Тел (лингвистика)
Тел — аралашыу өсөн ҡулланылған символдарҙан һәм улар менән эш итеү ҡағиҙәләренән (йәки грамматиканан) торған система. Башҡа аралашыу формаларынан айырмалы рәүештә, телдәге символдарҙы бер-береһе менән берләштереп,улар ярҙамында яңы мәғлүмәт белдерергә мөмкин.
Тел — аралашыу сараһы
үҙгәртергәКешеләрҙең аралашыу процесында символдар рәүешендә өндәр һәм ҡул ишаралары ҡулланыла. Өндәрҙе, улар белдергән мәғлүмәтте юғалтмайынса тиерлек, яҙма формаға әйләндерергә мөмкин. Ишаралар һәм интонациялар шулай уҡ мәғлүмәт еткереү өсөн ҡулланыла, әммә уларҙы яҙма формаға әйләндереп булмай. Ҡайһы бер уйлап сығарылған аралашыу телдәре тулыһынса визуаль ишараларҙан тора.
Донъяла меңәрләгән тел бар, һәм уларҙың күбеһенә уртаҡ үҙенсәлектәр хас (Универсаль Грамматиканы ҡара).
Аралашыу телдәренән тыш, кешеләр шулай уҡ ҡайһы саҡта Эсперанто, Идо, Интерлингва, Клингон, Ложбан телдәре, программалау телдәре һәм төрлө математик формаль телдәр кеүек яһалма телдәрҙе ҡуллана.
Тел — аңлайышлы әйтелә торған тауыш билдәләренең системаһы. Ул — кешеләрҙең донъялағы предметтар һәм күренештәр тураһындағы белемдәрен башҡаларға тапшырыу ҡоралы. Тел фекерләү менән тығыҙ бәйләнештә. Кешенең фекерләү вазифаһына ярҙамсыл система буларак, ул фекерләүҙән башҡа тыуа ла, йәшәй ҙә алмай. Әгәр ҙә теге йәки был ауаздар ойошмаһы үҙ маҡсат рәүешендә генә (йәғни конкрет фекерһеҙ) тыуҙырыла икән, кешеләр уға «мәғәнәһеҙ һүҙ» тигән баһа бирәләр. Мәғәнәһеҙ һүҙ теҙмәләрен, ғөмүмән, абракадабра тип атайҙар.
Ҡайһы бер кешеләр үҙҙәренең башында фекер юҡлығын «һүҙ бутҡаһы» менән алыштырыусан була. Улар күп кенә осраҡта билдәле бер уңышҡа ирешә: үҙҙәре тураһында «ниндәй һүҙ оҫтаһы» тигән баһа ала. Кешенең һөйләү стиле, уның ыҫпайлығы, килешлелеге уның башында фекер йөрөтөлөүөнөң дә ошо стилдә булғанлығын күрһәтә, һәм, киреһенсә, әгәр ҙә кеше үҙенең һөйләү телмәрендә буталсыҡлы мәғәнәләр ысҡындыра икән, уның фекерләүе лә (һәр хәлдә, ошо минуттарҙа) шундай дәрәжәлә генә икәнлеген аңлата.
Сәнғәт, сәхнә, математика теле
үҙгәртергәФән өлкәһендә эшләүселәр араһында бәхәсле бер проблема бар: кеше фекерләү процесында ысынлап та һөйләү телен (йәғни конкрет һүҙҙәр) ҡулланып ҡына эш итәме? Йә иһә теге йәки был нәмә тураһында уйлағанда һүҙһеҙ ҙә фекерләй аламы?.. Был һорауҙарға ҡырҡа ғына яуап биреү ҡыйын. Сөнки кеше, шул иҫәптән ишетеү-һөйләүҙән мәхрүм булған индивидтар ҙа, һөйләү теленән башҡа уйлай алмай. Ләкин, беренсенән, тел һөйләү теленә генә ҡайтып ҡалмай. Унан башҡа, ишара, ҡул хәрәкәттәре, ымлау теле бар. Унан башҡа, сәнғәт, сәхнә теле кеүек (метафорик мәғәнәләргә эйә булған) телдәр ҙә бар. Икенсенән, эш унда ғына ла түгел, фекерләү, ҡағиҙә булараҡ, телһеҙ (һүҙҙәрһеҙ) ҙә башҡарылырға мөмкин. Мәҫәлән, математик үҙе алдында торған проблемаларҙы һүҙһеҙ генә, һандарҙы, тигеҙләмәләрҙе күҙ алдында тотоу менән генә лә сисә ала. Шундай уҡ хәл инженер һәм техник, йәки слесарь-ремонтсы эшендә булыуы мөмкин. Унда төп талап, машинаның (ғөмүмән, теге йәки был конструкцияның) механизмын белеү. "Сәнғәт теле"нә килгәндә, ул үҙе үк һүҙҙәрҙең мәжбүрилеген тоймай. Әйтәйек, рәссамдың буяуҙар палитраһы, композиторҙың тауыштар гармонияһы менән эш итеүе… Шулай булыуға ла ҡарамаҫтан ижтимағи тормошта һөйләү теленең роле һәм урыны сикһеҙ ҙур.
Тел функциялары
үҙгәртергәТел күп төрлө функцияларгә эйә.
- коммуникатив функция (кешеләргә аралашу сараһы хеҙмәтен үтәүсе); донъяны танып белгәнде хәтерҙә ҡалдырыу һәм уны башҡаларға еткереү;
- номинатив функция (предметтарҙы, күренештәрҙе атау);
- эстетик функция (кешеләр аңына эстетика менән йоғонто яһау);
- магик функция (кешеләрҙең аңына дини йоғонто яһау);
- эмоциональ йоғонто функцияһы һ. б.
Телде һаҡлау мәсьәләләре
үҙгәртергәТел социаль-этник берәмектәрҙең (милләттәрҙең, этник төркөмдәрҙең) төп билдәһе һәм, шулай уҡ уларҙың мәҙәниәтен быуындан быуынға тапшырыу сараһы ролен дә үтәй ул. Милли тел халыҡтарға үҙҙәренең патриотик хистәрен үҫтереү өсөн дә ҙур роль уйнай. Тел бер урында тормай, ул төрлө үҙгәрештәр кисереп йәшәй. Телдең һүҙлек составы яңы һүҙҙәргә, терминдаргға байый, иҫкергән һәм үҙҙәренең әһәмиәтен юғалта барған һүҙҙәр лексиканан төшөп ҡала. Телдең теге йәки был шарттар йоғонтоһонда грамматикаһында ла билдәле үҙгәрештәр булыуы мөмкин. Ҡайһы бер телдәр, ғөмүмән, юҡка сығыуға дусар булалар. Милли телде һаҡлау, уның байлығын түкмәй-сәсмәй быуындан быуынға тапшыра барыу — һәр халыҡтың мөһим бурысылыр.
Телде аңлау
үҙгәртергәПсихология һәм коммуникация өлкәһендә белгес М. Томаселло фекеренсә, телде аңлауҙы аралашыу ваҡытында башҡаларҙың ниәте менән уртаҡлашыу һәләте тип аңларға кәрәк.[1]
Телде өйрәнеү
үҙгәртергәТелде өйрәнеүсе фән лингвистика тип атала. Уның барлыҡҡа килеүе беҙҙең эра башланғандан күпкә алдараҡ, хатта антик дәүерҙә башланған. Лингвистика белемдең үҫеше оҙайлы һәм йыш ҡына ҡапма-ҡаршылыҡлы була, төрлө этник мәҙәниәт вәкилдәре тырышлығы менән башҡарыла, уларҙа үҙенсәлекле мәктәптәр һәм традициялар барлыҡҡа килә. XIX—XX быуаттарҙа хәҙерге заман лингвистикаһы — фәне барлыҡҡа килә, ул теоретик һәм ғәмәли йәһәттән кешенең тел һәм телмәр эшмәкәрлегенең бөтә аспекттарын өйрәнә.[2][3].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәТел (лингвистика) Викимилектә |
Телдең функциялары
үҙгәртергәҺүҙ «функция» һүҙҙәре ҡулланған осраҡта был «тәғәйенләү», «роле» йәки «эше, етештереү объекты». Теле — күп функциялы күренеш. Телдең бөтә функциялары ла аралашыуҙа барлыҡҡа килә.
Телдең өс фукцияһы:
- коммуникатив (аралашыу фукцияһы) — мәғлүмәт тапшырыу өсөн телде ҡулланыу;
- когнитив (гносеология) — мәғлүмәт туплау һәм һаҡлау, уны тапшырыу;
- аккумулятивный (тупланма) — белемде туплау һәм һаҡлау.
Р. О. Якопсон коммуникацион акт теорияһы күҙлегенән түбәндәге функцияларҙы айыра:
- референт — мәғлүмәт булдырыу һәм тапшырыу (когнитив һәм коммуникатив функцияларын берләштерә);
- регулятивный — адресаттарҙың тәртибен көйләй;
- эмотивный' — эмоцияны интонация ярҙымында белдергәндә эмоцияны сағылдырыу;
- контактоустанавливающий (фатический) — бәйләнеште яйға һалыу һәм һаҡлау; (Был функция әңгәмәселәр араһындағы бәйләнеште һаҡлай, элемтә каналын алып барыу маҡсатына эйә). Шулай итеп, был функция телмәрҙә төрлө клише рәүешендәге булыуы мөмкин.
- метател (металингвик) — телде анализлау һәм интерпретациялау; аңлайышһыҙ һүҙҙәрҙе йәки әйтемдәрҙе ошо телдә аңлатып биреү; ;
- эстетик (шиғри) — хәбәр өсөн хәбәрҙәргә иғтибар;
- номинатив — предмет исемдәре.
Андре Мартин телдең өс функцияһын айыра:
- коммуникатив (аралашыу фукнцияһы) — үҙ-ара аралашыу өсөн тел ҡулланыу;
- фекер формалаштырыу — фекерләү нигеҙе;
- экспрессив — әйтелгәнгә ҡарата мөнәсәбәт.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Гиззәтов К. Т. Философия: 2 китап. 1 -се китап: Ҡыҫкаса философия тарихы. Философиянең нигеҙ проблемалары: Юғары уҡыу йорто өсөн дәреслек. — Казан. Мәғариф. 2002. — ISBN 5-7761-1122-6
- ↑ Ахутина Т. В. Вступительная статья // Томаселло, Майкл. Истоки человеческого общения / Пер. с англ. М. В. Фаликман, Е. В. Печенковой, М. В. Синицыной, Анны А. Кибрик, А. И. Карпухиной. — М.: Языки славянских культур, 2011. — С. 20.
- ↑ Newmeyer, Frederick J. The History of Modern Linguistics . Linguistic Society of America. Дата обращения: 10 ғинуар 2015.
- ↑ Сусов И. П. История языкознания. — М.: АСТ: Восток-Запад, 2007. — 382 с. — ISBN 5-17-039272-9.