Үрге Әтлән ҡасабаһының атамаһынан алынған тиҙәр.

1930-сы йылдар башында ҡасабала махсус колониялар булған, унда хеҙмәт торондары тотолған. Уның менән Силәбе өлкәһе Эске эштәр халыҡ комиссариаты идаралығының хеҙмәт биләмәләре һәм урындар бүлеге шөғөлләнгән. Махсус ҡасабала йәшәүсе Петр Александр улы Птицындың малайының хәтирәләре буйынса, хеҙмәт торондары ҡырҡ метр оҙонлоҡтағы алты баракта йәшәгән. Барактарҙа бүлмәләр фанера менән бүленгән. Уларҙың һәр береһендә бер нисә ғаилә йәшәгән. Йылға аръяғындағы ҡасабаһы улар өс ай эсендә төҙөйҙәр. Производствола 600-гә яҡын кеше эшләгән. Төрлө мебелдәр эшләп сығаралар: ултырғыстар, креслолар, өҫтәлдәр һәм башҡалар. Төп шиферҙы Маяҡ тауынан сығарғандар. Унан һуң уны вагондарҙы ҡасабаға ташығандар. Унан шифер ҡыйыҡтар, шулай уҡ грифель таҡталары эшләгәндәр, унда уҡыусылар яҙған.

1935 йылдың 1 сентябрендә ҡасабала 35-се ете йыллыҡ мәктәп асыла, 1952 йылда ун йыллыҡ булдырыла[3].

1935 йылдың 28 ноябрендә эске эштәр комиссары приказы менән 600 кешелек бәлиғ булмағандар өсөн хеҙмәт колонияһы асыла. Беренсе начальнигы — Василий Данилович Филимонов[4].

1936 йылдың 26 ноябрендә Силәбе өлкәһе СССР-ҙың Эске эштәр идаралығы начальнигы Милаевтың «Об открытии трудовой колонии в Атляне» тигән бойороғо сыға.


2013 йылда «Атлянская воспитательная колония» федераль ҡаҙна учреждениеһын ябырға, уның урынында өлкәндәр өсөн колония асырға ҡарар ителә. Ҡарар Мейәс халҡында ризаһыҙлыҡ тыуҙыра.[5] 2017 йылдың 5 ғинуарында Рәсәй Федераль язаны үтәү хеҙмәтенең 39-сы бойороғо менән федераль ҡаҙна учреждениеһы "Атлянская воспитательная колония " федераль ҡаҙна учреждениеһы «Колония-поселение № 7 ГУФСИН по Челябинской области» тип үҙгәртелә.[6]

Иҫтәлекле урындары үҙгәртергә

  • Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һалдаттарға һәйкәл.
  • Тальк комбинаты мейестәре
  • Маяҡ тауы (тәбиғәт ҡомартҡыһы).
  • Ҡомло (Песчаное) күле (тәбиғәт ҡомартҡыһы).

Ҡыҙыҡлы факттар үҙгәртергә

Леонид Габышевтың «Одлян, или Воздух свободы» повесында тәрбиә колонияның прообразы булып Әтлән ҡасабаһындағы тәрбиә колонияһы була. Был колонияла Леонид Габышев бәлиғ булмаған сағында ошонда ултырып сыҡҡан.

Мәҙәниәт үҙгәртергә

  • Мейәс ҡалаһының 11-се үҙәкләштерелгән китапхана системаһының китапхана-филиалы (1947 йылдан)[7].
  • Клуб
  • Балалар майҙансығы

Мәғәриф үҙгәртергә

  • МКОУ Мейәс ҡалаһы «35-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе».

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
  2. Дорофеев Роман. Булатная сталь. 8. Открытие тайны булата П. П. Аносовым. Лаборатория тонких физических методов исследования МГТУ им. Н. Э. Баумана. Дата обращения: 3 декабрь 2018.
  3. О нас. МКОУ «СОШ № 35». Дата обращения: 3 декабрь 2018.
  4. ФГУ Атлянская воспитательная колония ГУФСИН России по Челябинской области. История и деятельность. Chelindustry.ru. Дата обращения: 3 декабрь 2018. 2018 йыл 3 декабрь архивланған.
  5. Эльвира Галимова. Ненужный Атлян. Южноуральцы против осуждённых на своих улицах. АиФ в Челябинске (30 март 2015). Дата обращения: 3 декабрь 2018.
  6. КП-7 г. Миасс пос. Нижний Атлян. fkurf.ru. Дата обращения: 3 декабрь 2018.
  7. Библиотека-филиал № 11 пос. Нижний Атлян. «Культура.РФ». Дата обращения: 3 декабрь 2018. 2018 йыл 4 декабрь архивланған.