Тиуанако
Тиуанако йәки Тайпикала (ҡайһы берҙә Тиауанако, Тиуанаку, Тиванако, айм.Tiwanaku) — боронғо ҡала, шул уҡ исемдәге анд цивилазицияларының рухи һәм сәйәси үҙәге. Боливияла Титикака күленең көньяҡ ярынан 15 км алыҫтараҡ урынлашҡан. 2000 йылдан ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы[2].
Тиуанако | |
Дәүләт | Боливия[1] |
---|---|
Административ үҙәге | Тиуанако[d] |
Административ-территориаль берәмек | Ла-Пас[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC−4[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Титикака |
Башланыу датаһы | 400 |
Тамамланыу датаһы | 900 |
Мираҫ статусы | Бөтә донъя мираҫы |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (iii)[d][1] һәм (iv)[d][1] |
Тиуанако Викимилектә |
Исеме
үҙгәртергәУрындағы халыҡтың күпселеге аймара телендә һөйләшә (кечуа теленә оҡшаған индеецтарҙың өс теленең береһендә), аҙсылығы уру (Uru) йәки уға оҡшаған чипая (Chipaya) телендә һөйләшә. Элек хәҙерге ваҡытта юҡҡа сыҡҡан пукина теле киң таралған булған. Алан Колата был телдәр Тиуанакола мөһим булған тип һанаған. Урындың атамаһы аймара телендә Тайпикала (Taypikala, Taipikala) менән ауаздаш булған, ул «таш үҙәге» тигәнде аңлата, сөнки урын, уларҙың фекере буйынса, донъя үҙәге менән йәнәш урынлашҡан[3] Быға тиклем атамаһы пукина телендә лә булған тигән фекер бар.
Тарихы
үҙгәртергәКолониаль булғанға тиклемге Боливияла II—IX быуаттарҙа уҡ Тиуанако Үҙәк Андтар төбәгенең иң ҙур ҡалаһы һәм Пукина дәүләтенең үҙәге булған тип һаналған. Ул ваҡытта ҡала яҡынса 6 км² ер биләгән һәм 40 мең кешеһе булған. Яҡынса 1180 йылдарҙа Пукинаны колья (аймара) ҡәбиләләре тар-мар иткәндән һуң, ҡаланы халҡы ҡалдырып китә.
Пукина дәүләте бөлгөнлөккә төшкәндән һуң Тиуанако, уның төп үҙәге, инкалар мифологияһында мөһим роль уйнауын дауам итә. Улар үҙҙәренең беренсе легендар хакимы Манко Капак, уның һеңлеһе һәм ҡатыны Мама Окльо Тиуанаконан сыҡҡан тип һанай. Был тарихи инкаларҙың сығышын Тиуанако төбәгенән икәнлеге тураһында гипотезалар файҙаһына иҫбатлай.
Тиуанако хәҙерге аймара халҡының легендаларында һәм ышаныуҙарында ҙур урын биләй.
Ҡоролмалар
үҙгәртергәҠайһы бер тикшеренеүселәр боронғо харабаларҙы б.э. тиклем 200 йыл һәм беҙҙең эраның 200 йылы, төп ҡоролмалар — беҙҙең эраның 600 һәм 1000 йылдар араһы тип иҫәпләй[4].
Фотогалерея
үҙгәртергә-
Ҡояш ҡапҡаһы
-
Ҡапҡа һәм Каласасайя храмының баҫҡыстары
-
Тиуанакола статуя
-
Тиуанако харабаларын тәүге тапҡыр һүрәтләүсе «Хроника Перу» китабының беренсе өлөшө (1553)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Сечин (Перу)
- «Аку-Аку» (книга Тура Хейердала, 1958)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 http://whc.unesco.org/en/list/567
- ↑ Tiwanaku: Spiritual and Political Centre of the Tiwanaku Culture (ингл.). Дата обращения: 3 октябрь 2017.
- ↑ Kolata
- ↑ Britannica, 2008, P. 1915
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Britannica Concise Encyclopedia : From the editors of the Encyclopedia Britannica / Ed. by Anita Wolff. — Revised and expanded edition. — Encyclopædia Britannica, 2008. — 2114 с. — ISBN 978-1-59339-492-9.
- Historia de Bolivia : Período prehispánico : [исп.] : en 2 v. / Ximena Medinaceli. — La Paz : Fundación del Banco Central de Bolivia, 2006. — Т. 1.
- Kolata, Alan L. The Tiwanaku : Portrait of an Andean Civilization. — Wiley-Blackwell, 1993. — 336 с. — ISBN 978-1-55786-183-2.
Библиография
үҙгәртергә- Куприенко С.А. Источники XVI-XVII веков по истории инков: хроники, документы, письма / Под ред. С.А. Куприенко. — К. : Видавець Купрієнко С.А., 2013. — 418 с. — ISBN 978-617-7085-03-3.