Аджи́ка – абхаздарҙың паста рәүешендәге әсе тәмләткесе уның составына ҡыҙыл борос, тоҙ, һарымһаҡ, ҡырҡыу тәмле үләндәр (йәшел һәм киптерелгән), уцхо-сунели инә. Уны икенсе төрлө пажитник тип тә йөрөтәләр. Ғәҙәттә, аджика ҡыҙыл төҫтә була. Әммә өлгөрмәгән боростан йәшел төҫтәге тәмләткес тә әҙерләргә мөмкин. Томат традицион аджика составына инмәй, әммә ниндәйҙер ваҡыттан һуң, төрлө йәшелсә иҙмәләре һәм томат ҡушылған варианттар ҙа барлыҡҡа килә. Бөгөн магазиндарҙа «аджика» тип тәҡдим ителгән үткер соустарҙың күбеһендә помидор бар.

Мегрельская аджика
Зелёная аджика
Аджика с грецкими орехами

Барлыҡҡа килеү тарихы үҙгәртергә

Абхаздарҙан килеп сыҡҡан «аджика» һүҙе тоҙ тигәнде аңлата [1] Ачеи-џьыка—икмәк-тоҙ менән сәләмләү. Бер версия буйынса, яҙ көнө абхаз чабандары тауға һарыҡтар көтөргә киткәс, һарыҡ көтөүе хужалары чабандарға тоҙ биргән. Тоҙ хайуандарҙа һыуһау барлыҡҡа килтергән һәм улар күберәк ашай, эсә башлаған. Был иһә, малдың ауырлығы артыуына ла булышлыҡ иткән. Тоҙ ҡиммәтле продукт булған. Шуға күрә лә, чабандар урламаһын өсөн, уға борос ҡушҡандар. Тик чабандар уны тәмләткес булараҡ, бик яҡшы файҙаланған һәм ҡайһы бер саҡтарҙа уға кинза, хмели-сунели, һарымһаҡ кеүек иң ҡырҡыу тәмләткестәр ҡушҡан. Бындай ҡатышманы абхаздар үҙҙәренсә «апырпыл-джика йәки «аджиктцатца» тип атай. Был һүҙҙәр боросло тоҙ йәки нимә менәндер буталған тоҙ, тигәнде аңлата. Донъяның башҡа халҡы был тәмләткесте аджика тип атай [2].

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Сван тоҙо
  • Керән (тәмләткес)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Копешавидзе Г. Г. Абхазская кухня, 1989. С. 77—78.


Ҡалып:Азербайжан кухняһы