Туғыҙтимер (ауыл)
Туғыҙтимер (рус. Тугустемир —Ырымбур өлкәһеТөйлөгән районындағы ауыл, Туғыҙтимер ауыл Советының административ үҙәге.
Туғыҙтимер | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Тугустемирский сельсовет[d][1] |
Административ-территориаль берәмек | Тугустемирский сельсовет[d][1] |
Халыҡ һаны | 595 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 462004 |
Географияһы
үҙгәртергәТөйлөгән район үҙәгенән төньякҡа табан 22 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергәТуғыҙтимер — башҡорт телендәге шул ике һүҙҙән яһалған топоним.
1794 йылдан, подполковник Никифоров Туғыҙтимер исемле ауыл янында ер һатып алған мәлдән бирле телгә алына. 1790-сы йылдарҙың икенсе яртыһында Никифоров бында Рәсәйҙең үҙәк губерналарынан крәҫтиәндәр килтереп урнаштырған. 1800 йылда ауылда 30 хужалыҡта 200 кеше йәшәгән. 1840—1867 йылдарҙа ауыл бер нисәалпауыт ҡулында булған, шул иҫәптән Виктор Звенигородский тигәне лә бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланған ҙур йорт төҙөгән булған. XIX быуаттың икенсе яртыһында мөлкәт икенсе бер хужаға күсә. Ипполит Данилович Шотт тигән был кеше ауыл тарихына ҡарағай урманы ултыртыу һәм шарап етештереү, быяла заводы асыу менән инеп ҡалған. Ауылда 1854 йылда сиркәү төҙөлә. Уны Звенигородскийҙың ҡатыны Екатерина иҫтәлегенә Святая Великомученица Екатерина сиркәүе тип атағандар[3].
Ауылға башта Никифоровка, аҙаҡ Михайлов тигән алпауыт исеме менән Михайловка тип исем биргән булғандар.
Совет власы урынлашҡас, хеҙмәтсән халыҡ үҙ ауылдарын алпауыт Михайлов исеме менән атауҙан баш тарталар, тарихи Туғыҙтимер исемен ҡайтаралар. Ә ул исем йылға атамаһынан килеп сыҡҡан булған, һәм уның тураһында урындағы халыҡ араһында күп риүәйәттәр һаҡланған.[4].
Халҡы
үҙгәртергә2002 йылдағы халыҡ һанын алыу мәғлүмәттәре буйынса 793 кеше (урыҫ 81 %)[5], 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа 595[6] кеше йәшәгән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
- ↑ История села Тугустемир .
- ↑ Моисеев, Б. А. Местные названия Оренбургской области. Историкотопонимические очерки / Мин-во образования и науки РФ, ФГБОУ ВПО «Оренбург. гос. пед.ун-т». — Оренбург : Изд-во ОГПУ, 2013. — 380 с. ISBN 978-5-85859-528-1
- ↑ Коряков Ю.Б. База данных "Этно-языковой состав населённых пунктов России" .
- ↑ Численность и размещение населения Оренбургской области. Статистический сборник // Оренбургстат. — 2012.