Көтөүлек һыуһаҡлағысы

Көтөүлек һыуһаҡлағысы (рус. Кутулукское водохранилище) — Көтөүлек йылғаһында төҙөлгән яһалма һыу ятҡылығы, беренсе сиратта баҫыуҙарҙы ирригация системаһы ярҙамында һуғарыу өсөн тәғәйенләнгән. Һыу йыйғыс бассейнының майҙаны — 889 км²[1].

Көтөүлек һыуһаҡлағысы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 61 метр
Карта
 Көтөүлек һыуһаҡлағысы Викимилектә

1935 йылда яңы һыуһаҡлағыс проекты эшләнгән. 1938 йылда һыуһаҡлағыс төҙөү өсөн төҙөлөш ойошмаһы булдырылған.

Был төҙөлөш эштәрендә Куйбышев өлкәһенең 10 районынан 11 мең колхозсы, яҡынса 1250 ылау, 578 автомашина, 120 инженер ҡатнаша.

1940 йылдың 7 июнендә ирригация системаһының беренсе сираты сафҡа инә, ул 6000 гектар майҙанды һыу менән тәьмин итә. Һыуһаҡлағыстың һыу запасы 7300 гектар майҙанда үҙлегенән һуғарыуҙы, ә механик ысул менән 12 000 гектарға тиклем һуғарыуҙы тәьмин иткән.

Географияһы

үҙгәртергә

Һыуһаҡлағыс Оло Кенәле ҡушылдығы Көтөүлек йылғаһының урта ағымында барлыҡҡа килгән. һамар өлкәһенең Богатово һәм Бор муниципаль райондары территорияһында урынлашҡан [2].

Яр һыҙаты ныҡ киртләс түгел, уның оҙонлоғо 58 км тәшкил итә[3].

1990 йылға предприятие мәғлүмәттәре буйынса һуғарыу майҙаны 7742 га тәшкил иткән, шунан һуң ул бик ныҡ кәмегән. 2003 йылдың 1 майына һуғарыу ерҙәренең майҙаны 1834 га ғына ҡалған[4]. Һыу ҡулланыуҙың күләме кәмеү һыу кимәленең амплитудаһы тирбәлешенә һиҙелерлек йоғонто яһай, б үҙ сиратында был һыуһаҡлағыс экологияһын үҙгәртә.

Экология

үҙгәртергә

Һыуһаҡлағысты үҫемлек уңдырышлылығын арттырыу өсөн (1,5-3 тапҡыр)[5] ҡулланыу ыңғай күренеш булыу менән бер рәттән һәм шулай уҡ тиҫкәре яҡтары ла бар.

Һуғара башлағансы тупраҡтың торошо Нижневолгопроект тупраҡ белгестәре тарафынан ентекләп өйрәнелгән. Ул ваҡытта ҡара тупраҡта грунт һыуҙары 5-10 м тәрәнлектә ятҡан. Татырлы тупраҡтарҙа грунт һыуҙары 3-5 м тәрәнлектә урынлашҡан[6]

Көтөүлек һуғарыу системаларын эксплуатациялау грунт һыуҙары кимәле күтәрелеүгә килтерә, уларҙың тәрәнлеге территорияның күп өлөшөндә 1975 йылда уҡ 1-3 метр тәшкил иткән, ә уйһыулыҡтарҙа — 1-1,5 м. 2002 йылға һуғарылған 7 гектар ерҙә грунт һыуҙары 1,0 м-ҙан түбәнерәк, 88 гектарҙа — 1,5 метрға ҡәҙәр, 135 гектарҙа 2 метрға тиклем тәрәнлектә була. Һыуҙа һәр ерҙә үҫемлектәр өсөн үтә лә ағыулы матдә — сода табыла. Тупраҡтың тоҙлолоғо шаҡтай артҡан, 1578 га майҙанда ул 1 г/л тирәһенә етә, 256 га майҙанда — 1-3 г/л..

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Соловьёва, 2006, с. 318
  2. Соловьёва, 2006, с. 316
  3. Соловьёва, 2006, с. 317
  4. Соловьёва, 2008
  5. Платонова Т. К., Дубина С. В. Изменение плодородия черноземных почв Заволжья при орошении // Вестник сельскохозяйственной науки, 1990. № 8. С. 130—135.
  6. Шешина О. Н. О засолении сыртовой толщи Куйбышевского Заволжья на землях перспективного орошения // Вопросы мелиоративной гидрогеологии. Труды ВСЕГИНГЕО, вып. 50. М., 1972. С. 94—100. [Цит. по Соловьёва, 2008, с. 594]

Һылтанмалар

үҙгәртергә