Тоҙ шахтаһы (Бохня)
Бохнялағы тоҙ шахтаһы (XIII быуаттан 1772 йылға тиклем Краков жупаһы өлөшө) Польшаның көньяғында урынлашҡан — донъялағы һәм Европалағы иң боронғо һәм иҫке тоҙ шахталарының береһе. Польшаның Малополь воеводствоһындағы Бохня ҡалаһында. ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы. Малополь воеводствоһының мәҙәни ҡомартҡыһы.
Величка һәм Бохнялағы Король тоҙ шахталары* | |
---|---|
Wieliczka and Bochnia Royal Salt Mines** | |
ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы | |
Илдәр | Польша |
Тибы | Мәҙәни |
Критерийҙар | iv |
Һылтанма | 32 |
Төбәктәр*** | Европа һәм Төньяҡ Америка |
Индерелгән | 2013 (37 сессияла)
|
* Название в официальном рус. списке ** Название в официальном англ. списке *** Регион по классификации ЮНЕСКО |
ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 32 рус. • англ. • фр. |
Президент Александр Квасьневскийҙың 2000 йылдың 26 сентябрендәге Указы менән тарихи һәйкәл статусы бирелә[1].
Тарихы
үҙгәртергәШахтаға 1248 йылда, бында таш тоҙҙары запастары булыуы асыҡланғас, һәм ошо районда тоҙ запастарын асыуға (ул ваҡытта тоҙҙо ҡайнатып табалар) яҡынса 2000, хатта 3500 йыл үткәс, нигеҙ һалына. Асылғандан һуң шахта Король тоҙ компанияһының өлөшөнә әйләнә.
1368 йылда Бөйөк Каземир тоҙ шахталары уставын нәшер иткндән һуң, тоҙҙо Рускә һәм Венгрияға экспортлау башлана. XIV быуатта шахтала эшләүселәр һаны 120-нән 150-гә тиклем етә, XV — XVI быуаттарҙа 500-гә тиклем арта. 1772 йылда Речь Посполитая беренсе тапҡыр бүленгәс, шахта Австрия империяһы составында ҡала һәм уның XVII быуатта уҡ башланған бөлгөнлөккә төшөү осоро, капиталь ремонт үткәрелгәндән һуң туҡталып, 1785 йылдан күтәрелеш ваҡыты башлана. 1794 йылда бында яңы тоҙ ятҡылығы асыла. Шахта 1918 йылға тиклем Австрия контроле аҫтында була, һуңынан Польша составына күсә.
Шахтала тоҙ сығарыу 1964 йылға тиклем дауам итә, һуңынан ябыла. 1981 йылдың 11 декабрендә тоҙ шахтаһы Малополь воеводствоһының һаҡланыусы һәйкәлдәре исемлегенә индерелә (№ А-238)[2]. 2000 йылдың 26 сентябрендә Польша президенты Александр Квасьневский тоҙ шахтаһын милли тарихи һәйкәл тип иғлан итә, ә 2013 йылдан ул, 20 километр төньяҡтараҡ урынлашҡан Величкалағы тоҙ шахтаһы менән бер объектҡа берләштерелгәндән һуң, ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекты булып һанала[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Официальная страница (пол.)