Трново күпере (слов.Most Trnovski) — Люблянала Градашчица йылғаһы аша йәйәүлеләр күпере, тарихи үҙәктән көньяҡҡа ҡарай урынлашҡан.

Трново күпере
Рәсем
Дәүләт  Словения[1]
Административ-территориаль берәмек Любляна[d]
Урын Любляна
Мираҫ статусы Бөтә донъя мираҫының өлөшө[d] һәм Словенияла милли әһәмиәтендәге ҡомартҡы[d][2]
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы (iv)[d]
Карта
 Трново күпере Викимилектә

Әтәс күпере янында урынлашҡан. Трново һәм Краково райондарын тоташтыра. Был урында күперҙең барлығы тураһында XVI быуатта Янез Вальвазор телгә ала. 1875 йылда иҫке ағас күпер емерелгә, шунан һуң ул таш блоктарҙа яңынан тергеҙелә.

Хәҙерге аркалы күпер конструктор Матко Цурк тарафынан 19291932 йылдарҙа архитектор Йоже Плечник проекты буйынса төҙөлә. Күперҙең парапеты эзбизташтан башҡарыла. Парапеттәң ике яғын фәндәр һәм сәнғәттең словен ҡурсалаусыһы Зигмунд Цойзға бағышланған обелиск һәм словен скульпторы Николай Пирнат (1903—1948) эшләгән Иоанн Креститель һыны биҙәй. Парапеттар ситендә таш пирамидалар ҡуйылған. Йәйәүлеләр йөрөй торған юл брусчатка менән түшәлгән. Күперҙең киңлеге 20 метр тәшкил итә. Күперҙең тротуарҙары буйлап ағастар ултыртылған. Күперҙең тышҡы яғында табличкала ике яҡлап Краково һәм Трново тип яҙылған[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. archINFORM (нем.) — 1994.
  2. (unspecified title)Ministry of Culture of Slovenia.
  3. Trnovski most - Imenik - Visit Ljubljana. // visitljubljana.com. Дата обращения: 2013-7-28.

Һылтанмалар

үҙгәртергә