Трошин Владимир Дмитриевич

Трошин Владимир Дмитриевич (1 февраль 1932 йыл, Түбәнге Новгород өлкәһе8 декабрь 2019 йыл[2]) — Рәсәй медигы. Медицина фәндәре докторы (1969), профессор (1972), Волга буйы тикшеренеү медицина университетының атҡаҙанған профессоры - элек Новгород дәүләт медицина академияһы, 15 йылдан ашыу неврология, нейрохирургия һәм медицина генетикаһы кафедраһы мөдире булып тора. РФ атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995)[3]. Ике тапҡыр Түбәнге Новгород премияһы лауреаты (2001, 2006)[4].

Трошин Владимир Дмитриевич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1 февраль 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Вафат булған көнө 8 декабрь 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (87 йәш)
Һөнәр төрө ғалим, табип, невролог, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө медицина[1], неврология[d][1], нейрохирургия[d][1] һәм медицинская генетика[d][1]
Уҡыу йорто Приволжск медицина тикшеренеү университеты[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Биографияһы үҙгәртергә

Владимир Дмитриевич Трошин 1932 йылдың 1 февралендә Горький өлкәһенең Богородский районы Лом ауылында тыуа (хәҙер Түбәнге Новгород). 1946 йылда Инютин ауыл мәктәбен тамамлағандан һуң Горький ҡалаһына (хәҙер Түбәнге Новгород күсенә[4].

1946—49 йылдарҙа Горький фельдшер-акушер мәктәбендә уҡый. 1949—1956 Горький ГАЗ автозаводының медсанчасында фельдшер булып эшләй[4].

С.М.Киров исемендәге Горький медицина институтында (1956) педиатрия бүлегендә уҡый. 1956—1958 йылдарҙа нервы ауырыуҙары буйынса клиник ординатурала уҡый[5].

1958 йылдан 1961 йылға тиклем Арзамас ҡалаһында М. Ф. Владимирский исемендәге Новгород өлкә дауаханаһында неврология бүлеге мөдире була.

1961 йылдан ассистенттан алып проректорға тиклем юл үтә[6].

1961 йылда кандидатлыҡ, ә 1969 йылда «Неврологические синдромы коронарной болезни» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай (етәксеһе Е. П. Семенова һәм А. И. Гефтер)[7]. Профессор Е. П. Семенова уҡыусыһы[7].

1969—1971 йылдарҙа Иранға сит илгә командировкаһы ваҡытында Тәһранда Ҡыҙыл Тәре һәм СССР Ҡыҙыл Ярымай йәмғәиәттәре союзы дауаханаһының неврология клиникаһын етәкләй. Ирандағы илселектең Почет грамотаһы һәм миҙалы менән бүләкләнә[5].

1972 йылда Түбән Новгород үҙәк фәнни-тикшеренеү лабораторияһында ойошторолған Медицина кибернетикаһы бүлеген, һуңынан ангионеврология бүлеген етәкләй. 19751988 йылдарҙа институтының фәнни эштәр буйынса проректоры була. 1987(8?)—2004 йылдарҙа неврология, нейрохирургия һәм медицина генетикаһы кафедраһы мөдире (элекке нервы ауырыуҙар кафедраһы). Хәҙер (2004), шул уҡ кафедраның профессоры, академияның ғалимдар советына инә[8]. Гомеопатия мәктәбенең ғилми консультанты булып тора[9]. Профессор В. Д. Трошин неврология, нейрохирургия һәм медицина генетикаһы кафедраһының ғына түгел, дөйөм алғанда уҡыу йортоноң үҫешенә ҙур өлөш индерә[10]. «Неврологик вестник», журналы билдәләүенсә, «Уның күп ҡырлы эшмәкәрлеге коллегаларының, студенттар һәм ауырыуҙарҙың лайыҡлы ихтирамын килтерә»[5].

Новгород неврологтар йәмғиәте рәйесе, Бөтә Рәсәй неврологтар йәмғиәтенең президиумы ағзаһы. 30 йыл дауамында Түбәнге Новгород неврологтары ғилми йәмғәиәттәре һәм медицина генетиктары рәйесе. Вертеброневрологтар һәм цефалгияларҙың халыҡ-ара ассоциацияһы ағзаһы булып тора[5].

Неврология һөнәре буйынса юғары квалификациялы табип (1990). Рәсәй халыҡ табибы исеменә эйә[11]. Евро-Азия академияһының медицина фәндәре академигы[7], уның беренсе ағзаларының береһе[12]. ВДНХ-ның көмөш һәм бронза миҙал менән бүләкләнгән[2].

«Журнал неврологии и психиатрии им. С. С. Корсакова», «Stroke», «Неврологический вестник им. В. М. Бехтерева», «Журнал восточной медицины», «Культура», «Альтернативная медицина» журналдарының мөхәрририәт советы ағзаһы[13]. Шулай уҡ «Вестник Евроазиатской академии медицинских наук»[5], «Культура здоровой жизни»[6] журналдары мәхәрририәте советына инә.

20 медицина фәндәре докторы һәм 52 медицина фәндәре кандидаты әҙерләй, превентив һәм биоэтика мәктәбе ойоштора[4].

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе — превентив неврология, интегратив медицина, биомедицина этикаһы; медицинаның рухи-генетик парадигмаһын эшләй[14]. Апитерапия буйынса буйынса методик тәҡдимдәр һәм башҡа эштәр авторы.

Профессор В. Д. Трошин даими һәм күп сығыш яһай, беренсе сиратта халыҡ араһында медицина белемен арттырыу маҡсатында[6].

Ҡатыны Валентина Петровна, шулай уҡ Түбәнге Новгород дәүләт медицина академияһында эшләй — ул ассистент. Шулай уҡ ике улы ла медик: Олег — медицина фәндәре докторы, Түбәнге Новгород педагогия университетының педагогика һәм психология профессоры, Вячеслав —медицина фәндәре кандидаты, төп ғилми хеҙмәткәр, Түбәнге Новгород медицина хеҙмәт гигиенаһы һәм профессиональ ауырыуҙар институтының клиника бүлеге мөдире[4].

700-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 40 монография, «Нервные болезни» дәреслеге һәм 46 уҡыу әсбабы, 15 патент һәм «Миграция ноциогенной зоны в развитии болевых синдромов организма человека» асышы авторы булып тора.

Хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Трошин В. Д., Крылов В. Н., Ковалева Т. С., Бачина О. В. Кладезь здоровья. Опыт народной и научной медицины: научно-справочное издание (монография). Нижний Новгород: Изд-во НГМА, 1995. 308 с.
  • Трошин В. Д., Бурцев Е. М., Трошин О. В. Основы неврологии: руководство для врачей и студентов медвузов. — М., 1998. Т. 1—3. — 189 с.
  • Крылов В. Н., Трошин В. Д. Апитерапия и здоровье человека // «Нижегородский медицинский журнал» № 2, 2002.
  • Трошин В. Д. Нервные болезни. Профилактика и лечение / В. Д. Трошин. — Н. Новгород: Издательство НГМА, 2004. — 832 с.
  • Трошин, В. Д. Нервные болезни детей и подростков : в 4 т. / В. Д. Трошин, О. В. Трошин, Е. М. Бурцев. — М. : ГОУ ВУНМЦ МЗ РФ, 2004.
  • Трошин, В. Д. Очерки онкоэтики / В. Д. Трошин, И. Г. Терентьев, А. В. Алясова, А. С. Ожерельев, М. Б. Ориновский. — М.: Издательская группа РОНЦ им. Н. Н. Блохина РАМН, 2005. — 559 с.
  • Трошин, В. Д. Стресс и стрессогенные расстройства. Диагностика, лечение и профилактика / В. Д. Трошин. — М.: Издательство «Медицинское информационное агентство», 2007. — 784 с.
  • Апитерапия: методические рекомендации / Трошин В. Д., В. Н. Крылов, С. С. Сокольский, И. В. Кривопалов-Москвин. Н. Новгород, 2008. — 48 с.
  • Трошин, В. Д. Паранеопластическая неврология / В. Д. Трошин, А. В. Алясова, И. Г. Терентьев. — Н. Новгород: Издательство НГМА, 2010. — 125 с.
  • Пропедевтика апитерапии. Уч. пособие / Крылов В. Н., Трошин В. Д., Кокуркин Г. В., Сокольский С. С., Кривопалов-Москвин И. В. — М.: Изд-во МПГУ, 2012. — 208 с. ISBN 9785948452432
  • Трошин В. Д., Терентьев И. Г. Онкоалгология [монография; электронное издание комбинированного распространения]. Нижний Новгород: НижГМА, 2014.
  • Antipenko E.A., Deriugina A.V., Talamanova M.N., Krylov V.N., Troshin V.D. Efficiency of Apitherapy in the Treatment of Neurological Patients // Journal of the American Apitherapy Society. V 22, N 2015. P. 1, 4-6.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Trošin, Vladimir Dmitrijevič // Чешская национальная авторитетная база данных
  2. 2,0 2,1 Памяти В. Д. Трошина 2021 йыл 13 апрель архивланған.
  3. Указ Президента Российской Федерации от 21.11.1995 г. № 1165 // Kremlin.ru
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Трошин Владимир Дмитриевич: к 85-летию со дня рождения
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 Неврологический вестник им. В.М.Бехтерева
  6. 6,0 6,1 6,2 Альтернативная медицина
  7. 7,0 7,1 7,2 Архивированная копия. Дата обращения: 9 август 2017. Архивировано из оригинала 18 ғинуар 2017 года. 2017 йыл 18 ғинуар архивланған.
  8. Архивированная копия. Дата обращения: 9 август 2017. Архивировано из оригинала 10 август 2017 года. 2017 йыл 10 август архивланған.
  9. Архивированная копия. Дата обращения: 9 август 2017. Архивировано из оригинала 24 декабрь 2012 года. 2012 йыл 24 декабрь архивланған.
  10. Архивированная копия. Дата обращения: 9 август 2017. Архивировано из оригинала 22 декабрь 2016 года. 2016 йыл 22 декабрь архивланған.
  11. Архивированная копия. Дата обращения: 9 август 2017. Архивировано 1 апрель 2017 года. 2017 йыл 1 апрель архивланған.
  12. Первый и последний Евразийский Президент - Публикации
  13. Редакция журнала "Альтернативная медицина"
  14. Архивированная копия. Дата обращения: 9 август 2017. Архивировано из оригинала 10 август 2017 года. 2017 йыл 10 август архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә