Грецияның «үҙәк» илдәре тарафынан баҫып алыныуы

«Үҙәк» илдәре тарафынан Грециияны оккупациялау (грек. Η Κατοχή) 1941 йылдың апрелендә, 1940 йылдың октябренән Греция менән һуғыш башларлыҡ хәлдә торған фашистик Италияға, үҙенең союзнигына, ярҙам итеү маҡсатында нацист Германияһының Грецияға баҫып инеүенән башланған. Критты баҫып алғандан һуң , 1941 йылдың июненә бөтөн Греция оккупацияланған. Материк өлөшөнөң оккупацияланыуы Германия һәм уның союзнигы Болгария 1944 йылдың октябрь башында Союзниктар баҫымы аҫтында азат ителгәненә саҡлы дауам иткән. Шуға ҡарамаҫтан, 1945 йылдың май-июненә саҡлы, Критта һәм Эгей диңгеҙенең башҡа утрауҙарында, Европала Икенсе донъя һуғышы тамамланыу һөҙәмтәһендә уларҙы кире ҡайтарғанса, немец гарнизондары һаман торған булған.

Грецияның «үҙәк» илдәре тарафынан баҫып алыныуы
Рәсем
Донъя ҡитғаһы Европа
Дәүләт  Греция
Башланыу датаһы апрель 1941
Тамамланыу датаһы октябрь 1944
 Грецияның «үҙәк» илдәре тарафынан баҫып алыныуы Викимилектә
Өс оккупация зонаһы. Күк төҫтә — итальян зонаһы, ҡыҙыл төҫтә — немец һәм йәшел төҫтә — Болгария аннексиялаған территория. Итальян зонаһы немецтар тарафынан 1943 йылдың сентябрендә баҫып алынған.
1941. Немец һалдаттары немец хәрби флагын Акрополь өҫтөнә күтәрә.
1944. Грецияны нацистарҙан азат иткәндән һуң премьер-министр Георгиос Папандреу һәм башҡалар Акрополдә .

Фашист Италияһы 1940 йылдың Грецияға һуғыш иғлан иткән һәм баҫып ингән, ләкин грек армияһы тәүҙәрәк баҫҡынсыларҙың көстәрен ул саҡтағы итальян протекторатына, күрше Албанияға, ҡыҫырыҡлай алған. Нацист Германияһы, үҙенең союзнигын яҡлап, ҡыҫылған. Грек армияһының күпселек өлөшө, албан фронтында дислокацияланып, итальян котратакаларын кире ҡағырға тырышҡанда, 1941 йылдың апреленән июненә саҡлы немецтар ашығыс блицкриг менән Грецияны баҫып алған. Һөҙөмтәлә, Греция хөкүмәте һөргөнгә китергә мәжбүр булған, ә илдә коллаборационистик марионетка режимлы «үҙәк» хөкүмәте барлыҡҡа килгән. Бынан тыш, грек территорияһы «үҙәк» державалары ҡарамағындағы оккупацион зоналарға бүленгән. Немецтар үҙ хакимлығына илдең иң мөһим региондарын, шул иҫәптән Афинаны, Салоникиҙы һәм стратегик яҡтан мөһим булған Эгей диңгеҙендәге утрауҙарҙы алған. Илдең башҡа региондары герман союзниктарына, Италияға һәм Болгарияға бирелгән булған.

Оккупация грек иҡтисадын тарҡатҡан һәм ҡот осҡос гуманитар эҙемтәләргә алып килгән. Ул сәнәғәттең иҫ китмәле (сәнәғәттең 80 % юҡҡа сыҡҡан), инфраструктура өлкәһендә (28 % юҡҡа сыҡҡан), порттарҙың, юлдарҙың, тимер юлдарҙың һәм күперҙәрҙең (90 %), урман һәм башҡа тәбиғәт ресурстарының (25 %) емерелеүенә[1][2][3] һәм граждандар араһында юғалтыуҙарға алып килгән (граждандарҙың 7.02 % — 11,17 %)[4][5]. Тик Афинала ғына 40 000 ашыу кеше аслыҡтан, тиҫтәләгән мең кеше нацистар һәм коллаборационистар яғынан ойошторолған репрессияларҙан һәләк булған[6]. Шул уҡ ваҡытта грек ҡаршылыҡ күрһәтеү хәрәкәте формалашҡан. Ҡаршылыҡ күрһәтеү төркөмдәре оккупацион ғәскәрҙәргә ҡарата партизандар сабауылдары (вылазки) ойоштоғандар, коллаборационистик именлек батальондарына ҡаршы торғандар һәм шпион селтәрҙәре булдырғандар. 1943 йылдың аҙағына ҡаршы тороу төркөмдәре үҙ-ара көрәш башлаған. 1944 йылдың октябрендә илдең материк өлөшөн азат иткәндән һуң Грецияның сиктән тыш сәйәси поляризацияла булыуы, граждандар һуғышы башланыуға килтергән. Артабанғы граждандар һуғышы күп кенә билдәле нацист коллабораторҙарына язанан ҡотолоп ҡалыу мөмкинлеге генә түгел (уларҙың антикоммунизм позицияһында булыуы), хатта, коммунистар еңелгәс, һуғыштан һуңғы Грецияла уларға идара итеүгә күтәрелеү мөмкинлеген биргән[7][8].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. http://www.truth-out.org/speakout/item/24456-the-math-of-mass-starvation-and-murder-germany-in-greece-during-world-war-ii 2017 йыл 10 декабрь архивланған.
  2. http://news247.gr/eidiseis/afieromata/ta-ereipia-ths-germanikhs-katoxhs-sthn-ellada.1425953.html 2018 йыл 9 март архивланған.
  3. http://www.newsbeast.gr/greece/arthro/796214/oi-megales-katastrofes-kai-to-germaniko-hreos-stin-ellada-mesa-apo-dokoumeda
  4. Council for Reparations from Germany, Black Book of the Occupation(In Greek and German) Athens 2006 p. 1018-1019 (PDF). Дата обращения: 15 июнь 2011. Архивировано 21 июль 2011 года. 2011 йыл 21 июль архивланған.
  5. Gregory, Frumkin.
  6. Mazower (2001), p. 155
  7. Giannis Katris, The Birth of Neofascism in Greece, 1971
  8. Andreas Papandreou, Democracy at Gunpoint (Η Δημοκρατία στο απόσπασμα)
  • Brownfeld, Peter E. The Italian Holocaust: The Story of an Assimilated Jewish Community. American Council for Judaism (2003).
  • Fischer Bernd Jürgen. Albania at War, 1939-1945. — C. Hurst & Co. Publishers, 1999. — ISBN 978-1-85065-531-2.
  • Ιστορία της Ελλάδας του 20ού αιώνα, Γ' Τόμος: Β' Παγκόσμιος Πόλεμος. Κατοχή - Αντίσταση 1940–1945, Μέρος 1ο.. — Athens: Bibliorama, 2007. — ISBN 978-960-8087-05-7.
  • Ιστορία της Ελλάδας του 20ού αιώνα, Γ' Τόμος: Β' Παγκόσμιος Πόλεμος. Κατοχή - Αντίσταση 1940–1945, Μέρος 2ο.. — Athens: Bibliorama, 2007. — ISBN 978-960-8087-06-4.
  • Karras, Georgios (1985). «The Revolution that Failed: The story of the Greek Communist Party in the period 1941–49». Dept. of Political Studies (unpublished M.A. Thesis).