Тулым Ташы

Төньяҡ Урал һырты

Тулым ТашыТөньяҡ Уралда, Пермь крайындағы (Рәсәй) тау һырты. Һырттың оҙонлоғо — 35 километр. Иң бейек түбәһе — 1469 метр (Ослотау). Тулым Таш һырты Пермь крайының[1] иң бейек нөктәһе. Уның янында ғына Төньяҡ Уралдың башҡа тауҙары урынлашҡан: Лиственничный, Ишерим, Курыксар һәм Чувал.

Тулым Ташы
Рәсем
Тау һырты Урал тауҙары
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Пермь крайы
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 1496 метр
Карта

А. К. Матвеевтың фекеренсә, был географик атаманың килеп сығышы төрки телдәре менән бәйле: «тулым» һүҙе «йылғанан ҡалҡып сығып торған таш» тигәнде аңлата, коми-язьвин телендәге мәғәнәһе — «йылға һикәлтәһе». Манси халҡы был һыртты Лув-Нёр («Ат-Таш»), тип тә атай. Мансиҙарҙа атҡа табыныу йолаһы булған, алыҫтан ҡарағанда был һырт йылҡы малының кәүҙәһенә оҡшап тора. Мансиҙарҙа был һырттың Яктылъя-Нер «Һикәлтәле йылға ташы» тигән атамаһы ла бар. А. К. Матвеев фекеренсә, тауҙың русса исеме "һикәлтә" һәм "таш" һүҙҙәре нигеҙендә барлыҡҡа килгән [2].

Характеристикаһы

үҙгәртергә

Тау һырты түбәндәге тау тоҡомдарынан тора: базальт составлымагманан ҡалған тау тоҡомдары, йәшел һәүерташтар, көнсығыш өлөшө — кварцит-ҡомташ һәм йәшел һәүерташтар. Һырттарының төньяҡтан көньяҡҡа табан оҙонлоғо яҡынса 24 км, максималь киңлеге — 7 км.

Һырт битләүҙәре текә, бигерәк тә көнсығыш һәм көнбайыш өлөштәренең ауышлығы 45 градусҡа тиклем етә. Ҡышын тау баштарынан шыуышмаларҙың төшөүе күҙәтелә. Конус формаһындағы түбәләр һөҙәк эйәрҙәр менән бүленә. Тау һырты түбәләре осло суйырташтар менән ҡапланған.

Гидрография

үҙгәртергә

Һырттың көнбайыш битләүенән Вишера йылғаһының һул ҡушылдыҡтары, көнсығыш битләүенән Ҙур Мойва ҡушылдыҡтары башлана. Һырттың көнбайышында Вишера, төньяғында Мойва, көнсығышында Ҙур Мойва йылғаһы ағып ята.

Үҫемлек донъяһы

үҙгәртергә

800 метрға тиклем башлыса пихта-шыршы ағастары үҫә, әммәсебер кедры, ҡарағас, ҡайындар ҙа осрай. 800 метрҙан юғарыраҡ тау-тундраһы башлана.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Рельеф Пермского края 2008 йыл 6 октябрь архивланған. — Пермский региональный сервер.
  2. Матвеев, 2008, с. 276—277
  • Геология СССР. Т. 12. Пермская, Свердловская, Челябинская и Курганская области. Ч. 1. Геологическое описание. Кн. 1. М.: Недра, 1969. 723 с., [8] л. табл.;
  • А.К.Матвеев. Географические названия Урала. Топонимический словарь. — Екатеринбург: ИД «Сократ», 2008. — 352 с. — ISBN 978-5-88664-299-5.
  • Назаров Н. Н. Экзогенные геологические процессы Пермского края и Предуралья // Физико-географические основы развития и размещения производительных сил нечерноземного Урала. Пермь, 1987. С. 91-103;

Һылтанмалар

үҙгәртергә