Тиргәле (рус. Тергала) — Рәсәйҙәге йылға. Ырымбур һәм Һамар өлкәләре[1] биләмәләрендә аға. Савруша йылғаһына уң яғынан тамағынан 7,8 км алыҫлыҡта ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 34 км тәшкил итә. Бассейн майҙаны — 237 км²[2].

Тиргәле
Ҡайҙа ҡоя Савруша
Ҡушылдыҡ Дерягаль
Һыу йыйыу бассейны Волга бассейны[d]
Бассейн майҙаны 237 км²
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Һамар өлкәһе
Оҙонлоҡ 34 km
Карта

Географияһы үҙгәртергә

Йылға башы Кенәле Ярҙары ҡалҡыулығында Һамар өлкәһе Исаково ауылынан 4, 5 км алыҫлыҡта ята[3]. Көньяҡ — көньяҡ-көнсығыш-йүнәлешендә әлеге ауыл, шулай уҡ ошо өлкәнең Кротково, Тиргәле, Рысайкино, Алькино ауылдары аша аға[4]. Савруша йылғаһына Ырымбур өлкәһе Пчелка ҡасабаһы ҡаршыһында ҡушыла[5].

Тиргәле ауылы (Һамар өлкәһе, Похвистневск районы) эргәһендә йылғаны быуып, яһалма күл эшләгән булғандар. Унда халыҡ ял итергә яратҡан, әммә һуңғараҡ быуаны йыралар.

Төп ҡушылдыҡтары: Дерягаль (һул, оҙонлоғо 15 км), Оло Эрәме (һул), Ҡарамалы (уң).

Шулай уҡ йылға бассейнында Новорысайкино, Алешкино, Атамановский, Новокротково (бөтәһе лә Һамар өлкәһе) ҡасабалары урынлашҡан.

Һыу реестры мәғлүмәттәре үҙгәртергә

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Түбәнге Волга һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Оло Кенәле йылғаһы башынан тамағына тиклем, Көтөүлек йылғаһынан башҡа Көтөүлек һыуһаҡлағысына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — юҡ, йылға бассейны — Волга, Куйбышев һыуһаҡлағысы үренән Каспий диңгеҙенә ҡушылғанға тиклем[2].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[2]:

— Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 11010000812112100008111

— Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 112100811

— Бассейн коды — 11.01.00.008

— ГӨ буйынса томы — 12

— ГӨ буйынса сығарылыш — 1

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. «Рәсәй гидротехник ҡоролмалар регистры һәм дәүләт һыу кадастры үҙәге».
  2. 2,0 2,1 2,2 «Тергала» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  3. Карта бите N-39-81-A.
  4. Карта бите N-39-81-C.
  5. Карта бите N-39-81-D-c.

Видеояҙмалар үҙгәртергә

  1. YouTube сайтында Видео Старая, добрая Тергала

Һылтанмалар үҙгәртергә