Травницкий Вениамин Николаевич

Травницкий Вениамин Николаевич (18 октябрь 1919 йыл — 18 апрель 1987 йыл) — СССР-ҙың нефтсе-геологы, хужалыҡ эшмәкәре. 1964 йылда −1979 «Аксаковнефть» нефть-газ сығарыу идаралығы начальнигы (унан алда — Оник Арсеньевич Межлум, вариҫы — П. А. Сафронов).

Травницкий Вениамин Николаевич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 18 октябрь 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны Ризоватово[d], Починковский район[d]
Вафат булған көнө 18 апрель 1987({{padleft:1987|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (67 йәш)
Вафат булған урыны Бәләбәй, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Октябрь Революцияһы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Бәләбәй, Дим, Раевка, Сатай, Шкапов һәм башҡа нефть ятҡылыҡтарын эшләүҙе ойоштороусы.

Биографияһы

үҙгәртергә

Вениамин Николаевич Травницкий 1919 йылдың 18 октябрендә Горький өлкәһенең Ризоватово ауылында тыуа. Мәскәү нефть институтынан (1943) нефть промыслаһы ҡорамалдары буйынса инженер-механик һөнәре алып сыға.

1943—1951 йылдарҙа — «Ишембайнефть» тресының инженеры, өлкән инженеры, бүлек начальнигы; 1951—1955 йылдарҙа — Ҡарғалы нефть промыслаһы директоры, «Башнефть» производство берекмәһенең бүлек начальнигы ; 1955—1979 йылдарҙа — «Аксаковнефть» НГДУ-һының баш инженеры, начальнигы.

Нефть табыуҙа яңы техника һәм технологиялар индереү, 10 нефть ятҡылығын йыһазландырыу һәм эшкәртеүгә индереү менән шөғөлләнә. Уның етәкселегендәге нефть һәм газ ятҡылыҡтарында нефть һәм газды герметизациялап йыйыу ысулына күсеү тормошҡа ашырыла. Телемеханиканың ЧТ-БЭН, ЧТ 2К һәм ТМ-600М системаларын һынай һәм ҡулланылышҡа индерә. Нефть эмульсияһын тарҡатыу өсөн аппарат эшләй һәм уны производствоға индерә. 12 уйлап табыуға автор таныҡлығы бар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Бәләбәй ҡалаһында В. Н. Травниций исемендәге урам бар.

Һылтанмалар

үҙгәртергә