Тула дәүләт университеты
Тула дәүләт университеты (Тулга) — Тула ҡалаһында урынлашҡан юғары уҡыу йорто. 2017 йылдың апрелендә төбәк терәк университеттарының береһе булып китә.[4]
Тула дәүләт университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 1930 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Тульский механический институт, Тульский политехнический институт һәм Тульский государственный технический университет |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Тула |
Уҡыусылар һаны | 17 000 |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][1] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Тула, Рәсәй |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Диапазон IPv6 | 2001:6d0:ffe4::/48[2] һәм 2001:b08:6::/48[3] |
Рәсми сайт | tulsu.ru |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 2492 |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели Тульского государственного университета[d] |
Тула дәүләт университеты Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергә1930 йылда Тула механика институты (ТМИ) булараҡ асыла[5].
1963 йылда Тула механик институтын һәм Тула тау институтын берләштереү юлы менән Тула политехник институты (ТПИ) ойошторола[6].
1980 йылда институт Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
1992 йылда институттың исеме Тула дәүләт техник университеты[7] тип үҙгәртелә.
1995 йылда Тула дәүләт университеты[8] тип үҙгәртелә.
Структураһы
үҙгәртергәТула дәүләт университеты составына инәләр:
- В. П. Грязев исемендәге юғары аныҡ системалар институты;
- ғәмәли математика һәм компьютер фәндәре институты;
- тау эше һәм төҙөлөш институты;
- тәбиғәт фәндәре институты;
- политехник институты;
- идара итеү һәм хоҡуҡ институты;
- гуманитар һәм социаль фәндәр институтында;
- медицина институты;
- физик культура, спорт һәм туризм институты;
- интернет-институт;
- халыҡ-ара белем биреү институты;
- өҙлөкһөҙ һөнәри белем биреү институты:
- киске һәм ситтән тороп уҡыу факультеты (өҙлөкһөҙ белем биреү институты составында);
- әҙерлек факультеты (ҡабул итеү буйынса идаралыҡ һәм вузға әҙерлек составында);
- кадрҙарҙы ҡайтанан әҙерләү һәм квалификацияһын күтәреү төбәк үҙәге;
- Эшкә урынлашыуға булышлыҡ итеү төбәк үҙәге (РЦСТ)
- С. И. Мосин исемендәге техник колледжы.
Бөгөнгө көндә университетта 9900 студент, 434 аспирант, 18 докторант, 97 ординатор, 92 интерн белем ала. Сит ил уҡыусылары иҫәбендә 50 илдән 700-ҙән артыҡ граждан уҡый. 2006 йылдың майынан Тула дәүләт университетының ректоры профессор, техник фәндәр докторы Михаил Васильевич Грязев.
Белем биреү процесы
үҙгәртергәУниверситет оборона-техник, технологик, тау-төҙөлөш, компьютер-мәғлүмәт, тәбиғи, иҡтисади, хоҡуҡи, социаль-гуманитар һәм медицина профилдәрендә 150 йүнәлеш һәм һөнәрҙәр буйынса дипломлы белгестәр әҙерләй. 1200-ҙән артыҡ уҡытыусы эшләй, улар араһында 237 фән докторы һәм профессор, 717 фән кандидаты һәм доцент бар.
Тула дәүләт университеты составына 2400-ҙән ашыу тыңлаусыһы булған етәксе хеҙмәткәрҙәрҙең һәм белгестәрҙең квалификацияһын күтәреү һәм ҡайтанан әҙерләү төбәк үҙәге инә. Уҡытыу төп һәм өҫтәмә профессиональ белем биреү программалары буйынса алып барыла.
Университеттың фәнни китапханаһында 1,5 миллиондан ашыу китап иҫәпләнә. Бер нисә уҡыу залы, интернет-зал, электрон китапханаһы бар. 100 эш урынына иҫәпләнгән компьютер технологиялары лабораторияһы уҡыу процесына индерелгән.
Кадрҙарҙы әҙерләү, квалификацияһын күтәреү һәм белемдәрен арттырыу өлкәһендәге эше, социаль эшмәкәрлек өлкәһендәге фәнни ҡаҙаныштары һәм уңыштары өсөн Тула дәүләт университеты Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар һәм күргәҙмәләр дипломдары менән бүләкләнә. 2005 йылда университет фән үҫтереүгә һәм квалификациялы белгестәр әҙерләүгә индергән өлөшө өсөн Рәсәй Президентының Рәхмәт хаты менән бүләкләнә.
2007 йылда Тула дәүләт университеты мәғариф өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең премияһы лауреаты була.
РФ Хөкүмәте рәйесе В. В. Путин «Приборҙар эшләү конструкторлыҡ бюроһына» сәфәре ваҡытында, университет ректоры М. В. Грязевҡа һәм фәнни эштәр буйынса проректоры В. Д. Кухаргә 2008 йыл өсөн фән һәм техника өлкәһендә РФ Хөкүмәте премияһын тапшыра.
Тула дәүләт университетында 37 ғилми һөнәр буйынса 16 докторлыҡ һәм 4 кандидатлыҡ диссертация советы эшләй. Йыл һайын университетта 80-100 кандидатлыҡ һәм 2-5 докторлыҡ диссертацияһы яҡлана.[9]
«Известия Тульского государственного университета» фәнни журналы баҫтырыла.
Халыҡ-ара эшмәкәрлеге
үҙгәртергәВуз академик һәм ғилми йүнәлештәр буйынса 20-нән артыҡ дәүләттең ойошмалары, шул иҫәптән АҠШ, Бөйөк Британия, Германия, Венгрия, Чехия, Ҡытай, Польша университеттары менән бәйле.
Спорт
үҙгәртергәҺуңғы биш йыллыҡта Тула университеты хеҙмәткәрҙәре һәм студенттары Олимпия уйындарында ике көмөш һәм бер бронза миҙал яулай. Донъя беренселегендә һәм чемпионаттарында 25 призлы урын, Европа беренселектәре һәм чемпионаттарында — 19 призлы урын, Рәсәй беренселеге һәм чемпионаттарында — 364 призлы урын алалар. Өс спортсыһы атҡаҙанған спорт мастеры исеменә лайыҡ, 11 халыҡ-ара класлы спорт мастеры, 49 Рәсәй спорт мастеры. Йыл һайын студенттар спартакиадаһы үткәрелә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
- ↑ https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=2001:6d0:ffe4::/48&type=inet6num
- ↑ https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=2001:b08:6::/48&type=inet6num
- ↑ Список опорных вузов в России пополнили 22 региональных университета // Интерфакс, 18.04.2017
- ↑ Постановление Совета Труда и Обороны от 30 апреля 1930 г.
- ↑ Постановление Министерства высшего и среднего специального образования РСФСР от 19 июля 1963 г.
- ↑ Приказ Министерства науки, высшей школы и технической политики Российской Федерации № 1119 от 07.12.1992 г.
- ↑ Приказ Государственного комитета Российской Федерации по высшему образованию № 1036 от 11.07.95 г.
- ↑ Об университете . Официальный сайт Тульского государственного университета. Архивировано 2 июнь 2012 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт Тульского государственного университета
- Минобрнауки(недоступная ссылка)