Толстой Александр Петрович (1863)
Граф Александр Петрович Толстой (25 март 1863 йыл — 1917 йылдан һуң) — урыҫ яҙыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре, Өфө губернаһынан III саҡырылыш Дәүләт Думаһы ағзаһы, һайлауҙар буйынса Дәүләт Советы ағзаһы.
Толстой Александр Петрович (1863) | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 6 апрель 1863 |
Тыуған урыны | билдәһеҙ |
Вафат булған көнө | иртәрәк1917 |
Вафат булған урыны | билдәһеҙ |
Нәҫеле | Толстые[d] |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | Рәсәй империяһының Дәүләт думаһы ағзаһы[d] һәм член Государственного совета Российской империи[d] |
Уҡыу йорто | Ҡаҙан Император университеты |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Прогрессивная партия[d] |
Толстой Александр Петрович (1863) Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәПравославие динле. Иң боронғо дворяндар нәҫеленән. Өфө губернаһының ер биләүсеһе — 4000 дисәтинә ергә хужа була.
Штабс-ротмистр граф Петр Николаевич Толстой һәм ағаһы Н. М. Языков исеме менән бәйле Языково имениеһы вариҫы Екатерина Александровна Языкованың улы. Кесе ҡустыһы Петр — земство эшмәкәре, Өфө губернаһынан I саҡырылыш Дәүләт Думаһы ағзаһы.
Сембер гимназияһын (1882) һәм Ҡазан университеты физика-математика факультетының тәбиғи бүлеген тамамлай (1887).
Университетын тамамлағас, Өфө губернаһында үҙенең имениеһында йәшәй. Ауыл хужалығы һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Участка мир судьяһы (1887—1896), Өфө өйәҙе (1887—?) губерна земствоһы гласныйы, почетлы мир судьяһы итеп һайлана. Губернала земство начальниктары институты индерелгәс, ошо вазифаға тәғәйенләнә, әммә вице-губернатор Богданович менән низағы арҡаһында отставкаға сыға һәм хужалығын алып барыуға, ер эшкәртеүгә иғтибар йүнәлтә. Губерна ер ҡоролошо комиссияһы ағзаһы булып тора.
1907 йылда Өфө губернаһынан Дәүләт Думаһына депутат итеп һайлана. Прогрессистар фракцияһына инә, фракциясекретары була. Аҙыҡ-түлек комиссияһы рәйесе урынбаҫары була, ауыл хужалығы комиссияһында — докладсы, шулай уҡ: күскенселәр, ауыл хужалығы, һунарсылыҡ, урындағы үҙидаралыҡ мәсьәләләре буйынса комитеттарҙа ағза була.
1912—1914 йылдарҙа прогрессистар партияһының үҙәк комитетына инә. 1912 йылдың 20 авгусында Өфө земствоһынан Дәүләт Советына ағза итеп һайлана. Һулдар төркөмөнә инә. 1915 йылда ҡайтанан һайлана.
Беренсе донъя һуғышы йылдарында Ауырыу һәм яралы яугирҙарға Бөтә Рәсәй ярҙам союзының Баш комитет уполномоченныйы була. 1917 йылдың авгусында Мәскәүҙә Дәүләт кәңәшмәһендә ҡатнаша.
Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. Буйҙаҡ була.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Толстой Александр Петрович (1863) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- 3-й созыв Государственной Думы: портреты, биографии, автографы. — Санкт-Петербург: издание Н. Н. Ольшанскаго, 1910.
- Государственная дума Российской империи: 1906—1917. Москва: РОССПЭН, 2008. 2020 йыл 2 декабрь архивланған.