Туймазы (Лена йылғаһы үҙәне)

Туймазы (саха. Туймаада) — Лена йылғаһының һул яры буйлап урта ағымдағы үҙәндә Яҡутск ҡалаһы урынлашҡан, шулай уҡ Жатай, Хатассы, Табага, Кангалассы, Тулагино, Кильдямцы, Сырдах һәм башҡа тораҡ пункттары бар.

Туймазы
саха Туймаада
Туймазы үҙәненә һәм Якутск ҡалаһына күренеш
Туймазы үҙәненә һәм Якутск ҡалаһына күренеш
Характеристикалары
Тәрәнлеге100 м
Оҙонлоғо64 км
Киңлеге5-9 км
Майҙаны700 км²
Урынлашауы
62°04′52″ с. ш. 129°45′46″ в. д.HGЯO
Страна
РФ субъектыЯкутия
Рәсәй
Красная точка
Туймазы
Якутия
Красная точка
Туймазы
 Туймазы Викимилектә

Географияһы

үҙгәртергә

Туймазы — халыҡ һаны буйынса Ленаның урта ағымындағы өс төп үҙәндең (шулай уҡ Эркеен һәм Энсиели) иң ҙуры. Майҙаны — 700 км². Халҡы — 343,8 мең кеше (2019), йәғни бөтә Яҡутстан халҡының өстән бер өлөшөн тәшкил итә.

Үҙән территорияһында күлдәр, һәм Лена йылғаһының ҡылылары, ҡушылдыҡтары күп. Туймазының көнбайыш өлөшөндә Чор-Муран тауы урынлашҡан.

Климаты киҫкен континенталь. Ғинуар айында уртаса температура −39,6 °C, июлдә +19,0 °C. Яуым-төшөмдөң йыллыҡ нормаһы — яҡынса 240 миллиметр.

Фольклор легендалары буйынса, был үҙәндә яҡуттарҙың ата-бабалары Омогой Бай һәм Эллэй Боотур килеп төпләнгән.

Сәғитов Мөхтәр Мофазал улы Яҡутстанда йәшәгән башҡорттарға сәйәхәте ваҡытында Башҡортостанға бәйле мәғлүмәттәргә юлыға[1][2]

Ысынында Туймазы үҙәнендә кешеләр палеолит осоронда уҡ йәшәгән. Археологик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә сағыштырмаса ҙур булмаған территорияла бик күп табылдыҡтарға юлығалар. Палеолит, мезолит, неолит, бронза быуаты һәм иртә тимер быуат, шулай уҡ урта быуаттарға ҡараған 200-ҙән ашыу археологик ҡомартҡы табыла[3][4].

Яҡутстанда Туймазы халыҡ-ара олимпиадаһы үтә[5].

Шулай уҡ Яҡутскиҙа урындағы «Туймаада» гәзите нәшер ителә.

Фотоһүрәттәр

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Туймаада
  • Эркээни
  • Энсиэли
  • Нёрюктяй
  • Илинэнэр
  • Сунтаар
  • Нюрба хочото
  • Туймазы үҙәненең изге «өсмөйөшө»[6]
  • Туймаада байрамы[7]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә