Тоҙ шахтаһы (Величка)
Величка тоҙ шахтаһы — Польшаның Величко ҡалаһындағы таш тоҙ ятҡылығы, ул XIII-ХХ быуаттар буйына эшкәртелгән. Тоҙ шахтаһы 7 быуат дауамындағы ысулдар һәм технологияларҙың үҫеше сағылдыра. Шахта 57-198 метр тәрәнлектәге ер аҫты коридорҙарынан ғибәрәт[4].
Тоҙ шахтаһы | |
пол. Kopalnia soli Wieliczka | |
Нигеҙләү датаһы | XIII быуат |
---|---|
Дәүләт | Польша |
Административ-территориаль берәмек | Величка[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d] |
Продукция | аш тоҙо |
Мираҫ статусы | Памятник истории (Польша)[d][1], Бөтә донъя мираҫының өлөшө[d] һәм недвижимый памятник[d][2] |
Майҙан |
969 гектар[3], 244 гектар[3] |
Рәсми сайт | kopalnia.pl |
Категория для внешности элемента | Category:Wieliczka salt mine - Exterior[d] |
Номер в польском реестре культурного наследия | A-580 |
Тоҙ шахтаһы Викимилектә |
1978 йылдан алып тоҙ шахтаһы ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы[4] объекттары исемлегенә индерелгән.
Тарих
үҙгәртергәВеличкалағы тоҙ ятҡылы яҡынса 15 миллион йыл элек барлыҡҡа килгән һәм миоцен формацияһына ҡарай. Оҙонлоғо 10 км һәм 0,5- 1,5 км киңлегендәге тоҙ һыҙаты Карпат тауҙарының көнсығышынан көнбайышына табан һуҙылған[5].
1044 йылда уҡ I Казимир Величкалағы тоҙ ятҡылығына өҫтөнлөктәр бирә, уларҙы «magnum sal alias Wieliczka» тип атай, XIV быуатта тоҙ сығарыу һәм уны ер аҫтынан ташыу ҡул менән башҡарыла, ә шахтанан тоҙ күтәреү — махсус валдар ярҙамында башҡарылған. Киләһе быуатта вал горизонталь тәгәрмәс менән алмаштырылған һәм тәгәрмәсте башта кеше, аҙаҡ ат көсө менән әйләндергәндәр. Табыш һәм килем етештереүҙең механизациялау күләме артыуы арҡаһында табыш та артҡан, был ваҡытта шахтаны соҡой башлағандар.
Польшаны 1772 йылда австриялылар баҫып ала, шунлыҡтан артабан король тоҙ сығарыу монополияһы юҡҡа сығаа. Австрия тау эштәре оҫталары ер аҫты эшен механизациялай: ҡул дрелдәре пневматик дрелгә алмаштырыла. Тоҙ тирмәне һәм пар менән күтәреү машинаһы барлыҡҡа килә. 1912 йылда механизацияланған тоҙ ҡайнатҡыс барлыҡҡа килә. Фашист оккупацияһы ваҡытында шахтала хәрби техника етештереү буйынса ер аҫты ҡалаһы төҙөргә ынтылыш була.
XХ быуаттың икенсе яртыһында шахтала эш туҡтатыла, туристик маршруттар боҙола. 1950 йылдар аҙағында беренселәрҙән булып шахтала хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса эштәр башлана.
XVI быуат башында тоҙҙоң дауалау үҙенсәлектәре билдәле була. 1826 йылда уны тоҙ ванналарында дауалауҙа әүҙем ҡуллана башлайҙар. 1939—1955 йылдарҙа табип Феликс Бочковский үҙе уйлап тапҡан тоҙ һыуалғыстарында тоҙ менән 36 сирҙән дауалай. 1958 йылда табип Мечислав Скулимовский инициативаһы менән бронхиаль астма, бронхылар шешеүҙән һәм аллергия тымауынан шахтала сирлеләрҙе дауалай башлайҙар. Ул нигеҙ һалған шифахана әлегә тиклем эшләй.
Туризм
үҙгәртергәXV быуатта Величкалағы тоҙ шахталарын илдең элиталы кешеләренә күрһәтә башлайҙар XVI быуат аҙағына тиклем уларға тоҙ шахтаһына бары тик король рөхсәте менән генә төшөргә рөхсәт ителгән..
XVIII быуатта шахта олонона баҫҡыстар яһап ҡуйғандар, был шахтаға туристар төшөүен күпкә ябайлаштырған. XVIII быуат аҙағында шахтала көн һайын бер нисә тиҫтә турист була, ә XIХ быуат башында туристар һаны бер нисә йөҙгә етә. Австриялылар туристар һанын арттырыу өсөн шахтаның икенсе һәм өсөнсө кимәлдәрен асҡандар, шахта коридорҙарын обелиск һәм һәйкәлдәр менән йыһазландырғандар.
ХХ быуат башында бер көн эсендәге туристар һаны бер юлы 100 кеше булған. Туристарҙы оркестр музыка уйнап ҡаршы алған. Бынан тыш, төркөмләп фотоға төшөү мөмкинлеге булған.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа туристар һаны арта бара. 1950 йыл шахтала йыл һайын 200 меңдән ашыу кеше була, 1970-се йылдарҙың беренсе яртыһында — 750 мең кеше, ә 1981 йылғы кризистән һуң — 600 мең кеше була. Был ваҡытта шахтала ремонт үткәрелә һәм сувенирҙар һатыу үҙәге төҙөлә.
1978 йылда ЮНЕСКО тарафынан тоҙ шахтаһы бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индерелә. Шахталағы дымлылыҡ проблемаһы 1989 йылда шахтаның юҡҡа сығыу ихтималы объекттарының исемлеге аҫтына ҡуя. Дымлылыҡты кәметеү тоҙ скульптураларын һаҡлауға мөмкинлек бирә һәм 1998 йылда шахта хәүеф янау объекттары исемлегенән сығарыла.
Иҫтәлекле урындар
үҙгәртергәТоҙ шахтаһындағы туристик маршрутҡа 20-нән артыҡ төрлө камералар һәм сиркәү индерелгән.
Данилович шахтаһы олоно. 1635—1640 йылдарҙа соҡолған. Олон тоҙ ташыу өсөн оҙаҡ ваҡыт хеҙмәт итә. ХIХ быуатта олон буйынса туристарҙы һәм эшселәрҙе ташыуҙы тормошҡа ашыралар[6].
Николай Коперник камераһында ғалимдың скульптураһы бар. Камера 1875 йылда барлыҡҡа килә[6].
Изге Антоний сиркәүе йәшел тоҙ киҫәктәрендә XVII быуат аҙағында барлыҡҡа килә. Сиркәүҙең беренсе хеҙмәте 1698 йылда үтә[6].
Бөйөк Казимир камераһы 1968 йылда барлыҡҡа килгән. Бөйөк Казимир тоҙ сығарыу тураһында указ сығарып, тоҙ табыу һәм уның менән сауҙа итеүҙе юлға һалған[6].
Изге Кинг сиркәүе 1896 йылда шахтер Юзеф Марковский тырышлығы менән булдырылған. Сиркәү 101 метр тәрәнлектә урынлашҡан, уның күләме: оҙонлоғо 54 м, киңлеге — 15-18 м, бейеклеге 10-12 метр[6].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://www.nid.pl/pl/Informacje_ogolne/Zabytki_w_Polsce/Pomniki_historii/Lista_miejsc/miejsce.php?ID=319
- ↑ Реестр памятников
- ↑ 3,0 3,1 https://whc.unesco.org/en/list/32/multiple=1&unique_number=1854
- ↑ 4,0 4,1 Wieliczka Salt Mine (ингл.).
- ↑ За трассой… Соляная шахта Величка. Дата обращения: 30 апрель 2010. Архивировано 24 апрель 2012 года.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 Туристический маршрут . Соляная шахта Величка. Дата обращения: 30 апрель 2010. Архивировано 24 апрель 2012 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергәШулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Официальная Соляная шахта «Величка»
- Соляная шахта (Бохня)
- Клодава
- Бохня
- Вапно
- Иновроцлав
- Бонер, Ганс