Терещенко Вера Михайловна

Терещенко Вера Михайловна (1 март 1924 йыл16 октябрь 1942 йыл) — партизан, 1-се Курск партизан бригадаһының Дмитриев партизан отряды разведчигы.

Терещенко Вера Михайловна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 1 март 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй, Дмитриевский район[d], Первоавгустовский[d]
Вафат булған көнө 16 октябрь 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (18 йәш)
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Курск өлкәһе, Дмитриев[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены

БиографияһыҮҙгәртергә

Вера Михайловна Терещенко 1924 йылдың 1 мартында Дерюгино ауылында (хәҙер — Курск өлкәһе Дмитриев районы) күп балалы ғаиләлә тыуған. Атаһы, Михаил Матвеевич шәкәр заводында слесарь булып эшләй, әсәһе Анна Афанасьевна ун бер баланы уға ҡалдырып, 1928 йылда вафат була.

Немец оккупацияһы башланыу менән Вера үҙенең синыфташтары менән йәшерен комсомол ойошмаһы ойоштора, уларҙың ағзалары Совинформбюро сводкаларын тыңлай, уларҙы ҡулдан күсереп халыҡ араһында листовка тарата. Ойошманың бер нисә кешеһе ҡулға алынғандан һуң Вера урманға партизандарға китә. Партизандар отрядында Вера разведчик була һәм күп тапҡыр заданиелар үтәй.

1942 йылдың октябрендә, заданиела булғанда, уны кемдер һата, ул ҡулға алына һәм оҙайлы язалауҙарҙан һуң ул Дмитриевта аҫып үлтерелә. Яза урынында һәйкәл ҡуйылған.

1946 йылдың июлендә В.М. Терещенко үлгәндән һуң 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.

ХәтерҮҙгәртергә

В.М. Терещенко исеме менән атала:

  • Первоавгустовский ҡасабаһы мәктәбе,
  • Первоавгустовский ҡасабаһында, Дмитриева ҡалаһында һәм Курск өлкәһенең Железногорск ҡалаһында урамдар.

Дмитриевала партизан ҡыҙы язалаған урында һәйкәл ҡуйылған.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Злуникин В. Г. Вера. — Курск, 1949. (Курск, 1959; Благовещенск, 1962; Воронеж, 1965).

ҺылтанмаларҮҙгәртергә