Кируна
Кируна (швед. Kiruna) — Швецияның иң төньяҡ ҡалаһы. Швед Лапландияһында, Норрботтен ленаһында урынлашҡан, бер исемле коммунаның баш ҡалаһы. Иң бай тимер мәғдә сығарған урын[1].
Город | |||
Кируна швед. Kiruna | |||
| |||
Ил | |||
---|---|---|---|
Координаталар | |||
Город с | |||
Майҙаны |
15,92 км² | ||
Рәсми тел |
шведский; официальные языки меньшинств — меянкиели, саамский, финский | ||
Халҡы |
23 099 кеше | ||
Сәғәт бүлкәте | |||
Телефон коды |
+46 980 | ||
Рәсми сайт | |||
Провинция | |||
Тарихы
үҙгәртергәИсеменең килеп сығышы
үҙгәртергәИсеме саам теленән килгән, Giron,- ул «аҡ ҡош» тигәнде аңлата. Был ҡош шулай уҡ алхимик тимер билдәһе менән бергә Кируна ҡалаһы гербында урынлашҡан. Билдә ҡаланың руда табыу сәнәғәтен символлаштыра.
Географияһы
үҙгәртергә1948 йылда Кируна ҡала статусын ала. Поляр түңәрәгенән 145 км алыҫлыҡта урынлашҡас, Кируна 30 майҙан алып 15 июлгә тиклем поляр көнөнә инә, ә поляр төндәр декабрҙән ғинуарға тиклем булалар. Кируна Финляндия һәм Норвегия менән сиктәш.
Климат
үҙгәртергәКируна төньяҡҡа 145 километр алыҫлығында төньяҡ поляр түңәрәгендә урынлашҡан. Субарктик климатлы, унда ҡыҫҡа һыуыҡ йәйҙәр һәм оҙон һыуыҡ ҡыштар, әммә ҡала климаты, ҡаланы ураған урманға ҡарағанда күпкә йомшағыраҡ. Ҡар ҡатламы, ҡағиҙә булараҡ, октябрҙән алып май уртаһына тиклем ята, әммә ҡар яуыуы теләһә ҡайһы ваҡытта килеп сығыуы мөмкин. Поляр көнө 30 майҙан 15 июлгә тиклем бара, ҡояш майҙың башынан августың аҙағына тиклем даими яҡтырта. Поляр төнө декабрҙең башынан алып, ғинуарҙың аҙағына тиклем һуҙыла, уның теүәл сиктәре урын топографияһы менән бәйле. Был ваҡытта көндөҙгө яҡтылыҡты бер нисә сәғәтлек еңерҙә генә күрергә була.
Ҡышҡыһын тепература Цельсий буйынса 40 градусҡа нулдән түбән төшә.
Поляр көнө ваҡытында температура Цельсия буйынса 25 градустан аша күтәрелеүе мөмкин.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Уртаса максимум, °C | −11,1 | −8,9 | −4,8 | −0,9 | 8,1 | 14,8 | 17,9 | 14,8 | 9,7 | −2,1 | −6,7 | −8,9 | 1,8 |
Уртаса температура, °C | −13,9 | −12,4 | −8,7 | −3,2 | 3,4 | 9,6 | 12,0 | 9,8 | 4,6 | −1,4 | −8,1 | −11,9 | −1,7 |
Уртаса минимум, °C | −21,9 | −20,1 | −18,4 | −9,3 | −1,9 | 5,1 | 7,0 | 5,4 | 0,5 | −10,8 | −13,4 | −19,9 | −8,1 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 30,1 | 25,4 | 26,2 | 26,9 | 33,6 | 48,5 | 86,1 | 73,6 | 49,3 | 47 | 41,5 | 34,0 | 522,1 |
Сығанаҡ: SMHI |
Иҡтисады
үҙгәртергәКируна илдә иң ҙур тимер етештереүселәренең береһе булып тора. Был ҡала эргәһендә ҙур тимер ятҡылыҡтары булыу менән бәйле. Ҡалала йыл һайын 85 миллион тирәһе тимер мәғдә алына. Көн һайын алты Эйфель башняһын төҙөүгә етерлек мәғдә алына. Иң ҙур мәғдә алыусы компания — LKAB (Kiirunavaara Luossavaara Aktiebolag) — 1980 йылда нигеҙләнгән хөкүмәттең швед таш сығарыу концерны. Компанияның штаб — квартираһы Лулео ҡалаһында урынлашҡан. LKAB продукцияһы етештереү ҡеүәте 28 миллион тонна мәғдә тәшкил итә (гранулалар, тимер руда ыуаҡтары һәм башҡа мәтдәләр). LKAB сайтындағы мәғлүмәткә ярашлы, компанияла 4229 кеше эшләй, уларҙың 2109 эшсе — Кирунала (2013 йылдың 31 декабренә ҡарата мәғлүмәт). 2000 йылда компанияның производствоға инвестициялары 30 миллиардтан арта. Кирунда уртаҡ эшсенең брутто — эш хаҡы 29 мең крон тирәһе тәшкил итә (30 % ваҡытында).
Халҡы
үҙгәртергәКируна халҡы 23 мең кеше тәшкил итә (2015 йылдың мартының ҡарата мәғлүмәт буйынса), уларҙың араһында яҡынса 900 кеше саамдар.
Транспорты
үҙгәртергәКирунала аэропорт бар.
Ҡала аша Мальмбананға тимер юл тармағы үтә. Стокгольм менән пассажирҙар бәйләнеше бар (Лулео аша) (2 төнгө поезд) һәм Норвегияла Нарвик менән (3 поезд), Нарвикка тимер юл линияһы — иң көсөргөнешле йөк ташыу скандинав тармаҡтарының береһе.
Иҫтәлекле урындары
үҙгәртергәЮккасъярви ҡасабаһында Кирунанан көнсығышҡа 17 км алыҫлыҡта боҙ ҡунаҡхана бар, ул тулыһынса боҙҙан төҙөлгән һәм йыл һайын реконструкциялана.
Кируна сиркәүе (Лулео епархияһына бәйләнешле) — Швецияның иң ҙур ағас ҡаралтыларының береһе. Бина готика стилендә, ә алтары модерн стилендә төҙөлгән 1909 йылдан алып 1912 йылға тиклем архитектор Викман Густав проекты буйынса төҙөлгән. Сиркәү Щвецияла иң иҫ киткес милли — романтик архитектура өлгөһө тип һанала. Төҙөлөштә америка ағас архитектураһының билдәләре, Норвегияның каркаслы сиркәу архитектураһы һәм саам ағас өйҙәренең йоғонтоһо күренә. Сиркәүҙе биҙәүҙә принц Евгений ҡатнаша, ул алтарь һурәттәрен яҙған, шулай уҡ бинаның фасадының рельефын Кристиан Эрикссон эшләгән.
Билдәле кешеләре
үҙгәртергә- Сальминг Берье Андерс (1953 йыл) — швед хоккейсыһы, Швеция йыйылма командаһының һәм МХЛ Торонто Лифс Мейпл һәм Детройт Ред Уингз клубы уйынсыһы.
Туғанлашҡан ҡалалар
үҙгәртергә- Архангельск, Рәсәй.
- Нарвик, Норвегия.
- Рованиеми, Финляндия.
Галереяһы
үҙгәртергә-
Город с высоты птичьего полета
-
Ледяной отель
-
Станция Кируна. Здание вокзала
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Малая советская энциклопедия. — 2. — Москва, 1937.