Тупый
Тупый — башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейеме, яулыҡ аҫтынан кейелә торған һырыулы сөм түбәтәй [1] рәүешле лә, төбәгенә күрә яулыҡ өҫтөнән кейелә торған бүрек кеүектәре лә була.
Тупый | |
Тупый Викимилектә |
Ҡырғыҙҙар тире менән ҡырпып теккән ҡышҡы баш кейемен тебетей тип атай, ә башҡортса түбәтәй тигәненә тап килгәнен топу тиҙәр. (ҡырғ. топу, үзб. do'ppi/дўппи, уйғ. доппа/دوپپا, таж. тўппӣ (төньяҡ диалект), тоққӣ (көньяҡ диалект) тип атай. Бында тупый һүҙе менән оҡшашлыҡ күренә.
Урыҫ телендә
үҙгәртергәУрыҫ телендә тупый һүҙенә оҡшаған тупе́й (франц. to(u)p — «сәс өлтөгө») тигән һүҙ ҙә бар — баш өҫтөндә өйөлөп ҡуйылған сәс тигәнде аңлатҡан ул, парикмахерлыҡ эшендәге иҫкергән термин.
Тупей төшөнсәһе Рәсәйҙә XVIII быуаттың икенсе яртыһында ҡулланыла башлаған. Олоғайған кешеләр XIX быуат башына тиклем сәстәрен шулай йөрөткән әле[2]. Тупей тип шулай уҡ сәсте бейегәйтеп күрһәтеү өсөн һалына торған сәс йомарлағын да атағандар.
Ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 2-се том, 414-се бит
- ↑ Л. В. Беловинский. Тупей // Иллюстрированный энциклопедический историко-бытовой словарь русского народа. XVIII — начало XIX в. / под ред. Н. Ерёминой. — М.: Эксмо, 2007. — С. 694. — 784 с.: — ил. с. — 5 000 экз. — ISBN 978-5-699-24458-4.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Л. В. Беловинский. Тупей // Иллюстрированный энциклопедический историко-бытовой словарь русского народа. XVIII — начало XIX в. / под ред. Н. Ерёминой. — М.: Эксмо, 2007. — С. 694. — 784 с.: — ил. с. — 5 000 экз. — ISBN 978-5-699-24458-4.