Тромсё аэропорты (Лангнес) (норв. Tromsø lufthavn, Langnes; (IATA: TOS, ICAO: ENTC)) — Норвегияла Тромсё ҡалаһында урынлашҡан халыҡ-ара аэропорт. Аэропорт Тромсё ҡалаһын һәм Тромс төбәге өлөшөн хеҙмәтләндерә. Төньяҡ Норвегияла эре аэропорттарҙан һанала, йыллыҡ пассажирҙар ағымы 2018 йылда 2 340 103 кеше тәшкил иткән. Avinor[en] дәүләт компанияһы идара итә. Аэропорттың 2447Х45 м ҙурлыҡтағы асфальт түшәлгән бер осоу-ултырыу һыҙаты бар, 01/19 курсы буйынса урынлашҡан. Norwegian Air Shuttle, Scandinavian Airlines һәм Wideroe авиакомпанияһы даими рейстар яһай.

Тромсё
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Тромсё
Дәүләт  Норвегия
Административ-территориаль берәмек Тромсё
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Тромсёя[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 32 фут
Хеҙмәтләндереүсе Avinor[d]
Рәсми асылыу датаһы 1963
Пассажирҙар ағышы 2 212 225[1]
Хеҙмәтләндерелгән ҡала Тромсё
Рәсми сайт avinor.no/en/airport/tro…
avinor.no/flyplass/troms…
Тасуирлау биттәре ippc.no/norway_aip/curre…
Ҡулланыу статусы ҡулланыла[d]
Осоу-ултырыу һыҙаты 01/19
ИАТА аэропорты коды TOS
ИКАО аэропорты коды ENTC
Карта
 Тромсё Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

Тромсёла беренсе аэропорт булып Скаттерҙа урынлашҡан (норв. Skattøra)[2]аэродром тора. Уға 1930 йылдарҙа нигеҙ һалына һәм тәүҙә уны Det Norske Luftfartselskap[en] (DNL) хеҙмәтләндерә . Норвегияның немец оккупацияһы ваҡытында уны Люфтваффе баҫып ала, аэропорт киңәйтелә[3]. 1946 йылда DNL Junkers Ju 52 файҙаланып, Тронхеймға яңы маршрут аса, ул бер нисә айҙан Киркенесҡа тиклем һуҙыла[4].

 
Аэропорттың дөйөм күренеше
 
Теркәлеү урындары

Һыу аэродромы менән файҙаланыуҙы Норвегияның Король хәрби-һауа көстәре Тромсё һым Тромсёйсунн муниципалитеттарына тапшыра. Улар яңы причал һәм терминалдың яңы бинаһын төҙөй һәм уны берлектәге предприятие итеп ҡуллана[2]. 1947 йылдан маршрутҡа ҙурыраҡ һәм тиҙерәк Short Sandringham гидросамолеты индерелә, шулай уҡ Ослонан туранан-тура бәйләнеш асыла, юлға 8 сәғәт ваҡыт китә. Һуңынан бөтә был самолеттар бәхетһеҙлек осраҡтар булыуы арҡаһында иҫәптән сығарыла[4]. Будё аэропортын асыу менән 1952 йылда ҡабаттан 52 Ju самолеттарын ҡуллана башлайҙар. Был 1956 йылға тиклем дауам итә,һуңыраҡ аэропорттың Бардуфосс граждандар секторы асыла, ул Тромсёны хеҙмәтләндерә башлай. Тромсёнан пассажирҙарҙы уға тиклем автобустарҙа илтәләр (яҡынса 140 км)[4]. 1958 йылда Тромсёнан 6825 пассажир була[5].

1950 йылда Граждандар авиацияһы хакимиәте Тромсеның, Норвегияла ҙур ҡала булараҡ,үҙенең аэродромы булырға тейеш, тип белдерә. 1953 йылда парламент Лангнеста яңы аэропорт төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә. Тәүге пландар Лангес өсөн осоу-ултырыу һыҙатының оҙонлоғон 1400 м. тип ҡарай, әммә был ҙур самолеттарға ултырыуға мөмкинлек бирмәй. Шуға күрә урындағы сәйәсмәндәр һыҙатты 1600 метрға тиклем арттырыу тураһында һүҙ башлай[4] . Ахырҙағы проектта осоу-ултырыу һыҙатының оҙонлоғо 2000 метр тәшкил итә[6].

Парламент проектты һәм тейешле финанслауҙы 1962 йылда раҫлай, ә киләһе йылда төҙөлөш башлана, Selmer компанияһы подрядсыһы булып сығыш яһай[7]. Осоу-ултырыу һыҙаты 2160 метрға 40 метр ҙурлығында була. Был Тромсела самолет Sud Aviation Caravelle самолеттарын файҙаланыуға мөмкинлек бирә.[7]. 1964 йылдың 14 сентябрендә аэропорт рәсми асыла[7].

1965 йылда аэропорт 20 177 пассажирҙы, 1975 йылда — 214 135 пассажирҙы хеҙмәтләндергән[5]. Терминал бинаһын ҙурайтыу мәсьәләһе ҡалҡа. 1977 йылда яңы терминал асыла, 1985 йылда ул йүнәтелә һәм киңәйтелә[8].

1979 йылдың июнендә Norving Кирунаға (Швеция) беренсе халыҡ-ара маршрут аса, осоштарҙы 441 Cessna[9] башҡара. 1983 йылдың майында осоштар Рованиемиға (Финляндия) башлана[10]. Киләһе йылда маршруттар Лулео (Швеция)[11] асыла. 1986 йылда был маршруттар ябыла[12].

1980 йылда Баренц диңгеҙендә нефть ятҡылыҡтарының разведкаһы башлана һәм Тромсё был эшмәкәрлек өсөн вертолет базаһы сифатында һайлана. Ул 1984 йылда тиклем эшләй, был эш менән һуңынан Lufttransport шөғөлләнә һәм базаны Аннейаға күсерә[8].

1995 йылда осоу-ултырыу һыҙаттары 240 м киңәйтелә, ә киләһе йылда яңы диспетчер вышкаһы асыла[8]. Өс телетрап менән йыһазландырылған терминалдың яңы бинаһы, 1997 йылдың 31 октябрендә асыла. Иҫке терминал эске һәм халыҡ-ара рейстар өсөн ҡулланыла башлай[13].

Инфраструктураһы үҙгәртергә

Аэропорт Лангнеста, Тромсея утрауының көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Аэропорттың 13 500 м. кв дөйөм майҙаны менән ике терминалы бар. А Терминалы 1997 йылда асылған, теркәү пункттары һәм өс телетрапты үҙ эсенә ала. Халыҡ-ара китеү/килеү зонаһында пошлинаһыҙ сауҙа магазиндары бар[14]. 2447 Х 45 м ҙурлыҡтағы осоу-ултырыу һыҙаты 01/19 курсы буйынса урынлашҡан. Аэропорт диңгеҙ кимәленән 10 м бейеклектә урынлашҡан. Перронда 9 самолет өсөн туҡталҡа бар[13].

2018 йылда 2 340 103 пассажирҙы хеҙмәтләндергән, 44950 осоу-ултырыу башҡарған.

Транспорт бәйләнеше үҙгәртергә

Аропорт ҡала үҙәгенән 5 км алыҫлыҡта, Fv862 (862 fylkesvei) юлында урынлашҡан. Экспресс-автобус аэропортты ҡала үҙәге, шулай уҡ Университеты һәм университет госпитале менән тоташтыра. 40, 42 -се ҡала автобустары аэропортта туҡтай[15]. Аэропорт паркингы 900 машинаға иҫәпләнгән. Такси хеҙмәте һәм автомобилдәр прокаты бар.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә