Терещенко Геннадий Фёдорович

Терещенко Геннадий Фёдорович (28 декабрь 1941 йыл — 16 апрель 2010 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-химигы, дәүләт эшмәкәре, РФА академигы, Санкт-Петербург фәндәр академияһы фәнни үҙәге рәйесе урынбаҫары, Рәсәй Фәндәр академияһы Президиумы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының фән һәм технологиялар министрының беренсе урынбаҫары (1998—2000). Химия фәндәре докторы (1982), профессор.

Терещенко Геннадий Фёдорович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 28 декабрь 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Тыуған урыны Стәрлетамаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 16 апрель 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (68 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Смоленск православие зыяраты[d]
Һөнәр төрө химик
Эшмәкәрлек төрө техническая химия[d]
Эш урыны РФА Санкт-Петербург ғилми үҙәге[d]
РФА етәкселеге[d]
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт технология институты[d]
Ғилми дәрәжә химия фәндәре докторы[d]
Ойошма ағзаһы Рәсәй Фәндәр академияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
юбилейная медаль «В память 300-летия Санкт-Петербурга» медаль «В память 850-летия Москвы» Дуҫлыҡ ордены Фән һәм техника өлкәһендәге Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы

Биографияһы үҙгәртергә

Геннадий Федорович Терещенко 1941 йылдың 28 декабрендә Башҡорт АССР-ы Стәрлетамаҡ районы Соловьёвка ауылында тыуған. 1964 йылда «инженер-технолог-химик» һөнәре буйынса Ленинград технология институтын, 1969 йылда — аспирантура тамалай. 1982 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1964—1966 йылдарҙа — СССР Машиналар эшләү министрлығы ҡарамағындағы Дзержинск фәнни-тикшеренеү институтында инженер, кесе ғилми хеҙмәткәр (Горький өлкәһе, Дзержинск ҡалаһы).

1969—1989 йылдарҙа — Дәүләт ғәмәли химия институтында (1988 йылдан — «Технохим» тармаҡ-ара берләшмәһе, Ленинград ҡалаһы) эшләй: өлкән ғилми хеҙмәткәр, лаборатория начальнигы, директорҙың фән буйынса урынбаҫары.

1989—1996 йылдарҙа — «Дәүләт ғәмәли химия институты» Фәнни-производство берекмәһе генераль директоры (1993 йылдан — «Ғәмәли химия» Рәсәй ғилми үҙәге, Санкт-Петербург ҡалаһы).

1996—1997 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһының Фән һәм технологиялар буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары.

1997—1998 йылдарҙа — статс-секретарь — министр урынбаҫары,

1998—1999 йылдарҙа — статс-секретарь — министрҙың беренсе урынбаҫары,

1999—2000 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһының фән һәм технологиялар министрының беренсе урынбаҫары.

2000—2002 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһының сәнәғәт, фән һәм технологиялар министры урынбаҫары.

2003 йылдан — РФА-ның Санкт-Петербург ғилми үҙәге рәйесе урынбаҫары, Иоффе исемендәге Физика-техник институты лабораторияһы начальнигы (Санкт-Петербург); Нефть химияһы синтезы институты лабораторияһы начальнигы (Мәскәү;) Технологик университеты профессоры (Санкт-Петербург).

Химия һәм материалдар тураһында фәндәр Бүлексәһе буйынса РФА академигы (2003), РФА ағза-корреспонденты (1997). Рәсәй фәндәр академияһы Президиумы ағзаһы.

Д. И. Менделеев исемендәге Рәсәй химия йәмғиәте вице-президенты; Инженер академияһы академигы, Азия- Тымыҡ океан төбәгенең материаловедение академияһы ағзаһы, Рәсәй фәндәр академияһының химия һәм материалдар буйынса Бүлексәһе бюроһы ағзаһы.

«Мембраны» һәм «Ғәмәли химия журналы», журналдарының баш мөхәррире, «Сәнәғәттә катализ» һәм «Химик технология» журналадары редакциялары ағзаһы.

РФА Иоффе исемендәге Физика-техник институтының, РФА фәнни-мәғариф үҙәгенең, РФА нефть-химия синтезы институтының, Дәүләт ғәмәли химия институтының фәнни советтары ағзаһы.

2003 йылдан алып — Менделеев съезы ойоштороу комитеты ағзаһы.

2010 йылдың 21 апрелендә вафат була. Санкт-Петербургта Смоленск зыяратында ерләнгән.

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Техник химияһы өлкәһендә алдынғы ғалимдарының береһе. Фәнни эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: аминоорганик берләшмәләренең химияһы һәм технологияһы, юғары энергетикалы берләшмәләрҙең химияһы һәм технологияһы, химик хәүефһеҙлек.

Ул тәүгеләрҙән булып алифатик амин-галогеналкандар-өс ағзалы циклдар (оксирадар, азириндар) -һыу системаларындағы каталитик реакцияһы механизмы реакцияларының берлеген системаһы берлеген иҫбат итә. Алконаламиндарҙың диазабициклооктанға каталитик әүерелеүенең механизмы ла иҫбатлана һәм тәҡдим ителә.

15-тән ашыу мөһим һәм актуаль сәнәғәт технологиялары авторы.

285-ҙән ашыу фәнни эштәр, 153 уйлап табыу авторы. Һуңғы йылдарҙа каталитик мембраналар катализы, наноуглерод материалдадары, водород энергетикаһы, химик хәүейһеҙлек өлкәләрендә эшләй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Фән һәм техника өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте премиялары (1999, 2001)
  • Дуҫлыҡ ордены (1999),
  • «Мәскәүҙең 850 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы,
  • «Санкт-Петербургтың 300 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы,
  • «Хеҙмәт ветераны» маҡтаулы исеме.
  • Д. И. Менделев исемендәге РХТУ-ның Почетлы профессоры (2002)[1].

Һылтанмалар үҙгәртергә

  1. Почётные профессора РХТУ. Дата обращения: 10 апрель 2017. Архивировано 20 май 2017 года. 2017 йыл 20 май архивланған.