Ложбан
Ложба́н (ложб. Lojban, [ˈloʒban] тип әйтелә) − яһалма тел, априор телдәрҙән ин күренеклеһе. Тел системаһы формаль логикаһында нигеҙләнә.
Ложбан логлан – тағы бер яһалма тел нигеҙендә Logical Language Group (LLG, ложб. la lojbangirz) тарафынан булдырылған. Булдырыу сәбәбе: логлан тулы булмаған һәм авторлыҡ хоҡуғы тарафынан яҡланған. Ложбан ҡағиҙәләре авторлыҡ хоҡуғы тарафынан яҡланмаған.
Орфография һәм фонетика
үҙгәртергәЛожбан әлифбаһында 26 хәреф: 23 стандарт латин хәреф (h, q, w хәрефтәренән башҡа), апостроф, нөктә һәм өтөр.