Теодоропулу Авра

грек пианисы, суфражистка һәм хоҡуҡ яҡлаусыһы

Авра Теодоропулу (грек. ; 3 ноябрь 1880({{padleft:1880|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}), Әдирнә20 ғинуар 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (82 йәш), Афина 3 ноябрь 1880({{padleft:1880|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}), Әдирнә20 ғинуар 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (82 йәш), Афина, ,) грек пианисы, суфражистка һәм хоҡуҡ яҡлаусыһы. грек. Αύρα Θεοδωροπούλου ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуҡтары өсөн лига ойошмаһын ойоштороусы (1920 йыл), 1957 йылға тиклем ойошманы етәкләй.

Теодоропулу Авра
грек. Αύρα Θεοδωροπούλου
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Греция
Тыуған көнө 3 ноябрь 1880({{padleft:1880|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Тыуған урыны Әдирнә, Ғосман империяһы
Вафат булған көнө 20 ғинуар 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (82 йәш)
Вафат булған урыны Афина, Греция
Хәләл ефете Агис Терос[d]
Һөнәр төрө пианист, яҙыусы, суфражистка
Музыка ҡоралы фортепиано
 Теодоропулу Авра Викимилектә

Бала сағы, йәшлек йылдары

үҙгәртергә

Авра Дракопулу 1880 йылдың 3 ноябрендә Ғосман империяһының Адрианополендә (Эдирне) Елена һәм Аристоменис Дракопулос ғаиләһендә тыуа, уның атаһы Грецияның Төркиәләге рәсми консулы була.[1] Уның апаһы Теони Дракопулу — билдәле шағирә һәм актриса. Бала сағында ғаилә Төркиәлә, һуңынан бер ни тиклем ваҡыт Критта, шунан һуң Афинала йәшәй. Урта мәктәпте тамамлағас, Авра инглиз, француз һәм немец телдәрен өйрәнә.[2] Беренсе грек-төрөк һуғышы ваҡытында үҙ ирке менән шәфҡәт туташы була.[1]

1900 йылда Афина консерваторияһын тамамлай һәм шул уҡ йылда Спирос Теодоропулос менән таныша, ул һуңыраҡ сәйәсмән һәм яҙыусы булып китә, Агис Терос[el] псевдонимы аҫтында билдәле була. Улар 1906 йылда өйләнешә.

Эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

1910 йылда Теодоропулу фортепианола оҫта уйнауы айҡанлы «Андрес һәм Ифигений Сингросов» конкурсының көмөш миҙалын яулай һәм Афина консерваторияһында музыка тарихын һәм фортепианала уйнау тарихын уҡытыуға тәғәйенләнә. Ижадының тәүге осоронда, һөнәрендә үҙ юлын табыу өсөн төрлө ысулдар эҙләгәндә Теодоропулу ике пьеса ғына яҙа[1]. Беренсеһе «Мөмкинлек һәм ихтыяр» (1906) тип атала һәм, нигеҙҙә, ярым биографик характорҙа була. Икенсеһе «Осҡондар сәселгәндә» тип атала, 1912 йылда уны ҡуйыуҙа актриса Марика Котопули ҡатнаша.

1911 йылда ул эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙар өсөн Йәкшәмбе мәктәбен (грек. Κυριακάτικο Σχολείο Εργατριών. Κυριακάτικο Σχοუ Εργατριών (KSE) асыуҙы юллау процесына ҡушыла. Ғәмәлдә был мәктәп — Грецияла беренсе тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙарға белем алыу хоҡуғын талап иткән ойошма. Беренсе Балҡан һуғышы ваҡытында Авра ирекмән булараҡ шәфҡәт туташы булып китә. Уның был эше Грек Ҡыҙыл Тәре ойошмаһы миҙалы, Королева Ольга миҙалы, Беренсе Балҡан һуғышы һәм (икенсе) Грек-Болгар һуғышы миҙалдәры менән билдәләнә[3].

1918 йылда Теодоропулу «Һалдат шәфҡәт туташтары» йәмғиәтенә (грек. Αδελφή του Στρατιώτη), һуғыш тыуҙырған социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү һәм ҡатын-ҡыҙҙарға гражданлыҡ йоғонтоһоноң әүҙем сараларын ҡулланыу мөмкинлеген биреү ассоциацияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе була. Ойошманың маҡсаты — ҡатын-ҡыҙҙарға гражданлыҡ һәм сәйәси хоҡуҡтарҙы ғәмәлгә ашырыуҙа ярҙам итеү. Киләһе йылына ул, Афина консерваторияһын ҡалдырып, Греция консерваторияһында уҡытыуын дауам итә. 1920 йылда Теодоропулу феминистар Роза Имвриоти, Мария Негрепонте, Агни Русопулу, Мария Сволу һәм башҡалар менән ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуҡтарын яҡлау өсөн Лига ойоштора һәм Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙарҙың һайлау хоҡуҡтары альянсы булырҙай ассоцияцияларҙы эҙләй. Тәүге мәлдә ойошма иң эшлекле грек феминистары ойошмаларының береһе була. 1920 йылда Теодоропулу грек хөкүмәтенә ҡатын-ҡыҙҙарға тауыш биреүҙе тыйыусы юридик тигеҙһеҙлекте бөтөрөүҙе талап иткән резолюция тапшыра. Тиҙҙән ул Лига президенты итеп һайлана һәм 1958 йылға тиклем шул вазифала була (тик ойошма тыйылған саҡта ғына Лиганың эше туҡтап тора)[4].

1923 йылда Теодоропулу Лиганың ̊"Борьба женщины" (Αγώνας της Γυναίκας tilνας της Γυναίκας) журналын сығара һәм Римдә үткән IWSA-ның 9-сы конференцияһында ҡатнаша. Ул IWSA идараһы ағзаһы итеп һайлана һәм 1935 йылға тиклем уның ағзаһы була. Бухареста үткән IWSA конференцияһында Теодоропулу король Александр I миҙалына лайыҡ була. Ул ойошторған «Ҡатын-ҡыҙҙарҙың бәләкәй Антантаһы» халыҡ-ара ойошмаһы Чехословакия, Греция, Польша, Румыния һәм Югославия феминистарын берләштерә. Теодоропулу 1925 йылдан 1927 йылға тиклем ойошманың грек бүлексәһе президенты вазифаһын биләй[5].

Һуңғы карьераһы

үҙгәртергә

1936 йылда Теодоропулу, Грек консерваторияһын ҡалдырып, Милли консерваторияла уҡыта башлай. 1936 йылда генерал Иоаннис Метаксас Грецияны етәкләй башлай, һәм ул ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы эшмәкәрлеген туҡтата. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында феминистар үҙҙәренең эшмәкәрлеген оккупацияға ҡаршы эш башлап ебәргән Ҡаршылыҡ хәрәкәтенә ярҙам итеүгә йүнәлтә, Теодоропулу, башҡа хәрби конфликттар ваҡытындағы кеүек үк, үҙ теләге менән фронтҡа шәфҡәт туташы булып китә. 1946 йылда ул Грецияның бөтә ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаларын берләштереү өсөн булдырылған Бөтә грек ҡатын-ҡыҙҙар федерацияһы (грекса.Πανελλαδική Ομοσπονδία Γυναικών) (POG) президенты була. Федерацияның конференцияһы 1946 йылдың майында Афинала үтә, унда 671 делегат ҡатнаша. Тиҙҙән Грецияла Граждандар һуғышы башлана, һәм Теодоропулу ойошма башлығы вазифаһынан отставкаға китә, сөнки ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте партияһыҙ булырға тейеш тип иҫәпләй.

Граждандар һуғышы тамамланғандан һуң Теодоропулу IWSA конференцияларында ҡатнаша, Амстердамда (1949), Стокгольмда (1951), Неаполдә (1952), Коломбола (1955), Копенгагенда (1956) һәм Афинала (1958) үткәрелгән конференцияларҙа ҡатнаша.

1952 йылда Грек ҡатын-ҡыҙҙары милли һайлауҙарҙа тулы хоҡуҡлы ҡатнашыусы булыу хоҡуғына эйә була.

1957 йылда уҡытыу эшмәкәрлеген тамамлай, ә 1958 йылда Ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуҡтары өсөн Лигала эшмәкәрлеген туҡтата. Артабанғы йылдарҙа музыка тәнҡитсеһе булып эшләй, гәзиттәрҙә һәм журналдарҙа мәҡәләләрен баҫтыра. 1963 йылдың 20 ғинуарында Афинала Теодоропулу вафат була.[6].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Biographical dictionary of women's movements and feminisms in Central, Eastern, and South Eastern Europe : 19th and 20th centuries. — Budapest ; New York: CEU Press/Central European University Press, 2006. — 710 p. — ISBN 978-963-7326-39-4, 978-963-7326-40-0.
  2. Katharina M. Wilson, M. Wilson. An Encyclopedia of Continental Women Writers. — Taylor & Francis, 1991. — P. 330. — 698 p. — ISBN 978-0-8240-8547-6.
  3. Γυναικείο κίνημα - ELLINIKI GNOMI • Die Zeitung der Griechen in Europa.ELLINIKI GNOMI • Die Zeitung der Griechen in Europa. web.archive.org (23 март 2016). Дата обращения: 22 март 2021. Архивировано 23 март 2016 года.
  4. Claire Duchen, Irene Bandhauer-Schoffmann. When the War Was Over: Women, War, and Peace in Europe, 1940-1956. — Bloomsbury Publishing, 2010. — P. 108. — 272 p. — ISBN 978-1-4411-7270-9.
  5. Mary Zirin, Irina Livezeanu, Christine D. Worobec, June Pachuta Farris. Women and Gender in Central and Eastern Europe, Russia, and Eurasia: A Comprehensive Bibliography Volume I: Southeastern and East Central Europe (Edited by Irina Livezeanu with June Pachuta Farris) Volume II: Russia, the Non-Russian Peoples of the Russian. — Routledge, 2015. — P. 165. — 2121 p. — ISBN 978-1-317-45197-6.
  6. ΠΡΟΣΩΠΙΚΟΤΗΤΕΣ ΤΗΣ ΘΡΑΚΗΣ. web.archive.org (23 март 2016). Дата обращения: 22 март 2021. Архивировано 23 март 2016 года. 2016 йыл 23 март архивланған.