Тереләр — үлемһеҙҙәргә

«Тереләр — үлемһеҙҙәргә» — Донецк ҡалаһының Ленин районында Донецк металлургия заводы биләмәһендәге мемориал. Географик координаталары: 47°58′42″ с. ш. 37°48′23″ в. д.HGЯO.

Тереләр — үлемһеҙҙәргә
Рәсем
Дәүләт  Украина
Административ-территориаль берәмек Донецк
Урын Донецкий металлургический завод[d]
Жанр паблик-арт[d]
Мираҫ статусы памятник истории местного значения Украины[d]
Тасуирлау биттәре ritual-donetsk.com/ru/do…
Карта
 Тереләр — үлемһеҙҙәргә Викимилектә

Мемориал 1970 йылда Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған Донецк металлургия заводы хеҙмәткәрҙәре хөрмәтенә асылған. Һәйкәлде асыу Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең егерме бишенсе йыллығына тап килтерелә.

Мемориал авторы — В.Я Милютин.

Мемориал «Тереләр — үлемһеҙҙәргә»

Мемориал өс терәге булған дүңгәләктән ғибәрәт. Дүңгәләктең тышҡы яғында яҙыу: «ТЕРЕЛӘР — ҮЛЕМҺЕҘҘӘРГӘ». Дүңгәләктең эске яғында Донецк металлургия заводының һәләк булған хеҙмәткәрҙәренең исеме менән табличкалар урынлаштырылған, табличкала улар эшләгән цехтар һәм заводтың бүлектәре яҙылған. Табличкалар араһында биш осло йондоҙҙар урынлашҡан. Балдаҡтың эске яғында табличкаларҙан тыш ике яҙыу урынлаштырылған: «1941-1945» — Бөйөк Ватан һуғышы йылдары һәм «XXV» — 25 һанының рим цифрҙары менән яҙылышы, Еңеү йыллығы. Терәкәтәрҙең береһенә монумент нимә хөрмәтенә төҙөлгән икәнлекте аңлатҡан табличка урынлаштырылған. Дүңгәләктең үҙәгендә биш мөйөшлө сәскә түтәле эшләнгән.

Монумент эргәһендә заводтың Еңеү көнөнә арналған саралары үтә.

Һылтанмалар

үҙгәртергә