Ткемали (груз. ტყემლის საწებელა tqemlis sac’ebela) — грузин соусы, нигеҙҙә балыҡ, ит, ҡош ите, Картуф һәм макарон изделиеларынан булған гарнир менән ҡулланыла. Әлеге ваҡытта был соустың күп төрлө модификациялары бар. Уның нигеҙендә әскелтем слива (алса) тора, төрҙәре иһә алычаны икенсе әскелтем емештәр, мәҫәлән, крыжовник, ҡыҙыл ҡарағат менән алмаштырыуҙарҙан барлыҡҡа килә. Ткемалиҙың абхаз төрө асызбал[1] тип атала. Был версияла слива иҙмәһенә ҡыҙыл базилик һәм кинза урынына чабер өҫтәлә, ә әсе варианты — абхаз аджикаһы (ҡоро аджикаға өҫтөнлөк бирелә)[1].

Ткемали

Төп ингредиенттары

үҙгәртергә

Соустың төп ингредиенттары — ткемали сливаһы, һарымһаҡ һәм үләндәр. Әҙерләгәндә мотлаҡ омбало (һаҙ бөтнөгө) ҡулланыла — унан башҡа классик ткемали эшләмәйҙәр (был тәмләткес сливалар әсемәһен өсөн бешереү ваҡытында өҫтәлә). Ткемали соусының 100 грамы 42 Ккал тәшкил итә, шул иҫәптән 2 грамм аҡһым һәм 8 грамм углеводтан тора.

Ткемали сливаһын һыу ҡойоп 30-40 минут бешерәләр. Һуңынан һуты менән бергә иләк аша үткәрәләр, ҡабығы ташлана. Иҙмәне ҡаймаҡ ҡуйылығына еткәнсе ҡайнаталар, ҡырылған һарымһаҡ, кориандр, ҡыҙыл борос һәм тоҙ өҫтәйҙәр, ҡайнап сыҡҡас, һыуытырға ҡуялар. Соусты әҙерләүгә 2 сәғәт ваҡыт китә.

4 килограмм сливаға 4 сәй ҡалағы тоҙ, бер ҙур булмаған ҡыҙыл әсе борос, бер башһарымһаҡ, ҙур шәлкемен кинза һәм ярты шәлкем укроп кәрәк. Сливаны һөйәктәренән айырып, өҫтөнә тоҙ һибәбеҙ. Һуты сыҡҡас, утҡа ҡуябыҙ һәм 5 минут ҡайнатабыҙ, туралған борос ҡушып тағы ла 5 минут ҡайнатабыҙ, һуңынан кинза, укроп ҡушып тағы ла 2 т минут ҡайнатабыҙ, һарымһаҡ ҡушабыҙ һәм уты һүндерәбеҙ. Соусты блендерға ҡойоп, ҡаймаҡ кеүек булғансы болғатабыҙ. Аш ҡалағы алма йәки втноград һеркәһе ҡушабыҙ. Тәменсә тоҙ һәм тәмләткестәр өҫтәргә мөмкин. Һыуытҡыста һаҡлайбыҙ.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Острый и кислый: "бархатный" соус от Сулико. Дата обращения: 13 август 2020.
  • Готовый «соус ткемали» // Краткая энциклопедия домашнего хозяйства. Том 2. — М.: Большая советская энциклопедия, 1959. — С. 584—585. — 772 с.
  • Похлёбкин В. В. Ткемали // Кулинарный словарь. — М.: Издательство «Э», 2015. — С. 353. — 456 с. — 4000 экз. — ISBN 978-5-699-75127-3.
  • Ткемали // Культура питания. Энциклопедический справочник / Под ред. И. А. Чаховского. — 3-е издание. — Мн.: «Белорусская энциклопедия имени Петруся Бровки», 1993. — С. 363. — 540 с. — ISBN 5-85700-122-6.