Түләбаев Марат Сәйфулла улы

(Тулыбаев Марат Сәйфулла улы битенән йүнәлтелде)

Түләбаев Марат Сәйфулла улы (рус. Тулибаев Марат Сайфуллович ; 18 ноябрь 1939 йыл) — партия һәм хужалыҡ органдары хеҙмәткәре. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте — башҡорт[1].

Түләбаев Марат Сәйфулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 18 ноябрь 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (85 йәш)
Тыуған урыны Ейәнсура районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө партия эшмәкәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Марат Сәйфулла улы Түләбаев 1939 йылдың 18 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Үрнәк (Кәлимулла) ауылында тыуған.

Юғары белемле — 1969 йылда — Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1958 йылда ябай колхозсы булып башлай.

1958—1960 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.

1960—1969 йылдарҙа уҡытыусы, бригадир, агроном, Ейәнсура районының Хоҙайбирҙин исемендәге колхозында партия ойошмаһы секретары булып эшләй.

1969—1980 йылдарҙа — ВЛКСМ-дың Ейәнсура район комитеты секретары, «Урал» колхозы парткомы секретары, Чапаев исемендәге колхоз рәйесе.

1980 йылдан — партияның Ейәнсура район комитетының икенсе секретары, һуңынан беренсе секретары итеп һайлана, ә 1992 йылда Ейәнсура районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнә.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

1990 йылда Тулыбаев Марат Сәйфулла улы Ейәнсура районы, 204-се Абҙан һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының һаулыҡ һаҡлау, ветерандар һәм инвалидтар эштәре буйынса комиссияһы ағзаһы булған[2].

2007 йылдан Үҫәргән ырыуы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитет рәйесе — Ҡор башы итеп Марат Сәйфулла улын һайлап ҡуя[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Эшмәкәрлегендәге ҡаҙаныштары, намыҫлы хеҙмәте өсөн Түләбаев Марат Сәйфулла улы Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.

Өйләнгән, ғаиләһендә бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр[4].

Әҙәби ижады

үҙгәртергә

М.Түләбаев сығарған тәүге китап — «Булат Ишемғол. Тормошо һәм ижады» — Булат Ишемғоловтың фажиғәле, әммә иҫ киткес сағыу тормошо хаҡында.

  • Түләбаев М. С. Үҫәргәндәр ере — Ейәнсура — Өфө: Китап, 2000.- 240 б. 2.
  • Түләбаев М. С. Йәнтөйәктең хәтер хазинаһы — Өфө: Китап, 2005.- 232 б. 3.
  • Тулибаев М. С. Шежере Усерган — Уфа: Китап, 2009.- 46 с.[5].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
  3. Марат Тулибаев
  4. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
  5. Марат Тулибаев

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
  • Еребеҙҙең тере хәтере. М.Түләбаевтың "Йәнтөйәктең хәтер хазинаһы"китабы буйынса// Башҡортостан.-2005.- № 222.-4 б.

Һылтанмалар

үҙгәртергә