Туған тел. Рәми Ғарипов
«Туған тел» — Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың шиғыры.
Туған тел. Рәми Ғарипов | |
Атамаһы | Туған тел |
---|---|
Сәнғәт формаһы | шиғыр[d] |
Автор | Ғарипов Рәми Йәғәфәр улы |
Әҫәрҙең теле | башҡортса |
Нәшер ителеү ваҡыты | 1957 |
Тарихы
үҙгәртергә Туған тел
Мин халҡымдың сәскә күңеленән |
Рәми Ғарипов «Туған тел» шиғырын 1957 йылда яҙа.
XX быуаттың 60-сы йылдарында, йәмғиәттә башҡорт теленә генә түгел, барлыҡ милли телдәргә иғтибар кәмей барған осорҙа, Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғыры халыҡты уйланырға мәжбүр итә. Шуның өсөн уға хатта «милләтсе» мөһөрө лә баҫыла. Шағир вафат булғандан һуң, уның тормош иптәше Надежда Васильевна, милләте буйынса украин булһа ла, төрлө осрашыуҙарҙа үҙенең сығышын саф башҡорт телендә «Туған тел» шиғырын уҡыу менән тамамлай.
Ә үҙгәртеп ҡороу башланған йылдарҙа, Башҡортостан Республикаһының үҙаллығы өсөн көрәш барғанда, «Туған тел» шиғыры әйҙәүсе лозунг, девиз көсөнә эйә була. Бөгөн был шиғыр башҡорт халҡының иң бөйөк әҫәрҙәренең береһе булып тора. Ул һәр концерт-сараларҙа тиерлек яңғырай. Хәҙер инде уны яттан уҡыу буйынса интернет селтәрендә флешмобтар ойошторола. Унда Башҡортостан халҡы ғына түгел, хатта сит ил вәкилдәре лә ҡатнаша.
Тәржемәләре
үҙгәртергәШиғыр украин (Евген Букет)[1], рус, саха[2] һәм белорус (Юрась Баланчук)[3][4] телдәренә тәржемә ителгән.
Баһалама
үҙгәртергәБашҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рауил Бикбаев шиғырға ошолай баһа биргән[5]:
«„Туған тел“ — һүҙ маһирлығының да, фекер үткерлегенең дә, сәйәси һиҙгерлектең дә үрнәге ул. Шағир оҫталығының камиллашыуы, ҡараштарының киңәйеүе ошондай күренештәрҙең тыуыуына килтерҙе, һәм был әҫәр тормоштағы хәүефле тенденциялар тураһында беренселәрҙән булып иҫкәртте»
.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Поезія Рамі Гаріпова українською // Жінка-українка
- ↑ "Туған тел" - саха (яҡут) телендә
- ↑ «ТУҒАН ТЕЛ» ШИҒЫРЫ БЕЛАРУС ТЕЛЕНДӘ ЯҢҒЫРАНЫ 2019 йыл 31 октябрь архивланған. // Башҡортостан ҡыҙы
- ↑ Молодий поет і перекладач з Києва вражає талантами не лише українців // Український інтерес, 20.11.2019
- ↑ Янышев Фәнис. Йүрүҙәнең һине һағына // «Башҡортостан» гәзите. 2017
Һылтанмалар
үҙгәртергә- В Уфе любители поэзии хором прочитают стихи народного поэта Башкирии Рами Гарипова
- Подстрочный перевод стихотворения «Родной язык»
- Булат Йосопов Рәми Ғариповҡа арналған фильмын төшөрөүгә ярҙам кәрәклеген иғлан итте
- «Туган Тел» Рами Гарипова украсил Уфу в виде граффити
- «Туған тел» шиғыры саха (яҡут) телендә