Трахтенберг Орест Владимирович

Трахтенберг Орест Владимирович (18 август (30 август) 188923 май 1959) — совет ғалимы, диалектик һәм тарихи материализм, урта быуаттар, Яңы дәүер һәм яңы ваҡыт философияһы тарихы, рус философияһы тарихы өлкәһендә белгес. Философия фәндәре докторы, профессор.

Трахтенберг Орест Владимирович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 18 (30) август 1889 или 30 август 1889({{padleft:1889|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[1]
Тыуған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 23 май 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[1] (69 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө ғалим, фәлсәфәсе, тарихсы, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө история философии[d], фәлсәфә[2], диалектический материализм[d][2] һәм исторический материализм[d][2]
Эш урыны М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Институт философии РАН[d]
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә философия фәндәре докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталин премияһы «Почёт Билдәһе» ордены Ленин ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Орест Владимирович Трахтенберг Петроград университетын хоҡуҡ философияһы һөнәре буйынса тамамлай.1921 йылдан Мәскәүҙә эшләй, Н.К. Крупская исемендәге коммунистик тәрбиә академияһында һәм башҡа юғары уҡыу йорттарында уҡыта. «Тарихи материализм буйынса уҡытыусы менән әңгәмә» һәм «Диалектик материализм буйынса уҡытыусы менән әңгәмә» (1925) методик әсбаптары авторы, урта мәктәптәр өсөн тарих буйынса тәүге совет дәреслектәрен төҙөүҙә ҡатнаша [3]. 1939 йылдан — СССР ФА философия институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре (1946—1949 йылдарҙа— философия тарихы секторы мөдире). МДУ философия факультетының сит ил философияһы тарихы кафедраһы профессоры (1943–1959)[4]. 1941 йылда урта быуат Көнбайыш Европа философияһы тарихы буйынса диссертация яҡлай. 1943 йылда философия фәндәре өлкәһендә өс томлыҡ «Философия тарихы» ғилми хеҙмәте өсөн беренсе дәрәжә Сталин премияһына лайыҡ була[5] (авторҙаштар менән; феодаль йәмғиәт философияһы бүлеге, Яңы дәүер, Конте, Милле тураһында бүлектәр һ. б. авторы)[6]. Премия Оборона фондына тапшырыла.Өфөлә эвакуацияла була, 1943—1945 йылдарҙа К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡыта (1944 йылдарҙа —марксизм-ленинизм кафедраһы мөдире )[7].1945 йылда Мәскәүгә ҡайта, Мәскәү дәүләт университетында һәм СССР Фәндәр академияһының философия институтында эшен дауам итә. 1947 йылда РСФСР педагогия фәндәре академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы итеп һайлана. 1952 йылдан КПСС ағзаһы

Төп хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • «Очерки по истории западноевропейской средневековой философии» (1957)
  • «Очерки по истории философии и социологии Англии XIX в.» (1959)
  • «Развитие материализма и его борьба против идеализма в период первых буржуазных революций (конец XVI – начало XVIII вв.). Лекции» (1956)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә