Тоҡомбәтов Сәйфулла Ғүмәр улы
Тоҡомбәтов Сәйфулла Ғүмәр улы (? — 1853 йыл) — ғалим. Ғәрәп-фарсы телдәре буйынса кандидат (1849). Башҡорттарҙан тәүгеләрҙән булып телдәр буйынса кандидат ғилми дәрәжәһенә эйә була[1].
Тоҡомбәтов Сәйфулла Ғүмәр улы | |
Вафат булған көнө | |
---|---|
Подданлығы | |
Биографияһы
үҙгәртергәТоҡомбәтов Сәйфулла Ғүмәр улының ҡайҙа тыуыуы билдәһеҙ. Ф. М. Сөләймәнов мәғлүмәттәре буйынса, Тоҡомбәтовтар нәҫеле сығышы менән Ырымбур өйәҙе (хәҙерге Башҡортостандың Ейәнсура районы) Ҡужанаҡ ауылынан булыуы мөмкин[1]. Атаһы — есаул Ғүмәр Тоҡомбәтов 1828—1829 йылдарҙа 9-сы башҡорт кантоны башлығы булып хеҙмәт итә. Һуңынан ғәскәри старшина чинына, шәхси дворян титулына лайыҡ була.
Сәйфулла Тоҡомбәтов башта Ырымбур хәрби училищеһында, ә 1836 йылдан Ҡазан ҡалаһының 1-се гимназияһында белем ала. 1843—1847 йылдарҙа Ҡазан Император университеты фәлсәфә факультетының ғәрәп-фарсы телдәре бүлегендә уҡый һәм тик «бишле» билдәләре менән тамамлай.
1849 йылдың мартында ғәрәп-фарсы телдәре буйынса кандидат ғилми дәрәжәһенә лайыҡ була һәм диплом ала.
Башҡорт ғәскәре канцелярияһында бүлек башлығының ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. Баш ауыртыуы һөҙөмтәһендә тома һуҡырая.
1853 йылда вафат булған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Сулейманов Ф. М., Утягулов Р. И. Азаматы Сакмары и Яика: Юго-восточный Башкортостан в войнах России против наполеоновской Франции. — Сибай, 2012. — С. 61-62. — 133 с. — ISBN 978-5-905062-33-9.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ильясова А. Я. История башкирского дворянства. — Уфа: Китап, 2015. — 232 с. — ISBN 978-5-295-06335-0.
- Әсфәндиәров Ә. З. Олатайҙарҙың бар тарихы... — Өфө: Китап, 1996. — 224 с. — ISBN 5-295-01672-2.